Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Телебеҙҙе кем боҙа?
Дөрөҫ һөйләмәй һәм яҙмайынса, телебеҙҙе үҙебеҙ боҙабыҙ. Башҡортса белгән өсөн тәғәйен вазифаны биләгән, әммә эшенә яуапһыҙ ҡараған төрлө һөнәр кешеләре был йәһәттән айырыуса хәүеф тыуҙыра: улар һәр ваҡыт халыҡтың күҙ алдында, һөйләгән хәбәрҙәре — ҡолаҡ төбөндә.

Һәр һүҙҙең үҙ урыны бар


Бының менән нимә әйтмәксе булам һуң? Юғары вазифа биләгәндәрҙең эше (йәмғиәт алдында үтәгән төп маҡсат һәм бурыстарынан тыш) тәрбиә биреүгә, өйрәтеүгә туранан-тура бәйле. Уларға ҡарап, үҙебеҙҙе кеше алдында тоторға, кейенергә, дөрөҫ һөйләргә, яҙырға һәм башҡаға өйрәнәбеҙ. Ә был хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһылары, бәлки, үҙенең йәмғиәттә ниндәй урын тотҡанын аңлап та еткермәйҙер. Мәҫәлән, артист, алып барыусы, барлыҡ талантын күрһәтеп, тамашасыға хеҙмәт итә, уны әсир итә: әйткәндәре йөрәккә үтеп инә, илатҡансы көлдөрә һәм башҡалар. Ә теле… Гәзит-журналды алайыҡ: шул тиклем шәп мәҡәлә яҙылған, әммә әлеге лә баяғы теле… Киләсәк быуынды тәрбиәләгән, балалар менән уларҙың ата-әсәһенә ҡарағанда күберәк аралашҡан уҡытыусыны, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен генә алайыҡ: балалар алдында, радио, телевидение аша мауыҡтырғыс темаға сығыш яһайҙар, дәрес үткәрәләр, ә телдәре… Эшеңде еренә еткереп үтәмәү милләтеңдең теленә балта күтәреүгә тиң. Ниңә шулай килеп сыға һуң? Беренсенән, урыҫ теленә бик ныҡ эйәрәбеҙ, теге йәки был төшөнсәне башҡорт ҡайһылай әйтә әле, тип уйлап тороу юҡ, туп-тура тәржемә итәбеҙ. Икенсенән, үҙебеҙгә бөтөнләй талапсан түгелбеҙ: дөрөҫ һөйләмәйбеҙ, нисек етте шулай яҙабыҙ ҙа ҡабаттан уҡып ҡарамайбыҙ, тикшермәйбеҙ, белмәгәнде һүҙлектәрҙән эҙләү тураһында уйламайбыҙ ҙа. Әгәр шулай булмаһа, халыҡ алдында "шәп" хеҙмәткәр икәнебеҙҙе күрһәткән түбәндәге һөйләмдәр булыр инеме?
Бесәй менән эт — халыҡмы? Малмы? Әллә... Яҙышҡандар араһында йән эйәһенең төрөн билдәләй белмәгән, кешене эт менән бесәйҙән айыра алмай йонсоғандар ҙа бар икән. Бындай мәҡәлә миңә бер тапҡыр ғына осраһа, иғтибар итеп тә тормаҫ инем. Республика гәзиттәренең береһендә донъя күргән ике яҙманы уҡып сыҡҡандан һуң аптырашта ҡалдым. Бер мәҡәләлә "Әлеге заманда бесәй халҡынан да ҡурҡып йәшәгән кеше бармы?", "Бесәй ҙә булғанмы мал, тиерһегеҙ" тигән һөйләмдәрҙе уҡырға тура килде. Эт менән бесәй тураһында белешмә алыр урындар хәҙер, Аллаға шөкөр, быуа быуырлыҡ бит. Һүҙлек шундай мәғлүмәт бирә: бесәй — сысҡан тота торған йыртҡыс ҡылыҡлы йорт йәнлеге (БТҺ., 1-се том, 136-сы бит).
Икенсе бер мәҡәләлә эттәр тураһында "Был тиклем дә өргән үә ырылдаған халыҡтың бер урынға тупланғанын бер ҡасан да күргәнем булмағас, башта ҡаушай төштөм", "Шығырым тулы кеше һәм эт халҡы араһында таныш-белеште эҙләп ҡараным" тигән һөйләмдәр бар. Шулай итеп, йәмәғәт, киләсәк быуынды "бесәй менән эт халыҡҡа йә малға ҡарай" тип өйрәтәбеҙ булып сығамы? Малға ҡараһа, уны һуйып була түгелме әле? Бына бит, эштәр ҡайҙа табан бара, туғандар. "Эт — йорт һаҡлау, һунар итеү һ.б. ихтыяж өсөн ҡулға эйәләштерелгән йәнлек" тип аңлатыла "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә.
Мал һүҙенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Гәзиттәребеҙҙең береһендә “Был егеттән мал сығыр, тиер ине" тигән баш менән бирелгән мәҡәлә иҫтә ҡалған. Һүҙ хайуан тураһында барһа, мал булыр, ә кемдәндер кеше сығыр, тибеҙ бит. Һүҙлеккә ҡарайыҡ: мал булыу — ауырығандан һуң имен-һау, тере ҡалыу. Ә егет кешенән бер нисек тә мал сыҡмайҙыр ул?
Балыҡ, әйбер үҙе ҡайта аламы? Ҡайҙандыр (күп осраҡта сит илдән) нимәлер һатып алынып, тәғәйен урынына килтерелһә, был хаҡта гәзиттә, радио һәм телевидениела йыш ҡына ни өсөндөр ҡайтарылды тип яҙалар, һөйләйҙәр. Мәҫәлән: Голландиянан һөтлө һыйырҙар ҡайтарылды. Тәүге ҡарлуғастар — Аргентинанан ҡайтарылған сәскестәр … эш башланы. Шуға күрә ҡайтарылған өр-яңы техника киләсәктә халыҡҡа хеҙмәт итер, … тип ышанам. Ул йылдарҙа магазиндарға көндәлек тауарҙар бик һирәк ҡайта ине. Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы 19,8 тонна туңдырылған сельдь балығын тәьминәтселәргә кире ҡайтарырға тигән ҡарар сығарған. Һорау тыуа: һыйыр ниңә быға тиклем Голландиянан ҡайтмай йөрөгән икән? (Ысынлап та, мал ҡайһы саҡта көтөүҙән өйгә ҡайтмай ҙа ҡуя, эҙләп алырға тура килә). Ә бахыр балыҡ нисек кенә итеп, ҡайҙа ғына ҡайтып китте икән?
Башҡортта "мал ашаған еренә ҡайта" тигән әйтем бар. Билдәле эпосыбыҙҙа көтөү башлығы Ҡуңырбуға малды Уралдың көньяҡ тармағына, ҡыҙҙың ата-әсәһенең йортона алып ҡайта. Аҙашып ҡалған йә аҙаштырылған бесәйҙәрҙең дә оҙаҡ ваҡыт үткәндән һуң, әллә күпме саҡрым юл үтеп, элек торған еренә ҡайтыуы тураһында яҙғандары бар. Башҡорт телендә ҡайтыу һүҙе ике осраҡта ғына ҡулланыла: тыуып үҫкән яҡҡа һәм йәшәп ятҡан ергә (өйгә) ҡайтҡанда ғына ҡайтам, барып ҡайтам, ҡайтып киләм (тыуған яҡҡа) тип һөйләйбеҙ. Мәҫәлән, Байрамға ауылға ҡайтам. Ауылға ҡайтып килдем. Эш кабинетының асҡысын өйҙә онотоп ҡалдырғанмын, шуға ҡайтып килдем.
Башҡа ваҡытта, барам, барып киләм, барып ҡайтам, тибеҙ. Башҡорт телендә ҡайтыу, ҡайтарыу һүҙҙәренең нигеҙенә торған (йәшәгән) ерҙән сығып китеп, шунда кире әйләнеп ҡайтыу, кире ҡайтарып ебәреү мәғәнәһе һалынған. Тимәк, һөтлө һыйырҙар Башҡортостанда быға тиклем бер ваҡытта ла булмағас, бер нисек тә ҡайта алмай һәм уларҙы ҡайтарып ебәреп тә булмай. Сәскес, өр-яңы техника, көндәлек тауар, балыҡ, голланд сәскәләре лә ҡайта алмай, уларҙы һатып алырға, һатып алып ҡайтырға, барып алырға, барып алып килергә, барып алып ҡайтырға мөмкин. Үрҙә бирелгән һөйләмдәрҙе түбәндәгесә яҙһаҡ, дөрөҫ булыр: Голландиянан һөтлө һыйырҙар һатып алынды. Тәүге ҡарлуғастар — Аргентинанан алынған (йә һатып алынған // алып киленгән) сәскестәр … эш башланы. Шуға күрә һатып алынған өр-яңы техника киләсәктә халыҡҡа хеҙмәт итер, … тип ышанам. Ул йылдарҙа магазиндарға көндәлек тауарҙар бик һирәк килтерелә (йә алып киленә) ине. “Боҙолған балыҡ кире бирелгән”; Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы 19,8 тонна туңдырылған сельдь балығын тәьминәтселәргә кире бирергә тигән ҡарар сығарған.
Нимәнелер эйәһенә кире бирергә кәрәк булған ваҡытта ла башҡорт телендә бер генә һүҙ — ҡайтарыу — йөрөмәй, уны башҡорт икенсе төрлө әйтә. Мәҫәлән, Магазинға аныҡ дәғүәгеҙ булып, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға ниәтләйһегеҙ икән, дәғүәне мотлаҡ яҙма рәүештә теркәп, рәсми көрәшергә кәрәк. Аҡсаны кире ҡайтарып бирергә йәки кире ҡайтарып алырға ғына була, ә ҡайтарырға түгел.
Кисекмәҫтән тип һөйләгән башҡорт юҡ ул. Миҫалдар: Ағыуланған кешене саф һауаға сығарығыҙ, нишатыр спирты еҫкәтегеҙ … һәм кисекмәҫтән табип саҡырығыҙ. Башҡорт телендә был йәһәттән шунда уҡ йә тиҙ генә тигән һүҙҙәр йөрөй. Тағы бер миҫал:
Ишек шаҡыйҙар. Тынлыҡ. Нығыраҡ шаҡыйҙар.
— Асығыҙ!
Ишек артында тынлыҡ.
— Кисекмәҫтән асығыҙ!
Башҡорт бер ваҡытта ла ишекте кисекмәҫтән асығыҙ тип талап итмәй, ә тиҙерәк асығыҙ йәки хәҙер үк асығыҙ ти.
Нимәгәлер эйә булыу нимә һуң ул? Һуңғы ваҡытта ошолай тип яҙыу, һөйләү йышайҙы. Миҫалдар килтерәйек: 1. Башланғыс капиталға эйә булмаған йәки эшҡыуарлыҡ “ҡамытын” кейергә теләмәгәндәр нисек аҡса эшләй һуң? Дөрөҫө — башланғыс капиталы булмаған. Был һөйләм — урыҫса фекер йөрөткән йәки шул телдән тура тәржемә иткән кешенең эше (урыҫсаһы — обладатели начального капитала). 2. Был бәйләнеш ғәҙәттән тыш һәләттәргә эйә булған кешеләр — контактерҙар аша башлана. Башҡорт телен һәйбәт белгән кеше һәләте булған кешеләр тип яҙыр ине. 3. Йыл башланып та өлгөрмәне, льготаларға эйә булыусы граждандар йәнә дарыуҙарға ҡытлыҡ менән осрашты. Дөрөҫө: … льготалары булған граждандар йәнә дарыуҙарға ҡытлыҡ кисерә башланы.
Ҡыуып тотоу һәм ҡыуып етеү нимә ул? Бер уҡытыусының тәжрибә уртаҡлашып яҙған мәҡәләһенән һөйләм килтерәйек: Дифференциаль уҡытыу һәләттәре төрлө кимәлдә булған балаларға уңайлы шарттар тыуҙыра, йәғни, артта ҡалыусыларға башҡаларҙы ҡыуып тотоу, ә алдынғыларға артабан үҫеү мөмкинлеге бирә. Баҡтиһәң, хәҙер уҡыуҙа артта ҡалғандарҙың хәле мөшкөл — уларға белемле иптәштәрен ҡыуып етеү генә етмәй, ә тотоп алырға кәрәк икән. Бында ла телде белмәү ярылып ята. Догнать һүҙенең тәржемәһе ҡыуып етеү була. Дөрөҫ һөйләм түбәндәгесә булыр: Дифференциаль уҡытыу һәләте төрлө булған балаларға уңайлы шарттар тыуҙыра, йәғни, артта ҡалғандарға башҡаларҙы ҡыуып етеү, ә алдынғыларға артабан белемен арттырыу мөмкинлеген бирә.
Нимә ул күстәнәс? Уны бүләктән айыра алмай ыҙалағандар көндән-көн арта. Мин был турала бер йыл элек, "Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!" тигән дауамлы мәҡәләнең тәүге өлөшөндә яҙа биреп ҡуйғайным, яңылыш һөйләгәндәрен ишеткәс, шылтыратып та маташҡайным. Хәл элеккесә ҡала килгәс, тағы яҙырға мәжбүр булдым. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә өндәшәм: йыр ҙа, шиғыр ҙа, көләмәс тә, саҡырыу ҡағыҙы ла күстәнәс була алмай. Башҡорттар борон-борондан кемдер ебәргән йә үҙе бүләк итеп алып килгән ашамлыҡты ғына күстәнәс тигән. Һүҙебеҙҙе, мәғәнәһен боҙмайынса, ата-баба ҡалдырғанса ҡулланайыҡ.
(Дауамы. Башы 21.02.12; 16.03.12; 27.04.12; 25.05.12; 23.08.12; 14.09.12; 30.11.12 һандарында)


Автор: Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков

Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков 05.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыу башланды, республикабыҙ халҡы мөһим ҡарар ......

Тотош уҡырға 4

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яуланы

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яуланы 04.05.2026 // Мәҙәниәт

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсында Гран-при яуланы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды

Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды 30.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы символы – Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты ......

Тотош уҡырға 3

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды

Башҡорт драма театрының МХО тураһында спектакле халыҡ-ара фестивалдең дипломына лайыҡ булды 29.04.2026 // Мәҙәниәт

2026 йылдың 20-26 апрелендә Павел Луспекаев исемендәге Луганск академия рус драма театры ойошторған ......

Тотош уҡырға 3

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы 27.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә әсәйҙәр араһында «Башҡортостан ҡыҙы-2026» конкурсы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай

Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» шоуының хедлайнеры булып AY YOLA төркөмө сығыш яһай 24.04.2026 // Мәҙәниәт

Проекттың идеяһы президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы контексында ......

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла 23.04.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Чернобыль фажиғәһенең 40 йыллығына арналған күргәҙмә асыла...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды

Өфөлә «Тамыр»ҙың концерты Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә һәм татыу ғаиләгә арналды 22.04.2026 // Мәҙәниәт

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика балалары көтөп алған ваҡиға – «Тамыр» ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була

Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була 22.04.2026 // Мәҙәниәт

Концертта «Бүреләр» рок-төркөмөнөң билдәле йырҙары яңғырай. 26 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге ......

Тотош уҡырға 3

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде 21.04.2026 // Мәҙәниәт

Тывала башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов миҙал менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 5

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты 20.04.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң яңы клибы сыҡты...

Тотош уҡырға 9

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар 20.04.2026 // Мәҙәниәт

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайын һайланылар...

Тотош уҡырға 3


  1. Илдан
    Илдан от 23.02.2013, 18:22
    Мең рәхмәт, Миңһылыу ханым!Ошондай мәҡәләләр бик кәрәк беҙгә.Тик кеше, ғәҙәттә, ҙур мәҡәләне уҡырға яратмай(үҙемдең күҙәтеү буйынса),ҡыҫҡарағын хуп күрә.Бәлки, номерҙан-номерға бүлеп биреү кәрәктер,ә?

Комментарий өҫтәргә