Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Телебеҙҙе кем боҙа?
Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры
Был һүҙҙәрҙе ниңә яратмайҙар икән?
Һуңғы осорҙа ҡәләм һәм һүҙ оҫталарының ҙур тырышлығы менән башҡорт теленең төп һүҙ байлығы һаналған һәм иркен ҡулланылған мәктәп, матур, һәйбәт, ир, ҡатын, ауырыу, ауырыуҙар, һау, һаулыҡ, тормош, көн(ө) буйы, яҡ, китеү, өсөн; иң тәүҙә (иң башта, иң беренсе), алыҫ, ашау, арҡаһында, асыҡ, көн буйы һәм башҡа һүҙҙәр телдән төшөп ҡалып бара тиһәк, бер ҙә яңылыш булмаҫ, сөнки уларҙың урынын белем усағы, күркәм, сифатлы, иптәш, гүзәл зат, сир, сирлеләр, сәләмәт, сәләмәтлек, йәшәйеш, тараф, юлланыу, маҡсатында; тәү сиратта, йыраҡ, туҡланыу, сәбәпле, аныҡ, көн дауамында һәм башҡа һүҙҙәр баҫып алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғәҙәткә әйләнә һәм барлыҡ милли матбуғатҡа хас. Шулай итеп, яңы тел барлыҡҡа килеп бара. Яҙғаныбыҙҙың ҡоро һүҙ булмағанын, тәүге рәттәге һүҙҙәрҙең башҡорт теленә хас икәнен күрһәтер өсөн миҫалдар килтерәбеҙ. Уларҙы парлап бирәйек.
Өсөн — маҡсатында. Тура тәржемәнең касафаты һәм урыҫса уйлап яҙыуҙың һөҙөмтәһе өсөн бәйләүесенең урынын маҡсатында һүҙенең яулап алыуында ла күренә. Мәҫәлән: 1. …аҡса эшләү маҡсатында ситкә сығып китә. 2. Фажиғәнән һуң уның эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында унда меңәрләгән кеше ебәрелде. 3. Республикала ауыл хужалығына ярҙам итеү маҡсатында Рәсәйҙә … машина-технология станциялары төҙөлдө. 4. … күҙәтеү һәм контроль идаралығы … ҡануниәттең теүәл үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында ойошторолғайны. 5. … һайлап алыу турын үткән 12 ҡыҙ менән яҡыныраҡ танышыу маҡсатында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Һөйләмдәр матурмы? Юҡ, сөнки улар башҡортса яҙылмаған. Туған телен яратҡан һәм уны төрлө боҙоуҙарҙан һаҡлаған башҡорт бирелгән миҫалдарҙың барыһында ла маҡсатында һүҙе урынына өсөн бәйләүесен яҙыр һәм уның алдындағы ҡылымды киләсәк заман формаһына ҡуйыр ине, сөнки ул бер ваҡытта ла: "Рәшит ҡайнаға, һеҙҙе өйөбөҙҙө күрһәтеү маҡсатында ҡунаҡҡа саҡырабыҙ, килегеҙ", йә иһә "Ҡыҙым! Һеҙгә ярҙам итеү маҡсатында 5 мең һум ебәрәм", тип һөйләмәй. Шулай булғас, уйланырға урын бар. Беренсе һөйләмде төҙәтеп күрһәтәйек: …аҡса эшләр өсөн ситкә сығып китә.
Ашау — туҡланыу. Ашау һүҙен яҙмаҫ өсөн авторҙар ниндәй генә һүҙҙе алмай: туҡланыу булһынмы, ҡабул итеү булһынмы… Ышанмаһағыҙ, уҡып ҡарағыҙ: Зыян күреүселәр өсөн көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Был һөйләм түбәндәгесә дөрөҫ булыр: Зыян күргәндәр өсөн көнөнә өс тапҡыр ашау ойошторолған. Бында хатта тапҡыр һүҙен дә яҙмаҫҡа мөмкин, сөнки өс һаны бар, башҡорт "көнөнә өс ашаталар" ти ҙә ҡуя, "өс тапҡыр туҡландыралар" тип тормай. Тағы ла бер һөйләм: Киске ашты йоҡларға ятырҙан ике-өс сәғәт алда ҡабул итергә кәрәк. Билдәле булыуынса, башҡорт ашты ҡабул итмәй, ә ашай. Тағы ла һөйләмдәр килтерәйек: 1. Иртәнсәк туҡланырғамы, әллә юҡмы? 2. Көнөн дөрөҫ туҡланып башлағандарға ҡарағанда иртәнге ашһыҙ башлағандар араһында тән ауырлығы менән яфаланыусылар 75 процентҡа күберәк. 3. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, беҙ туҡланыуға көнөнә уртаса 39 минут сарыф итәбеҙ. Был һөйләмдәрҙә төҙәтер урындарҙың күп икәнен һәр кем аңлағандыр. Ашау һүҙен онотмайыҡ әле, туғандар, ул саф башҡорт һүҙе бит.
Эсеү — ҡулланыу. Тәржемә менән мауығып, урыҫ телендәге употреблять һүҙе урынында башҡортса эсеү һүҙенең йөрөүен онотоп киткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән. … алкоголле эсемлек ҡулланғандан һуң автомобилгә идара итеүсе 90 водитель тотолған. Был һөйләмдең беҙҙеңсә яҙылмағаны көн кеүек асыҡ. Беренсенән, башҡорт эсемлекте ҡулланмай, ә эсә. Икенсенән, башҡорттарҙа эсеү һүҙе, шыйыҡ нәмәне йотоуҙан тыш, иҫерткес эсемлек менән мауығып китеүҙе лә белдерә, мәҫәлән: эсә башлау, эсеп йөрөү. Үрҙәге һөйләмде телде белгән кеше былай яҙыр ине: ... эскән килеш автомобиль йөрөткән 90 водитель тотолған. Һөйләм ябай һәм ыҡсым, иң мөһиме – башҡортса яҙылған.
Арҡаһында — сәбәпле. Миҫал: Хәҙер ҡартайыу йәки ауырыу сәбәпле вафат булыу осрағы һирәгәйә. Был һөйләм — журналистың урыҫса фекер йөрөтөп яҙғанын асыҡ күрһәткән шәп миҫал, сөнки башҡорт "ҡартайып йәки ауырып үлгәндәр хәҙер һирәгәйҙе" тип ябай, ыҡсым итеп әйтә лә ҡуя. Тағы ла һөйләмдәр килтерәйек: 1. Урын булмау сәбәпле, хатта баҫып торҙолар (дөрөҫө: булмағанға). 2. Баш мейеһе һелкенеү сәбәпле, врачтар ҡәтғи тыйыуға ҡарамаҫтан, егет мотоциклын үкертеп стартҡа килеп тә баҫты (дөрөҫө: Баш мейеһе һелкенһә лә, врачтарҙың тыйыуына ҡарамай…).
Һау — сәләмәт, һаулыҡ — сәләмәтлек. Халыҡ телендә сәләмәт, сәләмәтлек һүҙҙәренә ҡарағанда һау, һаулыҡ күберәк ҡулланыла һәм уларҙы әйтеүе лә еңел, ишетелер-ишетелмәҫ кенә йомшаҡ яңғырай. Иң мөһиме — унда башҡорт теленең үҙенсәлекле һ өнө бар. Беҙҙә был һүҙҙәргә бәйле мәҡәл, әйтем дә күп: һаулыҡ — байлыҡ; һаулығың — байлығың; ауырыу күрмәгән һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ һәм башҡалар. Миҫалдар: 1. Ғәҙәттә, диңгеҙ пехотаһына сәләмәт, мөһабәт кәүҙәле, оҙон буйлы егеттәрҙе алалар. 2. Сәләмәтлегем яҡшы булһа ла…. 3. Сәләмәтлеген хәстәрләгәндәргә уның әһәмиәтен белеү мотлаҡ. Был һөйләмдәрҙәге сәләмәт һүҙе урынына — һау, сәләмәтлек урынына һаулыҡ һүҙен ҡуйып, яңынан уҡып ҡарайыҡ: Ғәҙәттә, диңгеҙ пехотаһына һау, мөһабәт кәүҙәле, оҙон буйлы егеттәрҙе алалар. Һаулығым яҡшы булһа ла… Һаулығын ҡарағандарға уның әһәмиәтен белеү мотлаҡ. Һөйләмдәр матур ҙа, йомшаҡ та яңғырай. Әйткәндәй, сәләмәтлек йылы исеме урынына Һаулыҡ йылы тип алынһа, күпкә һәйбәт булыр ине. Был — күп кешенең фекере.
Ҡарау — хәстәрләү. Башҡорт "Һаулығыңды ҡара" ти, "хәстәрлә" тимәй. Был формала яҙған кешенең халыҡ теленән алыҫлашҡаны һиҙелә.
Барыу — юлланыу. Юлланыу һүҙе яҙышҡан кешеләргә ни яғы менән шул тиклем ярай алғандыр, билдәһеҙ, әммә ул телебеҙҙән барыу һүҙен ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Миҫалдар килтерәйек: 1. Магазинға юлланыр алдынан нимә кәрәк булыуын асыҡлағыҙ… 2. Әйҙәгеҙ, юлланайыҡ урманға. Башҡорт телен китап буйынса өйрәнмәгән кеше бер ваҡытта ла магазинға юлланам, тип һөйләмәй, ә барам, ти. Шуға күрә лә Магазинға барыр алдынан нимә кәрәк булғанын (булыуын түгел) асыҡлағыҙ; Әйҙәгеҙ, урманға барайыҡ, тип яҙыу дөрөҫ булыр.
Йөҙ — бит. Миҫал: Йөҙөбөҙ ҙә тәрбиәләп тороуға мохтаж. Бит, йөҙ һүҙҙәре синоним булһа ла, улар араһындағы мәғәнә айырмаһын онотоп киткәндәр бар. Башҡорт "битеңде йыу", "битемә крем һөртәм" тип һөйләй, тик был урында бит һүҙен йөҙ менән алмаштырып булмағанын белә. Шул уҡ ваҡытта “Кешеләр йөҙөндәге шатлыҡ — беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс” тигән һөйләмдәге йөҙ урынына бит һүҙе бөтөнләй тура килмәй.
(Дауамы. Башы гәзиттең 21.02.12; 16.03.12; 27.04.12; 25.05.12; 23.08.12; 14.09.12; 30.11.12; 21.02.13 һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды

Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды 30.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы символы – Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды 29.04.2026 // Мәҙәниәт

2026 йылдың 20-26 апрелендә Павел Луспекаев исемендәге Луганск академия рус драма театры ойошторған ......

Тотош уҡырға 1

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы 27.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай 24.04.2026 // Мәҙәниәт

Проекттың идеяһы президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы контексында ......

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла 23.04.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды 22.04.2026 // Мәҙәниәт

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика балалары көтөп алған ваҡиға – «Тамыр» ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була 22.04.2026 // Мәҙәниәт

Концертта «Бүреләр» рок-төркөмөнөң билдәле йырҙары яңғырай. 26 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге ......

Тотош уҡырға 2

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде 21.04.2026 // Мәҙәниәт

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 4

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты 20.04.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты...

Тотош уҡырға 5

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар 20.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана 16.04.2026 // Мәҙәниәт

Иртәгәнән башлап йорттарға йылы биреү туҡтатыла....

Тотош уҡырға 6

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған 16.04.2026 // Мәҙәниәт

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған...

Тотош уҡырға 3


  1. Илдан
    Илдан от 30.03.2013, 00:52
    "Өсөн — маҡсатында. Тура тәржемәнең касафаты һәм урыҫса уйлап яҙыуҙың һөҙөмтәһе өсөн бәйләүесенең урынын маҡсатында һүҙенең яулап алыуында ла күренә".
    "Ашау — туҡланыу. Ашау һүҙен яҙмаҫ өсөн авторҙар ниндәй генә һүҙҙе алмай: туҡланыу булһынмы, ҡабул итеү булһынмы"
    "Эсеү — ҡулланыу. Тәржемә менән мауығып, урыҫ телендәге употреблять һүҙе урынында башҡортса эсеү һүҙенең йөрөүен онотоп киткәндәр ҙә бар".
    Шулай яҙа автор.Минеңсә, һүҙҙәрҙе йә тырнаҡ эсенә алырға, йә курсив менән бирергә кәрәк, юҡһа, аңлашылмай. Ошолайыраҡ:
    "Өсөн - маҡсатында", "өсөн" бәйләүесенең...,"маҡсатында" һүҙенең...,
    "Ашау - туҡланыу", "Ашау" һүҙен яҙмаҫ өсөн... ,"туҡланыу" булһынмы, "ҡабул итеү" булһынмы,
    "Эсеү - ҡулланыу", "употреблять", "эсеү" һүҙенең...һ.б.

Комментарий өҫтәргә