Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » “Тормоштоң асылы – гармонияла йәшәүҙә”

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиева күркәм юбилейын билдәләй.

2019 йыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн айырыуса иҫтәлекле: республикабыҙҙың йәштәше булған профессиональ сәнғәт усағының барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл. Бер быуатлыҡ йылъяҙма халҡыбыҙҙың тарихын да сағылдыра, театр ҡуйған әҫәрҙәрҙә – илебеҙ, шәхестәребеҙ яҙмышы. Ә уларҙы театр артистары кәүҙәләндерә.

Бөгөн театрыбыҙҙың ихтирамлы сәнғәт әһелдәренең береһе Суфия Ҡорбанғәлиева күркәм юбилейын билдәләй. Ул туған театры менән бергә 46 йыл ижад һуҡмағынан атлай…

– Мин театрға 1973 йылда килдем. Ул хәл бик көтөлмәгәнсә булды. Эшкә Сибай башҡорт драма театрына барырға тейеш инем, быны алдан уҡ әйтә килде­ләр. Бер туған апайым Баймаҡта йәшәй ине, ул да үҙенә яҡын булыуымды теләне. Сибайҙан кил­гән баш режиссер ролдәремде оҡшатып, миңә тап шундай актриса кәрәк, тине. Әммә беҙҙең за­манда һәр бер спектаклде Өлкә комитеты вәкилдәре ҡарап бара ине – беҙҙең курстан мине, Олег Хановты һәм Рәфил Нәбиул­линды Башҡорт драма театрында ҡалдырырға, тигән ҡарар сығарғандар.
– Күп тапҡыр һеҙҙең менән һөйләшергә тура килде, беләм, артист булырға теләү – ул һеҙҙең бала саҡ хыялы…

– Эйе, тап шулай. Булыр бала – биләүҙән, тиҙәр. Яҙмышымдың театрға бәйле буласағын үҙемде белгәндән алып тойҙом, ошо уй менән тыуған да кеүекмен. Бала саҡтан “театр уйнап” үҫтем. Әле лә хәтеремдә: “Бай ҡыҙы” тигән уйын-театр ҡора инек. Мин, әлбиттә, бай ҡыҙы ролендә, ә тиҫтерҙәрем, күрше-күләндең балалары –“свитам”. Бик тиктормаҫ бала булдым – әленән-әле яңы уйындар, тамашалар уйлап сығара торғайным.
Мәктәпте тамамлаған йылда сәнғәт училищеһында театр бү­леге ябылды. Әммә минең кү­ңелемдә ниндәйҙер өмөт бар ине – ысынлап та, бер йылдан сәнғәт институты асылды. Сәнғәткә, театрға ынтылыуым шул тиклем көслө булғандыр, күрәһең, хатта ҡаланан Нажиә апайым һөйөн­сөләп килеп еткәйне: “Суфия, сәнғәт институты асылған! Бына гәзиттә яҙғандар, сумаҙаныңды йый ҙа бар Өфөгә!” – тип гәзитен һелтәй-һелтәй килеп инде ул өйгә. Бына шулай башланды сәнғәт тигән оло донъяға юлым…

– Һеҙ уҡытыусы ла бит әле…

– Эйе, 1989 йылдан Өфө дәү­ләт сәнғәт институтында “Режиссура һәм актер оҫталығы” кафед­раһында сәхнә теленән уҡытам. Утыҙ йыл да булып киткән икән!

– Бына бит яратҡан һөнәр хатта йылдар иҫәбен дә оноттора! Бөгөн һеҙ – профессор дәрәжәһендә. Театрҙа ла, инс­ти­тутта ла үҙ урынығыҙҙы тап­ҡанһығыҙ. Уның сере нимәлә?

– Һәр эште яратып башҡа­рыуҙа. Театрҙа нисек онотолоп, бирелеп уйнаһам, уҡыусыларым менән дә шулай уҡ күңелемде биреп эшләйем. Театрҙа ролдәр уңышлы-уңышһыҙ икәнен тамашасы хөкөм итһә, ә уҡыусылар менән эшләгәндә уларҙың сәхнә­лә матур итеп һөйләшеүе, әҫәр­ҙең фекерен еткерә белеүе йө­рәккә май булып ята. Артистың ярты уңышы сәхнә теленә бәйле, әгәр уның әйткәне тамашасыға етмәй икән, тимәк, эшеңдән уңыш көтмә…

– Тағы ла студенттарығыҙға, ғөмүмән, ижад кешеһенә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?

– Иң төп талап – үҙаллылыҡ. Ижад кешеһе кемгәлер оҡшарға, эйәрергә тейеш түгел. Үҙ-үҙеңә, эске тойомлауыңа ышаныу зарур. Мәҫәлән, роль өҫтөндә эшләй башлағанда күңелеңдә ниндәй­ҙер “орлоҡ” шытып сыҡһа, ана шул – Хоҙай тарафынан ебәрел­гән ижад емеше. Икенсенән, ижад кешеһе рухи байлығын, аң кимә­лен үҫтереүҙән туҡтамаҫҡа тейеш, сөнки үҙеңдә булмағанды кешегә биреп булмай.
– Һеҙҙең менән эшләгән режиссерҙар?

– Ижади үҫешемә ҙур йоғонто яһаған шәхес – ул бөгөнгө көндәге иң мәшһүр һәм юғары профессиональ режиссерҙарҙың береһе Рифҡәт Исрафилов. Уның менән эшләү яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла ине, актерҙарҙы төрлө яҡлап үҫтерә белде. Актерҙың кешелек сифаттарын кәмһетеү йәки уны рәнйетеү уға бөтөнләй хас түгел. Тәүге тапҡыр Рифҡәт Вәкил улы менән А. Вампиловтың пьесаһы буйынса “Июндә хушлашыу” спектаклен сығарғанда эшләргә насип булды. Беҙ унда күмәк сәхнәлә ҡатнаштыҡ, был минең өсөн ниндәйҙер көтөп алған яҡты байрам булып хәтеремдә ҡалған. Артабан “Нискавуори хужаби­кәһе” спектаклендә Салли ролен башҡарҙым. Пьесаны уҡып сыҡ­ҡандан һуң уҡытыусы ролен бик яҡын күрҙем, эстән генә ошо ролде бирһәләр ине тип теләгәйнем. Әммә Рифҡәт Вәкил улы бер бит ҡағыҙҙа ике фраза яҙылған роль һондо – күҙҙәремә йәштәр килеп тығылды. Ул: “Суфия, ҡасан теләйһең – шунда сыҡ, ни теләйһең – шуны эшлә, тик сығар ошо ролде”, – тине. Ысынлап та, ролем спектаклдең башынан алып аҙағынаса сәхнә­лә булды һәм тулы эстәлекле, спектаклгә ҙур файҙа килтергән образ килеп сыҡты. Премьеранан һуң театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов “иң матур, иң уйланып төҙөлгән роль” тип баһа бирҙе. Ә Санкт-Петербургта ошо спектаклде уйнағас, билдәле Рәсәй тәнҡит­сеһе: “Был ҡыҙҙың роле бөтә спектаклдең камертоны булып тора”, – тине. Коллективтың өл­кән артистары ла уңышлы образ менән ҡотланы. Ошондай юға­ры баһа алғас, түбәм күккә тейҙе.

Беҙҙең тамашасылар спектак­л­­дәргә Актерҙар йортонан театрға тиклем “Артыҡ билетығыҙ юҡмы?” – тип һорап торған замандарҙа театрыбыҙҙа Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллин, Рифҡәт Исрафилов бер-бер артлы спектаклдәр сығарып ҡына торҙо. Труппалағы бөтә актерҙарҙы ла эшкә тигеҙ йәлеп итергә тырыштылар.

– Һеҙҙе халыҡ характерлы ролдәрегеҙ аша ла белә һәм ярата…

– Беренсе башлап мине Лек Вәли улы характерлы ролгә алды – ул “Гармунсы дуҫ” спектак­лен­дәге Гөлнур ине. Күңе­лемдә бындай ролдәргә ҡарата ниндәйҙер эске ҡаршылыҡ бар ине. Әммә Лек Вәли улы һүҙенән ҡайтманы, шул ролде барыбер эшләтеп сығартты. Премьера үткәс, коллектив алдында Лек Вәли улы: “Суфия Ҡорбанғәлиева мине көтмәгәнсә шатландырҙы – бөгөн беҙҙең театрҙа тағы ла бер характерлы актриса тыуҙы”, – тине. Ә һуңынан инде мин бындай рол­дәрҙең тамашасыларға шулай уҡ көслө йоғонто яһауына һәм уларҙы башҡарыуҙың да яуаплы, кәрәкле булыуына төшөндөм.

– Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ысын мөхәббәт булдымы?

– Йәшәүҙе мөхәббәтһеҙ күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә. Минең тормошомда ла мөхәббәт булды. Мин үҙ ғүме­ремдә бер нисә тапҡыр ғашиҡ булдым. Әммә “Иң бәхетле төн” спектаклендәге мин уйнаған Эухения әйтмешләй, “мөхәббәт рикша арбаһына оҡшаш: береһе уңайлы итеп ултырып ала, ә икенсеһе шул арбаны тарта”. Минең осраҡта арбаны мин тарттым. Ә бына Театр әфәнде менән беҙҙең аралағы мөхәббәттең ғүмерлек икәненә ышанам.

– Мин белә-белгәндән алып һеҙ Рәфил ағай Нәбиуллин менән ныҡ дуҫ булдығыҙ. Хатта ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһында шундай дуҫлыҡ буламы икән, тип уйлап ҡуя инек…

– Була икән шул! Дуҫтар төрлөсә килеп табыла бит ул. Әммә уларҙың араһында йөрәккә үтеп инә алғандары ғына ысын дуҫтар булып китә. Үкенескә ҡаршы, кешеләр тере саҡта, улар яны­быҙ­ҙа булғанда, беҙ уларҙың ҡәҙерен, ни тиклем беҙгә кәрәк булғанын аңлап, белеп бөтмәйбеҙ икән. Рәфил Рауил улы менән беҙ бергә уҡыныҡ, бер коллективта эшләнек. Уны юғалт­ҡас ҡына Рәфил дуҫымдың миңә һауа кеүек кәрәк булғанын аңла­ным. Ул – минең серҙәрем һыйыр­лыҡ яҡын дуҫым да, һәр саҡ ярҙамға килер курсташым да, бәлә-ҡаза­ларҙан ҡурсалаусы ағайым да, кәрәк саҡта ҡайыш тотоп өйрәтер­лек атайым да булған икән. Уны юғалтыуҙы мин бик ауыр кисерҙем.

– Күптәр донъя, ғүмер ха­ҡында фекер йөрөткәндә, “аҡ­лы-ҡаралы донъя” тигән фе­кер­ҙәр әйтеп ҡуя. Һеҙҙең ғү­мерегеҙ ниндәй төҫтәрҙән тора?
– Эйе, донъя ҡатмарлы, шат­лыҡтары менән ҡайғылары үре­леп бара. Миңә йәштән үк шулай тура килде. Институтҡа уҡырға ингәс, атайым телеграммамды алып шатланып йөрөгән, имти­хан­дарҙы тапшырып ҡайтыуға ул инде был донъяла юҡ ине. Бер-ике сәғәткә генә һуңлағанмын. Уҡыуымды тамамлап, ниндәй театрға урынлаштырыуҙарын көт­кәндә, “әсәйең ауыр хәлдә” тигән телеграмма алдым. Ул теле­граммаға ике көн үткәйне, мин уны хатта ерләргә лә өлгөрмәнем.

– Ҡатын-ҡыҙ һөйкөмлөгөн, нәзәкәтлеген йылдар дауамында нисек һаҡларға тигән һорауға яуапты, моғайын, һеҙҙең кеүек матурлыҡ алиһәһе генә беләлер…

– Комплиментығыҙ өсөн рәх­мәт. Һуңғы ваҡытта һоҡланыу һүҙ­ҙәрен йыш ишетәм. Күҙ тейеп ҡуймаһын инде үҙемә (көлә). Хоҙай Тәғәлә кешене барлыҡҡа килтергәндә уға бөтә матур си­фаттарҙы биргән. Йәшәй-йәшәй беҙ шуларҙы йә юғалтабыҙ, йә үҫтерәбеҙ. Кем нимәне һайлай бит. Атай-әсәйемә рәхмәт, улар ҡаты тәртиптә, әммә ҙур һөйөү менән үҫтерҙе. Тынғыһыҙ эшләү, коллективта үҙеңдең кәрәк­ле­геңде тойоу ҙа кешене ифрат матурлай, тышҡы матурлыҡ – ул эске донъяңдың сағылышы. Кеше алтынға ҡойонһа ла, әгәр эске донъяһы матур булмаһа, баш­ҡалар өсөн һөйкөмлө булып күренмәйәсәк, тип иҫәпләйем.

– Ҡатын-ҡыҙ, актриса, педагог, ир ҡатыны, әсәй – былар Хоҙайҙың һеҙҙең өлөшкә тап­шырған вазифалары, уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ?

– Йәш саҡта театр менән уҡытыусылыҡ эшен минең өсөн иң мөһиме тип һанай инем. Әммә был бик үк дөрөҫ булмаған – бөтә нәмә лә гармонияла булырға тейеш. Тормошта ваҡ төшөнсә юҡ, бөтәһе лә мөһим, бигерәк тә тыуҙырған, үҫтергән балаларың алдындағы яуаплылыҡ.

– Хыял иткән ролдәрегеҙ бар ине, уларҙы тормошҡа ашыра алдығыҙмы?

– Юҡ. Мин ғүмерем буйы үҙе­беҙҙең Рәсәй батшабикәһеме, сит ил королеваһымы – шул ролдәрҙе уйнағым килде. Был хыялымды театр етәкселәренә әйтә килдем. Бөгөн фәлсәфәүи, интеллектуаль спектаклдәрҙә уйнарға теләгем көслө, тупланған тәжрибә шуны талап итәлер, моғайын.

– Ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй юбиляр?

– Мин драматургтарға мөрә­жәғәт итер инем – кешелек донъя­һын дуҫлыҡта берләш­тереп, дош­манлыҡты туҡтата алырлыҡ көс­лө әҫәрҙәр яҙһағыҙ һәм шу­ларҙы беҙ сәхнәлә ҡуя алһаҡ ине.

Сәнғәт кешеһе өсөн юбилей – тамашасыһы менән тағы ла бер тапҡыр күҙгә-күҙ осрашыу, уның алдында яңынан һынау тотоу. Репертуарҙағы спектаклдәрҙә ролдәрем бар, тимәк, осрашыу-күрешеүҙәр алда әле. Мин сәнғәт кешеһенең бурысын үҙеңдең артыңдан яҡтылыҡ, мөхәббәт, дуҫлыҡ ҡалдырыуҙа, тип уйлайым.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Автор: Динара ҠӘЙҮМОВА әңгәмәләште


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр 01.10.2026 // Мәҙәниәт

Белорет районында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрәләр...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшен билдәләнеләр

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшен билдәләнеләр 30.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса БР халыҡ шағиры, публицист, дәүләт ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан йырсылары халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты

Башҡортостан йырсылары халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты 30.09.2026 // Мәҙәниәт

Ҡаҙағстанда «Каспий — дуҫлыҡ диңгеҙе» халыҡ-ара эстрада йыры фестиваль-конкурсы уҙҙы. Ижади бәйгелә ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған саралар хаҡында һөйләне 28.09.2026 // Мәҙәниәт

Киләһе аҙнала, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив ......

Тотош уҡырға 7

Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды

Өфөлә Актерҙар йортон асыу ваҡыты билдәле булды 28.09.2026 // Мәҙәниәт

«Планлаштырығыҙ: 2028 йылдың уртаһына Актерҙар йорто театры әҙер булырға тейеш», – тип белдерҙе ......

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола 24.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола...

Тотош уҡырға 5

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола 24.09.2026 // Мәҙәниәт

Республикала тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 7

Эстонияла башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале яҡташтарҙы берләштерҙе

Эстонияла башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале яҡташтарҙы берләштерҙе 23.09.2026 // Мәҙәниәт

Эстонияла икенсе тапҡыр Европала Башҡорт һәм татар мәҙәниәте фестивале үтте, ул төрлө илдәрҙә ......

Тотош уҡырға 9

Башҡортостан Башлығы Заһир Исмәғилевтың 110 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Заһир Исмәғилевтың 110 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 23.09.2026 // Мәҙәниәт

21 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күренекле композитор, СССР-ҙың халыҡ ......

Тотош уҡырға 5

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде 22.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөгә «Бисура» фильмы командаһы килде...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте

Өфөлә Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе үтте 22.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт ......

Тотош уҡырға 4

МХО яугире тураһында «Герой бейеүе» фильмы наградаға лайыҡ булды

МХО яугире тураһында «Герой бейеүе» фильмы наградаға лайыҡ булды 18.09.2026 // Мәҙәниәт

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге» темаһына иң ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә