Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Өҙә баҫты учалылар!

“Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны дауам итә.

Тамаша башланырға ярты сәғәттән ашыу ваҡыт булһа ла Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы халыҡ менән шығырым тулы ине. Учалыларҙың бай концерт программаһы менән килеүе баш ҡала халҡы өсөн күптән инде көтөлмәгән ваҡиға түгел. Был юлы ла уларҙың өмөтө аҡланды.

Республикабыҙ барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арналған был сара Учалы районының йыйылма ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы мәшһүр “Урал” йыры менән асылды һәм тамашасылар уны, ғәҙәттәгесә, аяғөҫтө баҫып тыңланы.

Артабанғы ҙур композиция — “Ырыуҙар берләшеүе” тип аталған фольклор, йыр һәм хореографик сығыш — Учалы фи­лармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле, “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле, райондың халыҡ театрҙарының һәүәҫкәр артистары башҡарыуында үҙенең сағыу­лығы, киң ҡоласлы һәм тарихи әһәмиәтле булыуы менән ошо сарала ултырған ха­лыҡ­тың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.

Концерт-презентация, был фестиваль-марафон ҡағиҙәләренә ярашлы, тарихи осорҙарға арналғайны: “Тарих ауазы”, “Онотолмаҫ һуғыш йылдары...”, “Учалы – батырҙар, маһирҙар төйәге!” Уларҙың һәр ҡайһыһында шул дәүергә хас тормош сәхнәләштерелгән. Тәүгеһендә “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенән күренеш, “Алтын йыуыусылар” һәм “Тракторсылар” бейеүҙәре, “Колхоз тормошонан күренеш” композицияһы берсә уйланырға, берсә күңелдәрҙе елкендерергә мәжбүр итһә, икенсеһендә “Һуғышҡа оҙатыу” театрлаштырылған күренеше, Байрамғол егеттәренең “Батыр­ҙар йыры” һәм “Ләйсән” халыҡ ансамбле ветерандарының “Фронтташтар” бейеүе йөрәкте тетрәтте. Ә өсөнсө бүлек бөгөнгө көнгә бағышланғайны һәм сәхнәне Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының “Кристалл” өлгөлө бал һәм заман бейеүҙәре ансамбле, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының һәм 1-се балалар музыка мәктәбенең гитаристар ансамбле, “Ирәмәл” уҡсылар клубы вәкилдәре, “Ҡойон” ансамбле һәм башҡалар биләп алды.

– Учалының киң билдәле артистары араһындағы иң йәше! Ул хатта Рәсәй Президенты ҡаршыһында ла сығыш яһаны! Кем тип уйлайһығыҙ? – алып барыусының шулай тип һорауы булды, залдан әллә нисә урындан бер юлы: “Ләйсән!” тип һөрәнләй ҙә һалдылар. Һәм бына Ләйсән Золотарева башҡарыуында “Маһисәрүәр” башҡорт халыҡ йыры яңғырай.

Шундай күркәм сараны ойошторған өсөн рәхмәт әйтергә һәм төбәктең арҙаҡлы шәхестәрен иҫкә алып үтергә тип тамаша аҙағында сәхнәгә Рәсәй Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, райондың элекке етәксеһе Салауат Йыһаншин сыҡты.

– Залдағы һәр кем һоҡланып, тулҡынланып һәм учалылар өсөн ғорурланып ултырғандыр тип уйлайым, ҡайһы бер сығыштарҙы күҙгә йәш алмайынса ҡарау мөмкин түгел ине, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы. – Башҡортостандың күп милләтле тарихына был район, ысынлап та, тос өлөш индергән һәм беҙ быға оҫта башҡарылған сәхнә күренештәре аша тағы бер тапҡыр инандыҡ. Районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле шәхестәребеҙ ҙә байтаҡ. Әле залда ултырғандарҙың – Салауат Ғайсин, Вил Ҡаҙаҡҡолов, Луиза һәм Резеда Фархшатовалар, Рәшиҙә Солтанова һәм башҡа күптәрҙең, шулай уҡ бөгөнгә яҡты донъянан китеп барған яҡташтарыбыҙҙың тырышлығы менән районда юлдар, күперҙәр, оптик-сүс элемтә, байтаҡ һандағы ҙур гуманитар проекттар тормошҡа ашырылды һәм ошондай ярҙам әле лә дауам итә. Мин уларҙы аяғөҫтө баҫып хөрмәтләргә һәм иҫкә алырға тәҡдим итәм.

“Башҡортостан тарихы биттәре” халыҡ ижады фестиваль-марафоны Мишкә районына күсте. Бәйгенең штандартын ошо район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин­дың ҡулына тапшырҙылар. “Был тамашаға килмәһәм, учалыларҙың республика кимәленән дә юғарыраҡ сара ойоштора алыуын белмәҫ тә инем. Сираттағы сығыш – беҙҙеке, килергә онотмағыҙ!” – тине ул.

Фестиваль башланырға ике сәғәттән алдараҡ филармония фойеһында уча­лыларҙың күргәҙмәһе лә эшләй башланы. Унда райондағы оҫталарҙың ҡул эше өлгө­ләре, данлыҡлы ырыуҙарҙың шәжәрәләре, ошо төбәктәге шифаханаларҙың ял итергә саҡырған матур биҙәлешле иғландары ҡуйылғайны.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә