Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышева вафат булды

Танылған шағирә һәм журналист Таңһылыу Ҡарамышева арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 3 мартта 78 йәш тулыр ине. Мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Яҙыусылар союзы хәбәр итеүенсә, шағирә менән хушлашыу 27 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә була. Адресы: Туймазы ҡалаһы, Ленин урамы, 7, Әл-Фатих мәсете.

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.

Ҡәләм оҫтаһы оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатына хеҙмәт итә. 1993 йылда ул «Шоңҡар» йәштәр журналын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.

Таңһылыу Ҡарамышеваның ижад юлы эше университетта уҡыған йылдарында башлана. Шағирәнең «Саҡыр миңә», «Ҡосағыңа ал, ғүмер», «Тиҫтерҙәр», «Гөлләмә», «Йән доғалары» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Уның лирик шиғырҙары йәш ҡыҙ наҙлылығы, яратҡан әсә хәстәре, ҡатын-ҡыҙ хистәренең нескәлеге менән һуғарылған.

«Шағирә ижадында үҙ еренә, тыуған Башҡортостанына дан йырлай, республика тәбиғәтенең матурлығына һоҡлана. Ҡарамышеваның күп кенә шиғырҙары башҡорт халҡының данлы үткәненә һәм милли бөйөклөктөң хәҡиҡәтен эҙләүгә арналған, - тип баһалай уның ижадын өйрәнеүселәр. - Шул уҡ ваҡытта шағирә киләһе быуындың яҙмышы, туған теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре өсөн айырыуса борсолоуын белдерә».

2001 йылда Таңһылыу Ҡарамышеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар 24.02.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Ай, былбылым» йырына клибын 2 миллион тапҡыр ҡарағандар...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов юбилейын билдәләне

Өфөлә Дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов юбилейын билдәләне 20.02.2026 // Мәҙәниәт

Билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов үҙенең 70 ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде 19.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат 18.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт шағиры Зөфәр Вәлит вафат...

Тотош уҡырға 3

Республикала «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы башланды

Республикала «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы башланды 17.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Зәйнәб Биишева исемендәге ......

Тотош уҡырға 3

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе 16.02.2026 // Мәҙәниәт

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Европа буйлап турға сыға
Өфөлә «Шайморатов генерал» йырының авторы тураһында фильмдың исем туйы була

Өфөлә «Шайморатов генерал» йырының авторы тураһында фильмдың исем туйы була 13.02.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Шайморатов генерал» йырының авторы тураһында фильмдың исем туйы була...

Тотош уҡырға 1

Республикала «Әлифба» йәнһүрәттәр сериалының икенсе миҙгелен төшөрөү тамамланды

Республикала «Әлифба» йәнһүрәттәр сериалының икенсе миҙгелен төшөрөү тамамланды 13.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Әлифба: вакыт һәм һандар» анимациялы белем биреү-күңел асыу проектының икенсе ......

Тотош уҡырға 3

«Мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 12.02.2026 // Мәҙәниәт

«Мисс Башҡортостан -2026» республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә...

Тотош уҡырға 2

Республикала башҡорт телен өйрәнеү өсөн берҙәм әсбаптар әҙерләнә

Республикала башҡорт телен өйрәнеү өсөн берҙәм әсбаптар әҙерләнә 12.02.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү өсөн берҙәм күргәҙмә әсбаптар әҙерләп сығарырға йыйыналар. ......

Тотош уҡырға 2

Билдәле мәҙәниәт эшмәкәре һәм хореограф Гөлназ Аҡназарова арабыҙҙан китте

Билдәле мәҙәниәт эшмәкәре һәм хореограф Гөлназ Аҡназарова арабыҙҙан китте 12.02.2026 // Мәҙәниәт

Билдәле мәҙәниәт эшмәкәре һәм хореограф Гөлназ Аҡназарова арабыҙҙан китте...

Тотош уҡырға 2