Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Әбйәлилдә бар оҫталар

Боронғо кәсепселек юғалмай.

Беҙҙең атай-бабайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ ултыраҡ тормошта, йәғни аҫаба башҡорт булараҡ үҙ йүнен үҙе хәстәрләп көн күргән. Шәйхиғәлләм олатайымдың ҡыйығы транса менән ябылған өйөндә ағасты ырып эшләгән ҡоштабағы, ағас туҫтаҡтары, килеһе, батманы, ҙур тирмәне, этмәле арбаһы, йүкә һалабашынан үрелгән йүгәндәре, Нәзирә өләсәйемдең кәзә йөнөнән һуғылған арҡыры балаҫтары беҙгә ҡомартҡы булып ҡалды.

Бала сағыбыҙҙа ағас сеүәтәләрҙә ойотҡан туғый инек. Яҙғы өҙәремдә әсәйем бойҙайҙы елгәреп, килелә төйөп, өйрә бешерә ине. Һуғыш осоронда ун – ун өс йәшлек үҫмерҙәр ошо ризыҡты сиратлап бешереп, баҫыуға иген утарға йөрөгән. Район үҙәге баҙарында класташы Бакиров бабай: “Иң тәмле өйрә Мәрйәмдеке була ине”, – тип әсәйемә сәләм әйтә торғайны.

Һыйырҙың ағын күҙ ҡараһындай ҡәҙерләгән ҡатындар унан әллә күпме ризыҡ әҙерләй. Мәҫәлән, хәҙер инде онотолған күбек майы. Яңы ғына ҡайнатылған һөткә ойотҡо һалып ойота, ҡаймаҡ айырғыста әле генә әйләндергән йылы ҡаймаҡты батманға һалып, ниндәйҙер хәрәкәттәр яһап бешә, күбек май төшә. Былар барыһы ла ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың күҙ алдында эшләнә, һәм улар айранын эсеп, майын ашап ҡунаҡ була.

Ағас һауыт-һаба һалҡын ҡышҡа ла, эҫе йәйгә лә сатнамай, ярылмай. Бының сере нимәлә? Теләш ауылынан Рәил Бәшәровтың һөйләүенсә, кәрәкле үлсәмдә ҡайын ағасын бысып алалар ҙа бер йылға янған тиҙәккә күмеп ҡуялар. Материал бешегә, йәғни тығыҙ, ныҡ була. Сөгөн һауытты, ҡаҙанмы, сүлмәкме, кәрәк тиклемен шулай уҡ бысып алалар ҙа онтап-ярғылап, бешеккән тирмәнгә ҡаҙаҡлайҙар. Өҫкө өлөшөнә бойҙай һалырға уйым эшләйҙәр. Ә инде тотҡа аҫҡы өлөшөнә шылып ҡамасауламаһын өсөн бау бәйләйҙәр ҙә – эш ҡоралы әҙер. Килене, әлбиттә, ҡырып яһайҙар.

Ағас туҫтаҡтарҙы ҡайын ағасының ороһонан эшләйҙәр. Уны бысып алалар. Эсендәге сүскә оҡшаған тамырҙарҙы ут төртөп яндыралар һәм, кәрәкле форма биреп, тигеҙләп ҡыралар. Эҫе йәйҙә лә, ҡаты һыуыҡтарҙа ла ярылмай-сатнамай һауыт-һаба.

Хәҙерге ваҡытта ла һалабаш әҙерләгән ир-атты күргәнем бар. Мәҫәлән, Рәил Бәшәров яҙын ағастарҙа һут йүгерә башлағас та ерҙә ятҡан йүкәнең ҡабығын һыҙырып, ҡырҡ көнгә ағын һыуға һала. Бер ағас йүкәнән генә дүрт-биш йылға етерлек һалабашы сыға. Уны эҫе һыуға һалып бешекләй. Боронғо ҡарттар һөйләүенсә, йүкә ҡабығы хатта һыу ағыҙырға торба итеп тә ҡулланғандар.

Илленсе – алтмышынсы йылдарҙа ауыр ҡышты сығып, бесән ҡалҡһа, әсәйҙәр бер арба бесән сабып алып килер ине лә, унан ағыулы көпшә, сырмалсыҡ, атҡырһаҡты алып ташлап, ағас кәритәгә эҫе һыу ҡойоп бешекләр ине. Унан һуң һәр балаһын урындыҡҡа теҙеп һалып, күпмелер ваҡытҡа үләнгә күмәләр, төнәтмәгә ултырталар ҙа өс көн дауамында мамыҡ шәлгә урап йөрөтәләр. Моғайын, организмда ҡыш буйына йыйылған токсинды, һыуыҡтан барлыҡҡа килгән зарарлы матдәләрҙе шулай сығарғандарҙыр, тип уйлайым.

Һыуыҡ ҡыштарын теше һыҙлап йонсотһа, бабайҙар ағас һауыттағы кипкән тилебәрәнгә эҫе һыу ҡойоп, ауыҙын асып, толобона төрөнөп, һыҙлауын баҫыр ине. Күреүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ зарарлы матдә бүлеп сығарған тимер, алюмин һауыттар ҡулланмаған, хуш еҫле, экологик яҡтан таҙа тәбиғи ағас һауыт-һабаға өҫтөнлөк биргән.

Хәҙерге заманда ла был кәсепкә тотоноп, донъя көткәндәр бар. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Күсем ауылы оҫтаһы Иршат Ырыҫҡоловтың үҙ ҡулдары менән яһаған йыһазына һоҡланмаған кеше юҡ. Илле йәшлек уҙаман эшләгән йыһаздар завод-фабриканыҡынан нығыраҡ, зауыҡлыраҡ та. Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында тыуған егет Совет заманында Магнитогорск ҡалаһында балта оҫтаһы, йыһаз яһаусы һөнәрен үҙләштергән. Ул эшһеҙлектән әллә ҡайҙарға китмәй, үҙенең ғаиләһе менән эшләй.

Ҙур оҫтаханаһы заводтың цехын хәтерләтә. Уның тылсымлы ҡулдарында ҡарағас, имән, ҡарағай, ҡайын ағасы батманға, көбөгә, биҙәкле тәҙрә ҡапҡасына, ултырғыс-бүкәнгә, кейем шкафына, өҫтәлгә, нағышлы гөл һауытына, ағас карауатҡа әүерелә. Күҙәтеүсән, иғтибарлы, тәбиғәттең һәр үҫемлегенән матурлыҡ тапҡан, күңеле бай оҫта ғына ағасты семәрләй алалыр. Йорт йыһазы етештереүсе, ағасты һырлап биҙәүсе оҫта етештереүсе генә түгел, ижадсы ла. Үҫемлек иһә уның ҡулында ҡышын да сәскә ата, япраҡ яра – шулай фантазия эшкә егелә. Уның төп эш ҡоралы – алтын ҡулдары.

Тирә-йүндәге ауыл халҡы уның таланты алдында баш эйә. Иршат Ырыҫҡоловтың да даны тирә-яҡҡа таралған. Кемдер ағастан яһалған форточкалы тәҙрә рамдарына, кемдер әкиәттәгеләй семәрле һандыҡҡа, кәнәфигә заказ бирә. Улар оҫтаның эшенән һәр саҡ ҡәнәғәт. Хаҡы ла үтә ҡыйбат түгел, етмәһә, зауыҡлы ла, бүлмәңде йәмләй, ағас әйбер күңелеңә йылы өрә, ҡыуандыра. Кәсебе тураһында һорағас: “Көҙ материал әҙерләйем. Ҡышын сей ағас кибә. Йылыға, әлбиттә, күләгәгә ҡуям”, – тине ул. Ауылдашым имән көбө һатып алғас: “Имән Әбйәлилдә үҫмәй ҙә һуң”, – тигәс: “Магнитогорск ҡалаһында курсташым мәрхүм булып ҡалды. Малайы таратып бөткән. Ҡалғанын алып ҡалдым”, – тип аңлатты. Боронғо әйберҙәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың донъяны күҙаллауы, матурлыҡ хаҡындағы төшөнсәһе сағыла.

Күсем ауылы кәсепсеһенең ҡулдары боронғо ата-бабалары тамырҙарынан һут, дәрт, дарман ала. Бындай күңел байлығы уның булмышына ҡан менән күскән. Әлбиттә, уҡыу йортонда һөнәрселек серҙәренә өйрәнеү ҙә булышлыҡ итәлер. Оҫтаның янында уң ҡанаты – тормош юлдашы Гүзәл килен, өлгөргән әйберҙәренә матур буяуҙар һөртөп, әйберҙәргә генә түгел, тормоштарына йән-йәм өрә, ижадсыға илһам бирә. Йыл әйләнәһенә үҙҙәренең оҫтаханаһында үткәндәргә ҡағылышлы боронғолоҡто аңҡытҡан хазинаға тиң бит улар! Ундайҙарға хаҡ ҡуйып буламы? Юҡтыр! Алтынға бәрәбәр кәсепселәр. Бөтә ир заты ла шул кимәлдә оҫта була алмай. Һәр төрлө үлсәмле ағастан соҡоп һәм һырлап яһалған эреле-ваҡлы көбөләр, туҫтаҡтарҙан боронғолоҡ һулышы һирпелә. Тәбиғәт материалы уларға буйһона, быуаттар буйына әҙәмдең тормошон йәмләп йәшәүен дауам итә, емештәрен бирә.

“Ҡоро ағастың емеше булмаҫ” тигән бит боронғолар. Тамырҙарыбыҙ әллә нисә быуын оҫталарға барып тоташа. Мәҫәлән, имән ағасынан яһалған өс биҙрә һыйышлы көбөнө генә алайыҡ. Ул өс өлөштән тора: һауыты, ҡапҡасы, бешкәге. Ҡапҡасын ике яҡлап асып ябырға тотҡаһы бар, бешкәгенең йомро башы ауыр. Ул ҡапҡасын асмайынса бешерер өсөн ҡулайлаштырылған. Иҫ китмәле! Иршат Ырыҫҡоловтың әйберҙәрен сит илдәргә күргәҙмәгә ебәреп, башҡорт иленең милли кәсепселәрен рекламаларға ла була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай оҫталарҙы ҡайһы бер ауылдарҙа бөтөнләй тапмаҫ­һың. Ике йөҙ йорттан торған Күсем ауылында ике-өс оҫтаны осратырға мөмкин. Айсыуаҡ Арыҫланов, мәҫәлән, лобзик менән биҙәктәр яһай, Исмәғил Билалов Әбйәлил районында “Һандыҡ” байрамында һандыҡ эшләү оҫтаһы тип танылды.

Минеңсә, онотола барған бик күп файҙалы әйберҙәрҙе халыҡ кәсепселәре ярҙамында бөгөнгөгә ҡайтара алабыҙ. Бөгөнгө ҡеүәттәребеҙ иң нескә зауыҡҡа тап килерлек, иң талымлы һатып алыусының талабына яуап бирерлек әйберҙәр әҙерләү оҫтаны уғата яуап­лылыҡҡа, эш нескәлектәренә нығыраҡ төшөнөргә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, Иршат Ырыҫҡоловтың заманса ҡора­малдар ҡуйып, ихтыяжды тәрән өйрәнеп, төптән уйланылған хаҡ ҡуйылған тауары һәр саҡ сифатлы һәм үтемле. Оҫта һәр саҡ ижади эҙләнә. Уның әйберҙәре бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған.

Ата-бабаларыбыҙҙың зиһененә, аҡылына иҫең китер. Тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә донъя көткән – бәпесте муйыл ағасынан яһалған сәңгелдәктә бәүеткән, малы үҙенә яҙһын өсөн уны муйыл һуйыл менән ҡы­уалаған, оҙон ғүмерле булыр өсөн һайыҫҡан ите менән дә туҡланған, ҡарағас һағыҙ сәйнәгән йөҙйәшәр ҡарттарҙың тештәре лә теүәл булған, сайырлы кейеҙҙә йоҡлаған – һыҙ­ланмаған, мендәрҙәре ҡор йөнө менән тултырылған, ҡаты урындыҡта йоҡлап, умыртҡа бағаналары төҙ булып үҫешкән...

1902 йылғы Ғәйшә өләсәйем буҙаны бөтөнләй икенсе төрлө ҡоя ине. Таҙа бойҙайҙы киндер муҡсайына һалып, мейес башына шыттырырға ҡуя. Улары моронлай башлаһа, йылға буйына алып барып туңдыра ла тирмәндә тарта. Мөгөҙлө малдың туңмайын иретә лә тәүҙә тартҡан һоло һәм бойҙай өҫтөнә ҡоя. Бер сәғәт үткәс, өлкән ҡаҙанда ҡайната. Икенсе көнөнә һөҙә, уныһы күп тә үтмәй күпереп килеп тә сыға торғайны. Ун биҙрә һыймалы көбөләге шифалы эсемлек күрше-тирәгә, ғаиләһенә лә етә.

Өләсәйемдең атаһы Ишбулды ауылынан Батырша олатай данлыҡлы итексе ине. Тире иләү өсөн дә әллә күпме ҡулайламаһы булған. Атаһынан күрмәксе өләсәйем һуғыш осоронда балаларын үҙе баҫҡан быйманан өҙмәгән.

Буранғол ауылы ҡыҙы 1936 йылғы Мәфтуха Нәбиуллина мәҙрәсәгә уҡырға төшкәндә киндерҙән үҙҙәренә кейем тегеп кейеп барғандарын беҙгә бәйән итер ине: “Көҙөн орлоғо бешеп ҡойолоп бөткән, йәғни кипкән киндерҙе йыйып алаһың да торғон һыуға тиресәһе йомшарғансы һалып ҡуяһың. Алаһың да ауыр таяҡ менән ҡабығы айырылғансы туҡмайһың, йыуаһың, киптерәһең, иләйһең. Ағас туҡыу станогында кейем-һалым һуғаһың. Кесерткәнде лә шул рәүешле эшкәртәһең. Ундай кейем-һалым тәнгә шифалы ла була, оҙаҡҡа ла етә. Тәбиғи материалдарҙан туҡылған кейем-һалым тәнгә сихәт, йәнгә дауа тиергә була.

Иләнгән кесерткәндән эшләнгән иләк уның улы Динислам Ғәлиндең музейында һаҡлана. “Тәүҙә квадрат формаһында тиресәгә арҡыры-буйға нәҙек ептәрҙе теҙәбеҙ. Аҙаҡ уны түңәрәк транса тирәсенә етен еп менән нығытып тегеп беркетәбеҙ”, – тип аңлата әсәһе.

Шулай уҡ уның музейында 1700 йылда етендән туҡылған һөлгө лә һаҡлана. Уны ошо ауылдың ҡыҙы Хөсниямал Рәх­мәтуллина әллә нисә быуын өләсәһенән ҡомартҡы итеп һаҡлаған. Тығыҙ беше етен материалда биҙәге лә бар. Уң һәм һул яғы ла төрлө биҙәкле булыуы менән дә серле.

Республикала төбәктәрҙә халыҡ кәсепселеген тергеҙеп, оҫталарҙың эштәрен һәр төрлө байрамдарҙа, һабан­туйҙарҙа баһалап, уларҙы дәртләндереп торорға ине. Дәүләт кимәлендә уларҙың кәсептәрен хупларға, ярҙам күрһәтергә, күтәрергә кәрәктер. Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Л. Толстой әйткәнсә, заманалар үҙгәрһә лә, башҡорттар, ысынлап та, боронғо кәсепселек бәйәһен әле лә юғалтмаған.


Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА Район: Әбйәлил районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республика мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары төп концерт залы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Республика мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары төп концерт залы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 09.04.2026 // Мәҙәниәт

Республика мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары төп концерт залы етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда IV «Китап байрамы» көнө билдәле булды

Башҡортостанда IV «Китап байрамы» көнө билдәле булды 08.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда IV «Китап байрамы» көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры кәңәшселәре менән таныштырҙылар

Өфөлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры кәңәшселәре менән таныштырҙылар 08.04.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры кәңәшселәре менән таныштырҙылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың «Тархан» ансамбле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы

Башҡортостандың «Тархан» ансамбле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы 06.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың «Тархан» ансамбле Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы...

Тотош уҡырға 4

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәргә юллана

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәргә юллана 06.04.2026 // Мәҙәниәт

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» концерт программаһын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Татарстанға гастролдәргә сыға

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Татарстанға гастролдәргә сыға 03.04.2026 // Мәҙәниәт

8-15 апрелдә Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Татарстанда «Донъя ритмдары» концерт программаһы ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль арабыҙҙан китте

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль арабыҙҙан китте 03.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Роберт Паль оҙаҡ ауырығандан һуң 2 апрелдә арабыҙҙан китеп барҙы. Уға ......

Тотош уҡырға 4

AY YOLA  төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны

AY YOLA төркөмө Төркиә телеканалында сығыш яһаны 03.04.2026 // Мәҙәниәт

Концерттан һуң Башҡортостан музыканттарына Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән аралашыу ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда йәш сәсәндәрҙең «Урал балалары тауышы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда йәш сәсәндәрҙең «Урал балалары тауышы» конкурсына йомғаҡ яһалды 02.04.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда йәш сәсәндәрҙең «Урал балалары тауышы» конкурсына йомғаҡ яһалды...

Тотош уҡырға 5

AY YOLA төркөмөнөң Homay клибы халыҡ-ара премияға дәғүә итә

AY YOLA төркөмөнөң Homay клибы халыҡ-ара премияға дәғүә итә 31.03.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң Homay клибы халыҡ-ара премияға дәғүә итә...

Тотош уҡырға 6

Республикала Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәләнде

Республикала Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәләнде 31.03.2026 // Мәҙәниәт

Республикала Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – CASTA DIVA опера премияһы лауреаты

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – CASTA DIVA опера премияһы лауреаты 26.03.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – CASTA DIVA опера премияһы лауреаты...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә