Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Телебеҙҙең үҙ асылынан — үҙенә генә хас үҙенсәлектәрҙән айырыла барыуы, телгә хас булмаған күренештәрҙең баҫып инеүе, әлбиттә, башҡорт кешеһен борсоуға һалмай ҡалмай. Ябай халыҡта: “Ниңә улай яҙалар икән? Башҡорт шулай һөйләмәй ҙә инде?” — тигән һорау тыуа.
Ысынлап та, ни өсөн һуң, башҡорт теленә хас булғанса, “ауылда йәшәгән әсәйемде ҡотлайым, осрашыуға килгән ауылдаштарыма рәхмәт, Ҡаҙмашҡа барған кеше бармы?” тип, сифат ҡылымға -ған ялғауы ҡушмайбыҙ, ә -ыусы ялғауы менән “ауылда йәшәүсе әсәйемде ҡотлайым, осрашыуға килеүсе ауылдаштарыма рәхмәт, Ҡаҙмашҡа барыусы кеше бармы?” тип яҙабыҙ, шулай һөйләүгә лә күсеп барабыҙ.
Бының сере — башҡорт телендәге ялғауҙарҙың мәғәнәһен һәм халыҡ телендәге урынын тейешенсә белеп, асыҡлап еткермәү. Әлбиттә, һәр телде өйрәнергә, уның үҙенсәлеген асырға тырышырға кәрәк. Башҡорт теленә -ыусы ялғауының килеп инеү тарихын, уның менән яһалған һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тураһында Әкрәм Бейеш үҙенең “Тел хикмәттәре” (Өфө: Китап, 1999) тигән китабында бик тулы итеп яҙғайны. Яҙыуын-яҙҙы, тик һаман уға ҡолаҡ һалып, телдә киткән хаталарҙы төҙәтергә тырышҡан кеше юҡ дәрәжәлә. 1934 йылда телсе тарафынан, урыҫ теленә эйәреп, -ыусы ялғауы хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы итеп индерелеп ебәрелгән икән, башҡорт теленең тәбиғәтен сағылдырмағас, ниңә уға йылдар буйы эйәрергә, төҙәтеп ебәрмәҫкә?
Башҡорт телендә -ыусы (-еүсе, -усы/-үсе -оусы/-өүсе) тигән ялғау юҡ, ә исем яһаған -сы/-се, -со/-сө ялғауы бар. Ул, исемгә ҡушылып, кешенең һөнәрен, эшен белдергән, асылын сағылдырған исем яһай: ҡурайсы, тегеүсе, алдаҡсы. Шул -сы ялғауы ярҙамында исем ҡылымдан, Ә. Бейеш әйтмешләй, ҡайһы берҙә һүҙ ыңғайында ғына әйтеп китә торған ваҡытлы һүҙҙәр ҙә яһала. Мәҫәлән, дәрес ҡалдырыусы юҡ.
Немец ғалимәһе Эрсен-Раш бик дөрөҫ әйткән. Ысынлап та, башҡорт теле урыҫ грамматикаһына нигеҙләнеп төҙөлгән. Ул, хәҙерге заман сифат ҡылым формаһын эҙләп табып, телгә индереп ебәреүҙә лә күренеп тора. Урыҫ телендә булғас, башҡорт телендә лә мотлаҡ булырға тейеш тигәндән сығып хәл ителгән ул. Шулай итеп, -ыусы хәҙерге заман сифат ҡылым икәнен күрһәткән ялғау булып китә. Ә. Бейеш фекеренсә, телселәрҙең -ыусы ялғауын сифат ҡылым формаһы итеп ҡабул итеп, уға иркен юл асыуҙарына шулай уҡ -ған формаһының мәғәнәһен һәм халыҡ телендәге урынын тейешенсә асыҡлап еткермәүе сәбәп була. Ә. Мансур тәүге дәреслегендә үк, Н.К. Дмитриев әйтмешләй, элгәре татар грамматикаларына эйәреп, -ған ялғауы менән яһалған форманы тик үткән заманға ғына ҡайтарып ҡуя. Башҡорт телселәре әле булһа бөтә ерҙә ошо фекерҙе яҡлап, шуны алға һөрә, йәғни -ған ялғауы менән яһалған сифат ҡылымды үткән заман сифат ҡылымы тип йөрөтә. (Ә. Бейеш. Күрһәтелгән хеҙмәт. 78-се бит). Бына ошонан башлана ла инде башҡорт теленең үҙ асылын юғалта барыуына тура юл алыуы. Түбәндәге һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ: “Матур сәскәләрҙең 39 төрө һирәк осраусы үҫемлектәр иҫәбенә индерелгән” тигәндәге һирәк осраусы; “Үҫеп килеүсе быуынға рухи тәрбиә биреү” тигәндәге үҫеп килеүсе быуынға; шиғриәт ҡанундары буйынса байрам үткәреүсе ойошмаларға ...ҡытлыҡ ҙур” (Б., 17.01.12) тигәндәге үткәреүсе: “Тәмәке составына инеүсе матдәләр ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә” тигәндәге инеүсе һәм башҡалар.
Йөрәгендә туған теле булған кеше был һүҙҙәрҙе үҙе лә һиҙмәҫтән, күңеле ҡушҡанса, “һирәк осраған, үҫеп килгән, үткәргән, ингән, теләгән, тамамлаған, талап иткән, сабып барған, ял иткән, йәшәгән тип яҙыр ине, тик әлеге тел нормаһы дөрөҫ яҙырға теләгән кешенең дә ҡулын тота. Ул ғына ла түгел, -ыусы ялғауының һөжүме шул тиклем киң таралған, хатта уны күрәләтә үткән заман сифат ҡылымы урынына ла ҡуйып ебәрәләр һәм, шулай итеп, сифат ҡылымдың -ған формаһын хәҙерге заман мәғәнәһендә генә түгел, үткән заман мәғәнәһендә ҡулланылған еренән дә ҡыҫырыҡлап сығарыла бара. Был турала Ә. Бейеш бынан ун өс йыл элек әсенеп яҙғайны, хәл әле лә бер ҡаршылыҡһыҙ дауам итә. Уҡып ҡарайыҡ:
“Кисә “Өфө” халыҡ-ара аэропортында ... Праганан тәүге регуляр рейс менән осоусы пассажирҙарҙы ҡаршы алдылар”. “Белорет ҡалаһында “ВАЗ-2109” автомобилен ҡыуып алып китеүсе 12 һәм 13-әр йәшлек үҫмерҙәр тотолған”. “Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл булған ерҙәргә беренсе булып бара һәм зыян күреүсе кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙа” тигән һөйләмдәрҙәге билдәләнгән һүҙҙәрҙе осҡан, ҡыуып алып киткән, күргән тип төҙәтеп ебәрһәк, башҡортса булыр ине.
“Үҙенең эш сәғәттәрен калориялы һәм туҡлыҡлы аҙыҡтар араһында үткәреүсе ашнаҡсы һөнәре сәләмәтлеккә иң насар тәьҫир итеүсе һөнәр тип табылған. Бигерәк тә ҙур ресторандарҙа эшләүсе ашнаҡсыларға еңелдән тура килмәй”. Ошо һөйләмде төҙәтеп ҡарайыҡ әле: “Үҙенең эш сәғәтен калориялы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ араһында үткәргән ашнаҡсы һөнәре һаулыҡҡа иң насар тәьҫир иткән һөнәр тип табылған. Бигерәк тә ҙур ресторандарҙа эшләгән ашнаҡсыларға еңел түгел”.
Шулай ҙа яҙышҡан кешеләрҙең “яңылыш” дөрөҫ яҙып ебәргән осраҡтары бар: “...унда геройҙың тормош юлын сағылдырған документтар, фотолар ҡуйылған”. Артабанғы һөйләмдә автор тәүге сифат ҡылымды дөрөҫ яҙып ысҡындырған, ә икенсеһен тел нормаһы ҡушҡанса яҙған: “Әйтәйек, эшегеҙҙә һеҙгә күҙ ҡыҫҡан, оҡшарға тырышыусы ҡатын-ҡыҙ бар, ти”.
Башҡорт теле шул тиклем матур, һығылмалы, нескә. Быны мин уның киләһе үҙенсәлегендә күрһәтмәксемен: сифат ҡылым биргән төшөнсәне бер һүҙ менән дә биреп була. Бының өсөн сифат ҡылымдың аныҡланыусы һүҙен төшөрөп ҡалдырып, уның күплек ялғауын аныҡлаусы һүҙенә ҡушһаң, күплектә торған исем барлыҡҡа килә. Мәҫәлән: “Ҡаршы алған кешеләр араһында минең атайым да бар” һөйләмендәге ҡаршы алған сифат ҡылымы ҡаршы алғандар (кемдәр? — исем) булып китә, ә кешеләр һүҙе төшөп ҡала; зыян күргән кешеләргә ярҙам — зыян күргәндәргә ярҙам; юғары вазифа биләгән кешеләр араһында — юғары вазифа биләгәндәр араһында һ.б. ғәмәлдә сифат ҡылымдан исем яһалған һәр осраҡта тиерлек -ған ялғауы урынын -ыусы биләй, һәм уның башҡортса булмағаны күренеп тора. Баҫмаларҙан миҫалдар килтерәйек һәм уйлашайыҡ: “Нигерияла булған теракт һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 215-кә етте” (дөрөҫ форма — булғандар); “Сальмонеллез менән ауырыусыларҙың барыһы ла эклер ашаған булған (дөрөҫө — ауырығандарҙың); “Аждаһа йылында тыуыусылар юғары рух көсөнә эйә” (дөрөҫө — тыуғандар).
Шулай итеп, -ған формаһы бер юлы үткән заман сифат ҡылым хеҙмәтен дә, хәҙерге заман сифат ҡылым хеҙмәтен дә башҡарып йөрөй. Ә. Бейеш фекерен ҡеүәтләп, был ялғауҙы, Н.К. Дмитриев тәҡдим иткәнсә, үткән-хәҙерге заман формаһы тип кенә атап була. Бының шулай булғанын сифат ҡылымдарҙың ҡушма формаһы ап-асыҡ күрһәтә, сөнки ябай сифат ҡылым өсөн бер заман, ҡушма сифат ҡылым өсөн икенсе заман булмай бит инде. Телселәр, яҙыусылар сифат ҡылымдың ябай формаһы тип йөрөтөлгән урында, үрҙә күренеүенсә, -ған ялғауы урынына -ыусы ялғауын бик еңел алмаштырып яҙып ебәрә. Мәҫәлән: “Нур сәскән ҡояш кеүек, ауылда йәшәгән әсәйемде ҡотлайым”, “конкурста ҡатнашҡан ғаилә” тиеү урынына “Нур сәсеүсе ҡояш кеүек”, “ауылда йәшәүсе әсәйемде ҡотлайым”, “конкурсында ҡатнашыусы ғаилә” тип яҙып ҡуя, ә уның ҡушма формаһы тип йөрөтөлгән урында — баҫа торған мәҡәлә, үлсәй торған аппарат тигәнде баҫа тороусы мәҡәлә, үлсәй тороусы аппарат тип -ыусы формаһына бер нисек тә күсерә алмайҙар, шуға күрә баҫа торған, үлсәй торған тигән һүҙҙе хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы тип иҫәпләргә мәжбүр булалар, һәм шуның менән улар, теләһә-теләмәһә лә, -ған ялғауының хәҙерге заман сифат ҡылым формаһы булғанын раҫлайҙар.
Грамматик форманың мәғәнәһе ябай һүҙҙә лә, ҡушма һүҙҙә лә бер була. Ҡушма һүҙгә күсеү менән уның мәғәнәһе үҙгәрмәй. Шулай булғас, -ған ялғауы менән килгән ҡушма һүҙ хәҙерге заман сифат ҡылым хеҙмәтен үтәй икән, ябай һүҙ ҙә шул хеҙмәтте башҡара. Мәҫәлән: “Финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе ойошмалар — ябай форма; унан финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә тороусы ойошмалар тип ҡушма форма яһап булмай. Дөрөҫ вариант: ябай форма — финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалар, ҡушма форма — финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә торған ойошмалар. Күренеүенсә, бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһе бер үк, шулай ҙа халыҡ телендә уларҙың беренсе формаһы — шөғөлләнеүсе ҡулланылмай, ул көсләп телгә индерелгән форма, унан ҡушма форма ла яһап булмай.
Сифат ҡылымдың ни икәнен дә белмәгән ябай халыҡ дөп-дөрөҫ итеп һөйләй ҙә ҡуя. Бер башҡорт та “Сибайға барыусы таксиға ултырып киттем” тимәй, ә “Сибайға барған таксиға ултырып киттем, Сибайға бара торған таксиҙы ярты сәғәт көттөм”, ти.
Башҡорт халҡы, уның теле, яҙмышы менән бәйле булған, улар тураһында яҙған, һөйләгән һәр хеҙмәткәр үҙ яҙғанына, һөйләгәненә иғтибарлы булып, ошондай хаталарҙы ебәрмәһә ине. Ошоноң менән беҙ халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеүебеҙҙе, телебеҙҙе яратыуыбыҙҙы, уның киләсәген уйлауыбыҙҙы күрһәтер инек. Был мәҡәләмде мин Ә. Бейеш һүҙҙәре менән тамамламаҡсымын: “Беҙгә -ыусы ялғауының һөжүмен туҡтатырға кәрәк. Башҡорт телендә -ыусы тигән ялғауҙың юҡ икәнен, исем ҡылымға -сы ялғауы ҡушып исем яһағанда -ыу менән -сы ялғауы эргәләш килһә лә, уларҙың бер бөтөн ялғау, бер грамматик форма яһай алмағанын аңлап, -ған формаһын үҙ урынына ҡайтарғанда ғына был мөһим эште башҡарып була. Эштең мөһимлеге башҡорт грамматикаһын урыҫ теленә яраҡлаштырып яҙыуҙан ҡотҡарыу бурысы менән билдәләнә”.
Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы,
БДПУ профессоры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. мунир
    мунир от 23.08.2012, 12:22
    Ғәйеплеләрҙе үҙегеҙҙең арағыҙҙан эҙләргә кәрәктер Миңһылыу!!!

  2. Тимербулат
    Тимербулат от 23.10.2012, 12:27
    Туган телебез, уны яклау хакында кыйыуырак статьялар укыгы килэ иптэш хэбэрселар!






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 3 038

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 932

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 425

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 585

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 380

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 697

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 430

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 482

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 291

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 387

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 287

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 518