Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҡаҙнабыҙ ярлыланмаһын тиһәк...
Район гәзиттәренә күҙ һалайыҡ әле

Совет осоронда районда үҙаллы башҡортса баҫмалар булманы, ә тик урыҫсанан тәржемә ителгән гәзиттәр генә баҫылды (Бөрйәндә генә гәзит туған телдә сығарылды). Был осраҡта, әлбиттә, телдең нескәлектәренә, үҙенсәлектәренә тейешле иғтибар бирелмәне һәм башлыса ҡоро, ҡытыршы мәҡәләләр баҫыла, мәғәнәүи хаталар ҙа ебәрелә ине. Шөкөр, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башлап хәл ҡырҡа үҙгәрҙе — район-ҡалаларҙа ла айырым башҡортса баҫмалар барлыҡҡа килде.

Эйе, был саф башҡорт телендә сығарылған үҙаллы гәзиттәрҙе кинәнеп уҡырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта иғтибарһыҙлыҡ, телгә ҡарата битарафлыҡ (әллә наҙанлыҡ?) арҡаһында юҡ-юҡта һәр төрлө хатаға юл ҡуйыла. Был күңелһеҙ хәл ҡайһы бер район гәзиттәренә күҙәтеүҙә лә сағылыш тапты.
Тәүге һүҙ Илеш районының “Маяҡ” гәзите тураһында. Ул хәҙер татар, урыҫ телдәре менән бер рәттән башҡортса ла сығарыла, әлегә тиражы ҙур түгел (500 дана самаһы). Шулай ҙа был яңы баҫма күп һанлы Илеш башҡорттарының милли үҙаңын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһай. Әлбиттә, гәзитте өс телдә сығарыу айырым ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай ҡалмайҙыр, ләкин тәжрибә туплау, камиллыҡҡа ынтылыш үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Ошо гәзиттең теленә ҡарата ҡайһы бер иҫкәрмәләрҙе әйтергә тура килә. Баҫманы ойоштороусыларҙың береһе “Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң күләм коммуникациялар министрлығы” тип күрһәтелә, йәғни ни өсөндөр “күләм” тигән артыҡ һүҙ өҫтәлгән. Гәзитте теркәү тураһында мәғлүмәт тә ҡытыршы телдә яҙылған: “Гәзит киң күләм коммуникациялар, информацион технологиялар һәм элемтә өлкәһендә күҙәтеүселек итеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде”. Ә дөрөҫ яҙма, минеңсә, былай булырға тейеш: “Гәзит Элемтә, киң коммуникация өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығында теркәлде”. Был турала тәфсирләп яҙам, сөнки юғарыла күрһәтелгән хаталар баҫманың һәр һанында ҡабатлана.
Гәзиттең ғинуар-февраль айҙарындағы һандарында ла хаталы һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе уҡырға була: кәнәғәт йөҙҙәре, исемләнгән хужалыҡтар (алда әйтеп үтелгән); ремонт ойошҡан төҫтә... үҙ бейеклегендә башҡарыла; кесе бизнес (бәләкәй эшҡыуарлыҡ); реализациялауҙың төрлө аспекттары буйынса объектив мәғлүмәт бирәбеҙ; акттар залы; 800 грамдан 1 кг тиклем тәүлек артым (ялғау кәрәк), мөгөҙлө эре мал (һыйыр малы), Мари Эл республикаһы (Мари Иле)...
Күп баҫмаларҙа “совет” һүҙенең ҡайһы осраҡта ҙурҙан, ҡайһы осраҡта бәләкәйҙән яҙылыуын иҫәпкә алмайҙар. Ә уның нығынған, ҡалыплашҡан тәртибе бар: мәҫәлән, район, ҡала ауыл Советтары — ҙурҙан, йәмәғәт ойошмалары (ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар һ.б.) советтары бәләкәй хәрефтән яҙыла. Илештәр иһә бөтә осраҡта ла бәләкәй хәреф менән яҙа.
Ә бына тағы бер тупаҫ хәреф хатаһы. 31 ғинуарҙа “Йыл миҙгелдәре” тупланмаһында: “С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты, ғәрәп теле белгесе Нурмөхәмәт Сөйәрәповҡа — 75 йәш” тип киткән һүҙ Сөйәрғолов тураһында бара.
“Маяҡ”ты күҙәтеүҙе 28 февраль һанында донъя күргән “Сәйәсәт билдәле: ул — тырыш хеҙмәт” мәҡәләһенән өҙөктәр менән тамамлайым: “...ҙур суммалар түгеп ситтән аҙыҡ ташымайынса, үҙҙәре әҙерләгәнен әрәм-шәрәм итмәйенсә мал ауыҙына индерәләр. Һөҙөмтәлә, үткән йылда малдарҙың баш һанын кәметмәнеләр...” “...йәмғиәт эш ойоштороуҙа дөрөҫ курс алып бара...” Шулай уҡ механикалаштырыу, продукцияның үҙ ҡиммәте (үҙҡиммәт), ағас яғып йылытыу (утын), үгеҙ быҙауҙары һатып бирелә (үгеҙ быҙауҙар) кеүек һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр ҙә баҫманы матурламай.
Мәләүез районының “Көнгәк” гәзите быйыл ун йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тимәк, ул ныҡлап аяҡҡа баҫҡан баҫма булырға тейеш. Тик ул әлегә аҡ-ҡара төҫтә генә сыға, шуға ла биҙәлеше буйынса башҡа гәзиттәрҙән ҡалыша. Һәр һанда баҫма тураһында тейешле мәғлүмәт булыуы мотлаҡ. Ғәмәлдә иһә гәзиттең ҡайһы көндәрҙә сығыуы яҙылмай (урыҫса ғына күрһәтелә). Уның ҡарауы, ҡалын хәрефтәр менән “Любое использование материалов без письменного согласия редакции запрещено...” тигән иҫкәрмә бирелгән. Уның ни өсөн урыҫ телендә бирелеүе лә аңлашылмай.
Гәзиттең 31 ғинуар һанында мәрәкә хәлгә юлығыла: беренсе биттә “район Хакимиәте башлығы Илнур Мөлөков” тип яҙыла, ә икенсе биттә ул урынбаҫар тип күрһәтелә (ғәмәлдәге башлыҡ Малик Вахитов вазифаһынан “төшөрөлөүенә” гәзиткә һуҡранмаһа ярай ҙа). Күренеүенсә, “хакимиәт” һүҙе баш хәреф менән яҙылған. Терминдарҙа, маҡтаулы исемдәрҙә лә хаталарға юл ҡуйыла. Мәҫәлән, 18 февраль һанында “РФ Халыҡ мәғариф отличнигы” (Рәсәйҙең мәғариф отличнигы) тип алынған.
Белемһеҙлекте сағылдырған бер нисә миҫал. “1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы” (14 февраль) һүҙбәйләнешендә, “бөйөк” һүҙе артыҡ, “Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре” (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре); “Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы”ның (18 февраль) дөрөҫ яҙылышы — Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы. “Урожай спорткомитеты” (7 февраль) урынына “Урожай” ирекле спорт йәмғиәте тип алырға кәрәк ине.
Ҡытыршы яҙылған һөйләмдәр ҙә йыш баҫыла. Миҫал өсөн бер нисәһенә иғтибар итәйек. “Ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү — иң һуңғы ысул” (сара) — 9 февраль һанында; “Дежурлығы тамамланһа ла, йортона ашҡынмай” (28 ғинуар); “...Илғыуатов тураһында йылы иҫтәлектәр күңел түрендә йөрөтәм” (7 февраль); “...игенселек аҙыҡтары (иген) етештереү һәм дәүләткә һатыу йөкләмәләрен уңышлы үтәгәне өсөн Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә” (9 февраль).
Эйе, гәзиттә сит тел һүҙҙәре мөмкин тиклем аҙ булырға тейеш, булмаһа, тағы ла һәйбәтерәк. “Көнгәк”тәр иһә ҡайһы берҙә һүрәт менән бирелгән рубрикаларҙы ла тәржемә итмәй: “Школьное молоко” (17 ғинуар), “Молодежь Башкортостана за здоровый образ жизни” (31 ғинуар). Шулай уҡ медсестра, пациент, преподаватель, хоккей периоды, уҡыу курсы кеүек һүҙҙәр ҙә йыш осрай. Ә участка һайлау комиссиялары тотош бер биттә урыҫса бирелгән (7 февраль). Муниципаль райондың Уставына ҡағылышлы ҙур күләмле ҡарар ҙа тәржемә ителмәгән (14 февраль).
Мәләүез районы гәзитенең бер үҙенсәлеген дә телгә алыу кәрәктер. Бында әҙәбиәткә тейешле иғтибар бирелә — даими рәүештә шиғырҙар, хикәйәләр баҫыла. Бер генә теләк: ҙур әҫәрҙәр менән мауығыу кәрәкмәҫ ине, улар гәзитте биҙәмәй, уҡыусыларҙы ла ялҡыта. Мәҫәлән, “Берҙән-берем... бергенәм” хикәйәһе 2011 йылда баҫыла башлай һәм быйыл 11 февралдә генә тамамлана.
Ғафури районының “Табын” гәзите республикала тәүгеләрҙән булып үҙаллы башҡортса сыға башланы, һәм ул абруйлы баҫмаға әүерелде. Дөйөм алғанда, “Табын” — бай йөкмәткеле, матур биҙәлешле һәм уҡымлы гәзит. Шулай ҙа тел мәсьәләһендә кәңәш биреү артыҡ булмаҫ. Юғарыла телгә алынған “совет” һүҙенә бәйле 3 март һанында баҫылған һүрәтләмәнән ҡайһы бер һөйләмдәрҙе миҫалға килтерәм: “...Бурлы ауыл Советына депутат итеп һайлана”, “Бурлы ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләнә (һайлана), ауыл советына ҡараған ауылдарҙа... Был осраҡта “совет” һүҙен бер төрлө, ҙурҙан яҙыу кәрәктер.
Был турала һүҙҙе дауам итеп, шуны ла әйтергә кәрәк. Рекламаға эйәреп, күп һүҙҙәрҙе кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ҙурҙан яҙыу менән мауығалар. Быны “Табын” миҫалында ла күрергә була: “...Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (14 ғинуар), “...ауыл биләмәһе Хакимиәте башлығы, район Хакимиәте башлығы” (15 февраль). Ошо йәһәттән тағы бер миҫал: “Почет билдәһе”, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” ордены кавалеры (7 март). Ике орден да яңылыш яҙылған: тәүгеһендә ике һүҙ ҙә ҙурҙан яҙыла (“Почет Билдәһе”), ә икенсеһендә орден исеме тырнаҡтар эсенә алынмай.
Әйтер фекерҙе дөрөҫ яҙыу өсөн һәр һүҙҙең мәғәнәһенә иғтибар итергә кәрәк. Шунһыҙ һөйләм шыма килеп сыҡмай. “Береһенән — икенсеһе әһәмиәтлерәк сара” (6 ғинуар); “...шуның 552 гектары самаһын...” (аныҡ әйтелгән бит); “Йыйылыусыларға йыйылыш ҡарары проекты уҡып ишеттерелде” (ә ҡарар ҡабул ителгәнме — билдәһеҙ).
Күп гәзиттәрҙә ебәрелгән хаталарҙан ғафуриҙар ҙа арына алмаған: “Сибай башҡорт дәүләт драма театры” (Сибай дәүләт башҡорт драма театры).
“Табын” хеҙмәткәрҙәре “фиҙәҡәр” һүҙен дә ике төрлө яҙып йөрөтә: фиҙаҡәрлеге (7 март) һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн (14 март). Гәзиттә производитель, индивидуаль, шофер праваһы, нагрузка, өҫтәмә надбавка, методтар, спонсор, формировать ителә, яҙғы призыв кеүек урыҫса һүҙҙәргә лә тап булаһың.
Был матбуғат күҙәтеүен мин теге йәки был баҫманы тәнҡитләү өсөн түгел, ә изге ниәттән яҙҙым. Күрһәтелгән хаталарҙан башҡа район гәзиттәре лә әҙме-күпме фәһем алһа, туған телебеҙгә саҡ ҡына булһа ла иғтибар артһа, был мәҡәлә тиккә яҙылмаған тигән һүҙ.
Рәшит ҮТӘЕВ.
Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 3 038

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 932

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 425

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 585

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 380

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 697

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 430

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 482

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 291

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 387

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 287

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 518