Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның бала сағы Бөрйән районының Аҫҡар ауылына бәйле. Иҫке Собханғол мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, 1972 — 1976 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый, 1977 — 1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Хеҙмәт юлы нигеҙҙә Стәрлетамаҡ ҡала мәғарифына бәйле. "Башҡорт халыҡ ижады, тарих һәм тел ғилеме, кеше исемдәре, ҡурай феномены һәм топонимика өлкәләрендәге эҙләнеүҙәрем, ниһайәт, иң бөйөк рухи байлығыбыҙ — серле "Урал батыр" ҡобайырының айышына төшөнөрлөк тел асҡысына юлыҡтырҙы. "Башҡортостан" гәзите уҡыусылары менән ошо асыштарымды уртаҡлашыуҙы бурысым тип иҫәпләйем", — ти автор.
Көньяҡ Уралдан өс-дүрт мең йыл элгәре күсеп киткән һинд-иран телле арийҙарҙың ырыу башында тәүбабалары Ҡурыу батша торған. Тарихсы һәм телсе ғалим Салауат Ғәлләмов үҙенең хеҙмәттәрендә Ҡурыу арийҙарының күсеп киткән бер өлөшөнөң боронғо Месопотамия ерҙәрендә Ҡурдистан илен барлыҡҡа килтереүен, ә хәҙер Төркиә, Сүриә, Иран, Ираҡ илдәрендә бүленеп ҡалған ҡурдтар булыуын раҫлай. Уларҙың тәүтөйәге Уралда ҡалып, әлегәсә шул ерҙә көн иткән төркөмөн баш ҡур+т (күплек ялғауы) тип атай һәм башҡорт этнонимының килеп сығышын ошолай аңлата ғалим. Был халыҡ, Көнсығыштан, Урта Азия, Алтай тарафтарынан күсеп килгән төрки ҡәбиләләр ҡыҫымында ҡалып, боронғо туған иран-арий теленән алыҫлашҡан, ти ул. Донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай. Туған телебеҙҙә "ҡур" тамырлы һүҙҙәрҙең бик күп һаҡланыуы — ошоға миҫал.
"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "ҡур" һүҙе шулай аңлатыла: 1) ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеһе, ҡурбаш; 2) башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая. Тимәк, был осраҡта "ҡур" — "башлап ебәреүсе", "тоҡом башлаусы", "нигеҙ һалыусы", "барлыҡҡа килтереүсе", "күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы" тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Һүҙҙең мәғәнәһе Көньяҡ Уралда йәшәгән арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә ишаралай. Фекерҙе раҫлау өсөн "ҡур" тамырлы һүҙҙәр теҙмәһен килтереү етә:
ҡураҙ (фарсы) — 1. Әтәс. 2. Ирҙәрҙең енси ағзаһы;
ҡурбаш (диалект) — ҡамыр әсеткеһе, икмәк башы;
ҡураҡ — ҡурға ҡалдырылған тоҡом айғыры;
ҡурлы — мал-мөлкәтле, бай; бәрәкәтле, үрсемле; (дим-ҡариҙел һөйләше) хәлле;
ҡурпы — сабылған ергә яңынан үҫкән йомшаҡ үлән йәки йәш иген;
ҡурсаҡ — үҫеш осороноң бер мәлендә ашамай, ҡуҙғалмай көпкә төрөнөп ятҡан бөжәк, йәғни үҫештең яралыу этабы, башы;
ҡурҙау (арғаяш һөйләше) — беренсе көбөлә әсегән ҡымыҙ;
ҡуржын (мейәс һөйләше), ҡурйын (әй һөйләше) — түпрә, сөпрә, ойотҡос;
ҡурпытеш — һөт теше;
ҡурпып сығыу (һаҡмар һөйләше) — шытып сығыу;
ҡурҙы (мейәс һөйләше) — үрсемле;
ҡур һөйәге (һаҡмар һөйләше) — ҡоймос; (йогала: йоҡо хәлендәге кундалини энергияһы, йәғни йән эйәһенең көс-кәр, ҡеүәт үҙәге).
Был тамырҙаш һүҙҙәрҙең барыһына ла бер мәғәнәүи уртаҡлыҡ хас: "барлыҡҡа килтереү, үрсетеү һәләтенә эйә", "башлаусы, этәргес көс-ҡеүәт менән тәьмин итеүсе".
Хәҙер "ҡур" һүҙенең икенсе аңлатмаһына туҡталайыҡ: "Ҡур — ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым". Артабанғы һүҙҙәр теҙмәһе ошо мәғәнәгә ҡоролған:
ҡурған — бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер. Кешенең ғүмере аҙағына еткәс, уның физик тәне, йәненән айырылып, ер менән ҡатыша. Боронғо арийҙар кешене был тормош өсөн кәрәк булған бөтә матди байлығы менән бергә күмеүгә лә ҙур әһәмиәт биргән: тән — ваҡытлыса, ерҙә ҡалыусы, тупраҡҡа кире әйләнеүсе; йән — мәңгелек.
Ҡуржа, ҡуржын (диалект) — юшҡын;
ҡура — тапанды ер, ишек алды, ихата;
ҡурйыу — үтә ныҡ әсеү; ҡырҡыуланыу, артау (бал, буҙа, ҡымыҙ тураһында әйтелә).
Был миҫалдарҙан аңлашылыуынса, "ҡур" — күҙгә күренмәгән, ләкин уның барлығына нескә кимәлдәге эске тойомлау аша ышанырлыҡ ниндәйҙер бер ҡеүәт. Уның булыу-булмауын иҫәпкә алһаҡ, артабанғы тамырҙаш һүҙҙәрҙе мәғәнәләре буйынса ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә бүлеп була.
Беренсе төркөм:
ҡурый (минзәлә һөйләше) — дәртле;
ҡурсалау, ҡурсыу — хәстәрлек тойғоһо менән тел-тештән, хәүеф-хәтәрҙән кәртәләү, аяу, яҡлау;
ҡурғау — яуҙан, бәлә-ҡазанан һаҡлау;
ҡурғауыл — яуға, һөжүмгә ҡаршы ҡуйылған һаҡ, нығытма.
Икенсе төркөм:
ҡурҡыу — йән өсөн шомға төшөү, шөрләү тойғоһо кисереү; билдәле бер шартҡа түҙмәй бирешеү, сигенеү;
ҡурҡыныс — күңелгә шом, ҡурҡыу хисе һалған; кешене ауыр кисерештәргә, ҡыйын, хәүефле шартҡа ҡуйған хәүеф-хәтәр;
ҡураныс (ырғыҙ һөйләше) — ҡыҫаныс, әҙ, етерлек түгел;
ҡур итеү (һаҡмар һөйләше) — хур итеү;
ҡурҡҡы (дим һөйләше) — ҡарасҡы;
ҡурмыш (урта Урал һөйләше) — һаран;
ҡурылмау (ҡыҙыл һөйләше) — ыжламау;
ҡурылыу — (урта һаҡмар, ырғыҙ һөйләше) һаранланыу; (салйоғот һөйләше) сикләнеү;
ҡурыу — (көнсығыш диалект) ҡыҫыу, тегеү; (гәйнә һөйләше) һыҙлатыу; (урта Урал) өшөтөү;
ҡур ҡуйыу — яҙғы буръяҡ йылғаның кире ағымына балыҡ аулай торған оҙон тотҡалы ҙур сүмес ау ҡуйыу;
ҡур һалыу, ҡур түләү — һалым, яһаҡ түләтеү.
Эллин (грек) телендә лә бар был мәғәнәгә эйә һүҙҙәр: курастика — арыным, куразменос — арыған ир кеше, куразмени — арыған ҡатын-ҡыҙ (тимәк, ҡурһыҙ, хәлһеҙ ҡалған). Был осраҡта "ҡурһыҙ" булыу көс-ҡеүәтһеҙ, ҡотһоҙ, яҡлауһыҙ ҡалыуға тиң.
Миҫалдарҙан аңлашылыуынса, "ҡур" — йәндең тереклек итеүенә булышлыҡ итеүсе, нескә кимәлдә тойолоусы бер көс, тәнде йәшәү сығанағы булған йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ҡеүәт. Ошо күҙлектән сығып ҡараһаң, "ҡур" һүҙенең "ҡуҙ, ҡыҙыу" йәки "утта тотоу" мәғәнәһенә тап килеүен күҙәтергә мөмкин:
ҡурау — ҡояшта үтә ныҡ кибеү, ҡороу;
ҡурылыу — кибеп ҡорошоу;
ҡурыу — ҡорола йәки майҙа ҡыҙҙырыу;
ҡурҙаҡ — утта ҡурылған ит;
ҡурғы — бойҙай, борсаҡ һәм шуның һымаҡ башҡа нәмәне ҡыҙҙыра торған йәйпәк ҡаҙан;
ҡурғаҙан — бешеренеү өсөн тәғәйен оло ҡаҙан;
ҡурмас — бөтәүләй ашау өсөн ҡыҙҙырылған бойҙай. Боронғо дин йолаһы буйынса 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Науруз байрамында әҙерләнә торған төп ризыҡ. "Бойҙай уңһа – аш булыр, уңмаһа — таш аш булыр", — тип теләктәр теләгән тереклектең йәшәү сығанағы — ут-ҡояшҡа табыныусы ата-бабаларыбыҙ. Был йола орлоҡ культы менән бәйле, сөнки ул (бойҙай, ҡурмас) — буласаҡ уңыштың башы. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ игенселек менән шөғөлләнгәнен тоябыҙ был миҫалдан.
Ҡурғаш — утта тиҙ иреүсән, еңел сүкелә торған металл. Тарихтан билдәле булыуынса, арийҙар — металл эшләү серҙәрен тәүгеләрҙән асҡан халыҡ.
Ҡурай — сатыр сәскәле үләндең кибеп ҡороған һабағынан, көпшәһенән эшләнгән уйын ҡоралы.
Үрҙә һаналған "ҡур" тамырлы һүҙҙәрҙең барыһының да ҡояшҡа, утҡа ҡағылышлы нәмәләрҙең атамаһы булыуы — уларҙың башҡорттарҙың боронғо донъяуи ҡараштарына, диненә ҡағылышлы терминдар икәнлегенә дәлил. Исемдәрҙә һәм топонимдарҙа ла осрарға тейеш булып сыға түгелме һүҙҙең был тамыры? Боронғо башҡорт исемдәренән яһалған фамилияларҙы иҫкә төшөрәйек: Ҡурамшин, Ҡормашев, Ҡурбатов, Ҡурсаев, Ҡорманов, Ҡормаҡаев, Ҡоррәтов һәм башҡалар.
Бөрйән районындағы Ҡурыуҙы тауының атамаһы легенда буйынса түбәндәгесә аңлатыла: дошманы тарафынан һәләк ителгән Ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙең ҡатыны ауырындағы балаһы менән шул үлтереүсе ҡулында ҡала. Ошо бала буй еткергәндән һуң, дөрөҫлөктө белгәс, атаһы тип йөрөгән дошманы Ҡараҡөлөмбәттән үс алыуҙы тау башына мендереп, тереләй утта ҡурыу аша башҡара.
"Ҡурҙың тура мәғәнәһе урыҫса "закваска, солод" булһа, ул шулай уҡ һыуға, һыу сығанағына ҡарата "көс, ҡеүәт; көс-ҡеүәт башланғысы, энергия тупланмаһы" тигәнде белдерә булыр. Ҡорғаҙаҡ та, тимәк, көс, энергия биреүсе, дауалау көсөнә эйә булған йылға һыуы", — тип үҙ фекерен белдергәйне яҙыусы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның Топонимика хеҙмәте етәксеһе Рәшит Шәкүр был турала.
Башҡорт халыҡ йыры "Ҡурташ"тан ошо уҡ мәғәнәне тойоп була:
Ҡурташ, Ҡурташ тигәйнем,
Иҙел башы ҡуш ташым,
Ятһам, түшәк булған таш,
Ҡышын түшәк булған таш.
Дошман килһә, меналмаҫ,
Аша сабып уҙалмаҫ,
Менеп еген табалмаҫ,
Мине һаҡлар ҡушташым.
Тик мин мендем башыңа,
Һыйындым мин ташыңа,
Дошманымдан һаҡланып,
Төйәк, тинем, башыма.
Дошман килеп ҡамағас,
Тирәмде ут ялмағас,
Уҡ та булдың, Ҡурташым,
Һаҡ та булдың, Ҡурташым.
Дошман башын юймайсы,
Инде килмәм ҡашыңа,
Үс алмаһам дошмандан,
Антым етһен башыма.
Был таш ҡышҡы һыуыҡтан ҡотҡарыу өҫтөнә, һаҡлау, ҡурсалау, йылытыу тылсымына эйә булған мөғжизәле таш булып сыға.
Әгәр "ҡарыһүҙ" төшөнсәһенең "боронғо, тәүге" мәғәнәһенә тап килеүенән "ҡара" һүҙенең боронғолоҡҡа ишара яһауын иҫәпкә алһаҡ, "кәр"ҙең "физик һәләт; көс, ҡарыу" мәғәнәһен биреүен күҙ уңында тотһаҡ, көр – 1. Ит-май ултырған; һимеҙ (хайуандарға ҡарата); таҙа, ябыҡ түгел (кешегә ҡарата); 2. Тулы көскә эйә; ныҡлы, баҙыҡ; күр, күреү — "күҙ менән ҡабул итеүгә һәләтле булыу" тип ҡараһаҡ, барлыҡ ҡур/күр, ҡор/көр, ҡар/кәр өлөшсәләренә ниндәйҙер кимәлдә дөйөмлөк хас.
"Ҡәрҙәш", "ҡарындаш" һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрмәй булмай: тәнебеҙ әсә ҡарынында Илаһтың ҡеүәтенән ярала, йәнебеҙ ҙә Унан башланғыс ала һәм кире Уға ҡайта. Шул уҡ сәбәп-һөҙөмтә бәйләнеше! "Яулы көндә ят яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы" тигән мәҡәлдән аңлауыбыҙса, туған-ара мөнәсәбәттәрҙә киҫкенләшеү осраҡтары булыуына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙа ҡан-ҡәрҙәшлек ептәренең өҙөлөүе хупланмай. Шуға ла башҡорттоң үҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем белеүе йола, ҡанун рәүешендә үтәлгән һәм, халыҡты туплау, бер бөтөнгә ойоштороуҙа төп шарт булып, быуындан быуынға күсә килгән. Шуға күрә ҡур/күр, ҡор/көр, ҡар/кәр өлөшсәләре булған ырыу-ара, зат-нәҫел атамалары, топонимдар йыш осрай: Ҡурпысыҡ, Ҡормашты, Ҡормантау, Ҡотҡор, Ҡарыш (Белорет районы); Көргәҫ йылғаһы (Бөрйән районы); ҡурапыс, ҡөрәйеш ырыуҙары (Ейәнсура районы) һәм башҡалар. Ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән Ҡөрьән Кәрим китабын донъя халыҡтарына ҡалдырған Мөхәммәт пәйғәмбәр, бәлки, ошо ерҙәрҙән күсеп киткән ҡәбиләләр араһындағы ҡөрәйеш ырыуының вариҫылыр? Тырышып-тырышып, ата-бабаларының тәүтөйәген юллап килеп сыҡманымы икән Х быуаттың беренсе яртыһында Бағдад хәлифе Ибн-Фаҙлан Ҡондорса буйҙарына? Шуғалыр ҙа ул ҡурай моңона әсир булғандыр!
Ҡурай тураһында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлекте ҡояшта ҡураған көпшәһендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән наҙлы тауышты беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Яғымлы тәбиғи ауаз ата-әсәһен, тыуған ерен һағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге һауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа илаһи моң яралыу шул тиклем ябай тойола — тәбиғи үлән көпшәһен ҡырҡып ал да уйна! Бөйөклөк — ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәһе бит. Юҡ! Былай бүлеп ҡарау илаһи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береһенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән ҡарағанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде генә аңлатмай был һүҙ. Уйнаусының күңелендә яралған моңдо (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо һәм тәүге уйын ҡоралы булғанға күрә ул ҡурай тип атала! Ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу һәләте иң боронғо халыҡтарҙан һаналыр башҡортҡа ғына хас, тәбиғи үләндән моң ҡоралын яһауҙы Аллаһы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Боронғолоғона, тәбиғилегенә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсегә тотҡарлыҡһыҙ үтеп инә ала. Моң һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш) һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға!
Ҡурай сәскәһе сатыр сәскәләр ғаиләһенә ҡарай. Яҡтылыҡ нурҙарын бар ғаләмгә һипкән мең саталы ҡояштың үҙе менән оҡшаш ул. Ҡояш яҡтылығын, йылылығын тойоп, яҙ башында ерҙән шытып сығып, буй еткереп, орлоҡтарын ҡойоп, тәбиғәт алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, был үҫемлектең ҡураған көпшәһе үҙе аша моң ҡойорлоҡ булып өлгөрөп етә. Башҡорт халҡында бик боронғо замандарҙан ҡояш культы менән бергә ҡурай һәм болан культы йәшәүенең сәбәбе төҫмөрләнә бында! Сатыр сәскәле ҡурайҙы һәм саталы мөгөҙлө боланды изгеләштереү – сатҡыға, йәғни яҡтылыҡ сығанағы ҡояшҡа табыныуҙың сағылышы ул. Тап боронғо арийҙарҙан ҡалған йога тәғлимәтендәгесә, ҡур һөйәгендә йоҡо хәлендәге йылан рәүешле уралып ятҡан кундалини энергияһын, йәғни йән эйәһенең көс-кәрен умыртҡа бағанаһы буйлап мейегә тиклем күтәреү һәм Абсолют Аңға тоташыу шулай һүрәтләнә.
Башҡорт өсөн ҡурай — тыуған ер, тәбиғәт бүләге, Урал тауҙарын йәнтөйәк иткән ата-бабаларҙың рухи мираҫы. Шул ҡыу һабаҡты ҡырҡып алып, көпшәһе аша тын өрөп, тәбиғәттең үҙе кеүек мәңгелек моң яралтыу — үҙе бер мөғжизә. Икенсе мөғжизә — сал тарихыбыҙ дауамында бер ниндәй ҙә Ваҡыт һәм Ара һынауҙарының башҡортомдо ҡурайынан айыра алмауы! Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының гербында һәм флагында сағылыш тапҡан милли моң ҡоралы ҡурайыбыҙҙың исеме лә халыҡтың үҙ атамаһы — башҡорт һүҙе менән тамырҙаш һәм мәғәнәләш булып сыға! Көҙгө һалҡындарҙан һулыған үләндәр араһында ҡояштай сатыры менән ғорур баҫып торған ҡурай — ул мәңгелек символы.