Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған 09.06.2026 // Мәҙәниәт
Ошо күләмле сарала гимндың премьераһы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Фольклориадаға арналған матбуғат ......

Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 93 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙе хаҡында, киләсәк шағиры, тигән. Ысынлап та, бөгөн уның ижады халыҡ күңелендә йәшәүен дауам итә. Рухлы йәштәр шағирҙың «Туған тел» шиғырын яттан белә. Тап бөгөн 93 йыл элек Хоҙай халҡыбыҙға оло бүләк яһай — Салауат батыр төйәгендә Рәми донъяға килә.
8-се класта әҙәби әҫәргә тиң көндәлек яҙған яҙыусы ул, ти замандашы хаҡында билдәле уҡытыусы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева. Тап улар, бер төркөм башҡорт зыялылары, бөгөн Өфөлә милләттебеҙ арҡа терәр үҙәктәрҙе, белем усаҡтарын, гәзит-журналдарҙы булдырыуға күп көс һала.
«Ижад кешеһе ине ул. Тотош булмышы менән шағир. 8-се класта әҙәби әҫәргә тиң көндәлек яҙған яҙыусы. Кабинет, эш сәғәте, 9-ҙа эш башлау уның өсөн түгел ине. Уға ирекле ижад кәрәк ине», — тип иҫкә ала шағирҙы Мәрйәм Бураҡаева.

«Берҙән-бер иҫтәлек, тип әйтәйем, тап ул вафат булған көндө Өфөгә килгәйнем. Һеңлем Зилә сәнғәт институтында уҡый ине. Ятаҡтағы бүлмәһенә институтта эшләп йөрөгән йәш кенә уҡытыусы илап килеп инде лә, Рәми ағай үлгән, тип хәбәр һалды. Бүлмәләгеләр ҡауғалашып китте, илаша башланылар. Бик ҡайғылы, һалҡын көн булып иҫтә ҡалды. Тәбиғәт кенә түгел, йән өшөгән көн», — тип уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова.
Бөгөн шағирҙың бай мираҫын популярлаштырыуға балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар ҙур өлөш индерә. Әйтәйек, күптән түгел Рәми Ғариповтың ижадына арналған сайт булдырылды, Ғүмәр Хәйәмдең шағир тәржемәләгән робағиҙары донъя күрҙе. Рәмиҙең балалары ла ижад юлын һайлаған: береһе — рәссам, икенсеһе — музыкант. Атай тыныс, талапсан кеше булды, беҙгә берәй ваҡыт тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, тип һөйләне «Киске Өфө» гәзитенә рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Ғарипов.
«Ҡайһы саҡта ҡаты ғына итеп бер әйтеп ҡуя ине, әлбиттә. Салауат ағайым төрлө этлеккә оҫта ине. Уға мин дә ҡушылып китәм. Ләкин язаһы ағайыма түгел, миңә эләгә. Берәй эш боҙғаныбыҙҙы белеп ҡалһа, атайым кем ғәйепле икәнен тикшереп-нитеп тормай, мөйөшкә мине баҫтыра ла ҡуя. Беҙҙең ғаиләлә «Быны мин эшләмәнем», тип аҡланып тороу йә алдашыу ғәҙәте юҡ ине. Үҙем ағайым өсөн яза үтәп торам, үҙем илайым, «Бына мин үлһәм, минең нисек ғәҙел булғанымды аңларһығыҙ, үкенерһегеҙ әле», тип уйлаған булам эстән генә.
Атайымды гел өҫтәл артында яҙышып ултырған килеш күрә инек беҙ. Уның бушты-бушҡа ауҙарып диванда ятҡанын күргәнем булманы, ятһа ла, ҡулында йә гәзит, йә журнал, йә китап булыр, янында ҡәләмдәре аунап ятыр ине. Беҙҙең өй китапханаһындағы китаптарҙың барыһы ла төҫлө ҡәләмдәр, ручкалар менән һыҙғыланып бөткән. Әле яңыраҡ Толстойҙың көндәлектәрен асһам, бер ҡағыҙ бите килеп сыҡты. Унда атайҙың ҡулдары менән: «Шағир үҙенең тормошонан иң яҡшы нәмәләрҙе ала ла, үҙенең әҫәрҙәренә һала. Шуға ла уның әҫәрҙәре матур, ә тормошо насар була», — тип яҙылған. Ысынлап та, беҙгә атай йылыһы бик етмәгәндер ҙә инде. Атай был донъянан киткәндә туғыҙынсы класта уҡый инем. Хатта бер ултырып, атай һәм ул булып һөйләшмәгәнбеҙ ҙә, тигән үкенеү йәшәй күңелдә. Йәмәғәт кешеһе булды, сәйәсәттән дә алыҫ торманы. Уның кеүек үтә ғәҙел, дөрөҫлөктө генә яҡлаусыларҙы бөгөп булмай, һындырып ҡына була торғандыр. Атайым бөтәһенә лә бер төрлө ҡараны, үҙенә лә, дуҫтарына ла талапсан, ҡаты булды, көндәлектәрендә улар адресына ла ҡаты ғына әйтелгән урындар бар», — ти Азамат Ғарипов.

Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлы һүрәтләнгән «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөүҙә уның ейәнсәре Ғәйшә Тимерғазина ла ҡатнашҡан. Ғәйшә журналистика юлын һайлаған, БДУ-ла уҡыған йылдарында шағир ҡартатаһының ижадын өйрәнә.
«Ҡартатайым хаҡында тотош фильм төшөрөлгән, халҡыбыҙҙың иң яратҡан шағирҙарының береһе. Һәм мин уның ейәнсәре булыуым менән бәхетлемен. Кешеләр, ҡартатайыңдың шиғырҙарын уҡыным йә уның хаҡтағы фильмды ҡараныҡ, тип килеп әйтһә, бигерәк шатланам. Унда булған ҡиммәттәр миндә лә йәшәй», — тип һөйләне бөгөн БСТ каналында эшләүсе Ғәйшә.
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған 09.06.2026 // Мәҙәниәт
Ошо күләмле сарала гимндың премьераһы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Фольклориадаға арналған матбуғат ......
Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте 09.06.2026 // Мәҙәниәт
Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте...
Тотош уҡырға 13
Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат 08.06.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат...
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде 08.06.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде...
Тотош уҡырға 23
«Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивале лауреаты булды 08.06.2026 // Мәҙәниәт
12-се «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһының «Йылдың иң яҡшы ......
Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе 05.06.2026 // Мәҙәниәт
Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе...
Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде 04.06.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде...
Өфөлә башҡорт телендә аудиоәкиәттәр проекты бойомға ашырыла 02.06.2026 // Мәҙәниәт
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ......
Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай 01.06.2026 // Мәҙәниәт
Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай...
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә 26.05.2026 // Мәҙәниәт
6 июндә «Шүлгәнташ» музей комплексында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған тантаналар ойошторола. ......
Өфөгә Китап байрамына мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә 25.05.2026 // Мәҙәниәт
28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, шулай уҡ республика муниципалитеттарында IV «Китап байрамы» ......
Башҡорт драма театры Грозныйҙа «Федерация» фестивалендә республика исеменән сығыш яһай 25.05.2026 // Мәҙәниәт
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» ......