Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!
Ялғауҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте
Башҡорт телендә уйға ла, аптырауға ла һалған грамматик формалар бар. Әйтәйек, ҡайһы бер ялғауҙар үҙ асылына тура килмәгән исем менән атап йөрөтөлә.
Мәҫәлән, башҡорт теле дәреслектәренең авторҙары, бер-береһенә эйәреп, -ған ялғауы ҡылымдың билдәһеҙ үткән заманын йә иһә шаһитһыҙ үткән заманын белдерә, тип яҙа. Тимәк, билдәһеҙлекте аңлатҡан төшөнсәгә һанайҙар. Ә ошо ялғауҙар ярҙамында төҙөлгән ҡылымлы һөйләмдәргә күҙ һалһаҡ, уларҙа билдәле нәмә тураһында һүҙ барғаны асыҡ күренә. Әйтәйек, мин: “Юлға сәй алғанмын, Ләйсән дә алған икән”, — тиһәм йәки деканыбыҙ: “Һөйөнсө! Алтайға киткән студенттарыбыҙ конкурста еңгән”, — тип шатланып шылтыратһа, бында ниндәй билдәһеҙлек булһын? Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡуласа” романындағы “… мин был һөйләшсәнең тамырҙары бик тәрәндә икәнлегенә инанғанмын”. “Орҙомша” һүҙен инәйемдән, инәйемдең инәһе Мәрфуғанан ишетеп, ҡағыҙға теркәп ҡуйғанмын” тигән һөйләмдәрҙәге ҡылымдарҙы, билдәһеҙлекте белдерә тип һанап, яҙылғандарға шик төшөрөргә тейешбеҙме?
Ялғауҙарҙың, киҫәксәләрҙең, хатта өндәрҙең дә (ҡыҫҡа ғына булһалар ҙа) мәғәнәһе бар. Улар билдәле булыуҙы, билдәһеҙлекте, икеләнеүҙе, раҫлауҙы, көсәйтеүҙе һәм башҡа төшөнсәләрҙе белдерә, йәғни донъяуи хәл-торошто телдә сағыу итеп биреү мөмкинлеген аса. Мәҫәлән, о-о-о — ҙур, көслө, шәп тигәнде, и-и-и иһә бәләкәй, аҙ, мөсһөҙ булыуҙы белдерә. Ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡулланмау телде боҙоуға юл ҡуя, ә -ған ялғауын билдәһеҙ тип һанау бер-береңә ышанмауға, шикләнеп ҡарауға урын ҡалдыра. Бер атай: “Бала кешегә бармаймы ни?” — тип, оҙаҡ уйлап тормайынса, яңы тыуған сабыйына беренсе тура килгән исемде ҡушҡан да ҡуйған, ти. Бала үҫкән, ҙур кеше булған. Әммә, ҡыҙыҡһынған кешегә сәйер исемен аңлатырға тырышып, ғүмере буйы ыҙалаған, ти. Шуның кеүек беҙ ҙә “ялғауҙар ҡыҫҡа ғына бит — бары ике-өс хәрефтән тора, ҡайһылай атаһаң да булалыр” тип уйлап, уларҙың тәрбиәүи көсөн онотоп ебәрәбеҙ түгелме?
Тағы ла миҫалдар килтерәйек: С.Ф. Миржанова көньяҡ диалект буйынса монография яҙған. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы студенттары, Алтайға тел буйынса конкурсҡа барып, беренсе урынды алып ҡайтҡан. Был һөйләмдәр аныҡ факттарға таянып яҙылған, шуға күрә уларҙы билдәһеҙ (шаһитһыҙ) тип әйтергә нигеҙ юҡ. Минең һеҙҙе күргәнем бар. Минең һеҙҙә булғаным бар — был һөйләмдәрҙә ниндәй билдәһеҙлек булһын, үҙемдең ҡылған эштәрем тураһында һүҙ алып барам даһа!
Ә эш-хәлдең — билдәһеҙ, мәғлүмәттең үтәлеү-үтәлмәүе икеле булғанын аңлатыуҙың үҙ юлдары бар. Был төшөнсәләр бәлки, моғайын, шикелле, һымаҡ, кеүек, ул һүҙҙәре, икеләнеү киҫәксәләре (-дыр) менән бирелә. Үрҙә бирелгән һөйләмдәрҙең билдәһеҙ формаһын яһайыҡ: С.Ф. Миржанова, бәлки, көньяҡ диалект буйынса ла монография яҙғандыр. …башҡорт филологияһы студенттары …беренсе урынды алып ҡайтҡан шикелле (ҡайтҡандыр). Минең һеҙҙе күргәнем бар һымаҡ (күргәнмендер). Минең һеҙҙә булғаным бар шикелле (булғанмындыр).
Әйткәндәй, -ды башҡорт телендә билдәле (шаһитлы) үткән заман ялғауы тип иҫәпләнә. Алды, әйтте тиһәк, билдәле (шаһитлы) үткән заман, ә алған, күргән, әйткән тип әйтһәк, имеш, билдәһеҙ (шаһитһыҙ) үткән заман була. Үрҙәге миҫалдар был ике төр ялғауҙың да билдәле икәнлеген күрһәтә. Шуғалыр ҙа, Ж.Ғ. Кейекбаев -ды ялғауын шаһитлы үткән замандың — беренсе, -ған ялғауын икенсе формаһы тип атай.
Үрҙә әйтелгәндәр киләсәк заманды белдергән -ыр ялғауына ла ҡағыла. Уларҙы ла телдә билдәһеҙ киләсәк заман формаһы тип атайҙар. Минеңсә, был ялғауҙар ҙа, -ған кеүек үк, билдәлелек күрһәткесе, улар киләсәктә ысынлап та була, тормошҡа аша торған төшөнсәне белдерә. Нисек инде, әгәр улым: “Әсәй, ыҙалап килеп йөрөмә, Рәсүлде һеҙгә үҙем алып барырмын”, — тип әйтһә, мин, тел белгесе: “Улым билдәһеҙ киләсәк заман формаһын ҡулланып һөйләште, ейәнемде әллә алып килә, әллә юҡ”, — тип, ышанмай, икеләнеп ултырырға тейешме?
Шуға ла был ялғауҙарҙы (-ыр, -ған) билдәһеҙ киләсәк һәм үткән заманды белдергән формалар тип ҡарауҙы телгә, йәш быуынға туранан-тура хилафлыҡ эшләү тип һанайым. Кешенең һөйләгәненә ышанып етмәү, уға һәр ваҡыт шикләнеп ҡарау күңелгә ауыр йөк булып ята, ә икеләнеү уятыу эшкә дәртләнеп, дәррәү тотонорға мөмкинлек бирмәй.
Ә. Бейеш -ған ялғауының үткән замандың хәбәр ҡылым ялғауы булып китеүе хаҡында былай тип яҙа: “Ә. Мансур тәүге дәреслегендә үк, Н. К. Дмитриев әйтмешләй, элгәрге татар грамматикаларына эйәреп, -ған ялғауы менән яһалған форманы үткән заманға ғына ҡайтарып ҡуя һәм … эште “үҙең күреп түгел, башҡалар арҡылы ишетеп кенә хәбәр итеүҙе аңлата” тип билдәләй. Башҡорт тел белгестәре әле булһа ошо фекерҙе яҡлап, уны алға һөрә, йәғни -ған ялғауы менән яһалған ҡылымды эш-хәлдең үтәлеүен үҙең күрмәгән хәлдә ҡулланған шаһитһыҙ үткән заман формаһы тип иҫәпләй. Кешенең, әйтәйек, Мин һине бер йүнле әҙәм сыҡмаҫмы тип уҡытҡанмын; Мин әле битемде йыумағанмын тип әйтеү мөмкинлеген иҫәпкә алмайҙар. Ни өсөндөр Н. К. Дмитриевтың -ған формаһы хаҡындағы фекерен дә ҡабул итеп бөтмәйҙәр — ул “Грамматика башкирского языка” тигән китабында (1948) хәбәр ҡылымдың -ған формаһын, үткән заманда башҡарылған эште хәҙерге мәлдәге эҙемтәһе (йәки һөҙөмтәһе) буйынса һүрәтләй һәм башҡорт телендәге алғанмын тигәнде үткән-хәҙерге заман йәки перфект тип атарға тәҡдим итә. 1981 йылда донъя күргән “Грамматика современного башкирского литературного языка” тигән китап -ған формаһының мәғәнәһен һаман да шаһитһыҙлыҡҡа бәйләп, беренсе затты ғына Н. К. Дмитриевтың фекеренә ҡайтарып ҡуя, йәғни бер үк форманың мәғәнәһен затҡа ҡарап икегә бүлә. Бер телдә бер үк форманың беренсе затта — бер, ҡалған ике затта башҡа мәғәнә менән йөрөүе мөмкин түгел. (Ә. Бейеш. Тел хикмәттәре. Өфө: Китап, 1999. 79-сы бит).
Артабан Әкрәм Бейеш яҙма һәм һөйләү телдәренән йыйған бихисап миҫалды сағыштырып, -ды менән -ған формаһының мәғәнәһен асыҡлап, былай тип яҙа: “Минең фекеремсә, хәбәр ҡылымдың -ды формаһы эш-хәрәкәттең үткән заманда булыу-булмауы хаҡында — үткән, ә -ған формаһы хәҙерге мәлдән тороп хәбәр итә. Уларҙа шаһитлыҡ-шаһитһыҙлыҡ мәғәнәһе юҡ. Уны, Н. К. Дмитриев тәҡдим иткәнсә, үткән-хәҙерге заман формаһы тип кенә атап була”. Был фекер менән тулыһынса килешәм.
Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы,
БДПУ профессоры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

Комментарий өҫтәргә