Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?
Башҡорт теленең тағы бер үҙенсәлеге бар: хәҙерге заман төшөнсәһен күп осраҡта ҡушма ҡылым бирә һәм уларға башҡорт теле бик бай. Мәҫәлән: магазинға барам — киләсәк заман, магазинға китеп барам, бара ятам — хәҙерге заман; эштән ҡайта — киләсәк заман, эштән ҡайтып килә, ҡайтып бара, ҡайтып килә ята — хәҙерге заман; һорауға кем яуап бирә? — киләсәк заман, һорауға яуап биреп тора — хәҙерге заман, сәй эсәм — киләсәк заман, сәй эсәм, эсеп ултырам — хәҙерге заман һәм башҡалар.
Был яҙғандар башҡорт телендә -саҡ/-сәк ялғауы ҡулланылырға тейеш түгел, тигәнде аңлатмай. Башҡорттарҙа был форма ниндәйҙер мәсьәлә бик ҡәтғи торғанда, бер нигә ҡарамай башҡарылырға тейешле эш булғанда, йә иһә ниҙеңдер ваҡыты аныҡ билдәле булмағанда ҡулланылған. Мәҫәлән, Мин һеҙҙең һүҙегеҙгә ҡарап та тормаясаҡмын. Мин шул ҡыҙға өйләнәсәкмен. “Мотлаҡ уҡытыусы буласаҡһың!” — ти уйҙарҙың иң сабырһыҙы. Люциә атаһы һымаҡ агроном буласаҡ, ... иген үҫтерәсәк! Башҡорттар мәсьәләнең ҡәтғи тороуын һәм уның бер нигә ҡарамай үтәлергә тейешлеген барыбер, бер нигә (нәмәгә) ҡарамай, таш яуһа ла, исеме... булмаҫ (булмаһын) һүҙҙәре һәм хәҙерге заман ялғауы -а/-ә, -й менән дә биргән: Мин барыбер шул ҡыҙға өйләнәм. Таш яуһа ла уҡырға китәм, әгәр мин шул ҡыҙға өйләнмәһәм, исемем ... булмаһын. Элек хатта был осраҡта кәпәс ташлағандар, төрлөсә ант иткәндер.
Башҡорт телендә киләсәкте белдергән -ыр/-ер, -ор/-өр ялғауҙары бар. Улар киләсәктә үтәлере билдәһеҙ хәл-ваҡиғаны белдерә, тип әйтеп булмай. Мәҫәлән: “Ильяс, мин һинән әсәйеңә күстәнәс биреп ебәрермен”, — тиһәм, билдәһеҙ буламы ни? Шулай уҡ: “Үҙем барам, алып барырмын, тапшырырмын”, — тип әйтеп торам икән, унда ниндәй билдәһеҙлек, икеләнеү булһын.
Әйткәндәй, Н.К. Дмитриев -саҡ/-сәк, -ыр/-ер формаларын билдәле, билдәһеҙгә бүлеп тормай, киләсәк замандың беренсе, икенсе формаһы тип атай. Беҙгә лә шулай алырға кәрәктер.
Башҡорт телендә билдәһеҙлекте бирә алыр һүҙҙәр, формалар бар. Уларға -лыр/-лер ялғауы (варианттары менән), моғайын, бәлки, ихтимал, ул һәм башҡа һүҙҙәр инә. Мәҫәлән, Көтөңкөрәйек, бәлки, автобус килеп етер. Моғайын, Сания ла бара алыр. Ярышта Юлай ҡатнашалыр ул. Халыҡ был формаларҙы бик һәйбәт белә һәм дөп-дөрөҫ итеп һөйләй. Тик уларҙың теленә белемле кешеләрҙең ихтирамы, иғтибары ғына етешмәй. Ҡайһы ваҡыт: “Яҙышҡандар яҙғанын үҙҙәре уҡыймы, һөйләп торған (ултырған) белгес әйткәнен ишетәме икән?” — тигән һорау тыуа. Шулай булмаһа, бер һөйләмдә ҡапма-ҡаршы ике фекер ятыр йәки кәрәкмәгән ерҙә ялғау ҡушыуға юл ҡуйылыр инеме? Мәҫәлән, Моң тигән нәмәгә элек тә табынғандар, уға әле лә таң ҡалалар, моң әҫәренән киләсәктә лә ҡотола алмаясаҡтар, моғайын. Бында автор мотлаҡ була тигәнде белдергән -асаҡ ялғауын һәм шул уҡ ваҡытта икеләнеүҙе белдергән моғайын һүҙен бирә. Тағы ике һөйләм килтерәйек: Шулай ҙа, сама менән, әгәр туп-тура ғына барһам, Уссури йылғаһына сығасағымды һиҙәм. Ниһайәт, комментатор уның йәнә алышҡа сығасағын иғлан итте. Тәүге һөйләмдә — сығырымды һиҙәм, ә икенсеһендә сығырын тип яҙылһа, үҙебеҙсә булыр ине.
Ата-бабабыҙ киләсәктә була торған эш-хәл тураһында яҙыр алдынан уйлап, аңлап, белеп эш итер өсөн серле урындар ҙа ҡалдырған, тигәйнек. Ул да булһа, бер төркөм ҡылымдарҙың нигеҙендә киләсәк заман төшөнсәһенең ятыуы — ҡайтыу, барыу, килеү, китеү, сығыу, инеү, кереү, осоу, йөҙөү, биреү, алыу, асыу, ябыу, һикереү, бейеү, йүгереү, үтеү, уҙыу, ҡатнашыу, тулыу, булыу һ.б. Был ҡылымдарға -саҡ/-сәк ялғауын ҡушыу дөрөҫ булмай. Башҡорт бер ваҡытта ла: “Йыйылыш буласаҡмы? Концертҡа киләсәкһеңме? Мин иртәгә баҙарға инәсәкмен, ә һин ҡайҙа барасаҡһың? Улым, һин эштән ҡасан ҡайтасаҡһың? Ейәнемә өс йәш туласаҡ”, — тип һөйләмәй. Киләсәктәге эш-хәлде белдереү өсөн был ҡылымдарға -а/-ә, -й ялғауын ҡушыу ҙа етә. Төҙәтеп уҡыйыҡ: Йыйылыш буламы? Концертҡа киләһеңме? Мин иртәгә баҙарға инәм, ә һин ҡайҙа бараһың? Улым, һин эштән ҡасан ҡайтаһың? Ейәнемә өс йәш тула.
Һорау һөйләмдәрҙә лә -саҡ ялғауы булмай. Мәҫәлән, телен яҡшы белгән башҡорт: “Такси нисә сәғәт барасаҡ? Һине ҡаршы аласаҡтармы? Һин нисәлә өйҙә буласаҡһың?” — тип һорамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер күптәр, уйлап-нитеп тормай, шулай һөйләргә әүәҫләнеп китте.
Тағы ла баҫма, һөйләү теленә күҙ ташлайыҡ әле: Быйыл тауыш биреү Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр веб-камералар күҙәтеүендә үтәсәк. Тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары конкурсҡа әҙерлекте күҙәтә аласаҡ... Иң-иңдәр иһә 2 мартта “Нефтсе” мәҙәниәт һарайындағы гала-концертта билдәләнәсәк. Төҙөлөш 1 майға тамамланасаҡ. 1 июндә хужалар өй туйлаясаҡ. Йыл аҙағында махсус премиялар тапшырыласаҡ... алимент түләтә аласаҡһығыҙ. Был һөйләмдәрҙең береһендә лә -саҡ ялғауы кәрәкмәй.
Тағы ла миҫалдар: Пицца өсөн беҙгә ҡаты сыр кәрәк буласаҡ. Беҙ десерт әҙерләйәсәкбеҙ. Әфлисундың ҡабығы ғына кәрәк буласаҡ. Был һөйләмдәрҙә кәрәк һәм була һүҙҙәре киләсәктә була торған төшөнсәне белдерә. Кәрәк тип әйтеү ҙә киләсәккә ишара яһай, йәғни һөйләүсе ниҙеңдер кәрәк булырын белдерә. Һүҙлекте ҡарайыҡ: кәрәк — талап ителеүҙе, мәжбүрилек, тейешлек төшөнсәһен белдерә. (БТҺ, 1, 596-сы бит). Ә инде була тигән һүҙҙең нигеҙендә үк киләсәктә була тигән төшөнсә ята. Был һүҙ урыҫса будет ҡылымы менән бирелә. Тимәк, бында була һүҙенә -саҡ ялғауын ҡушыу бөтөнләй кәрәкмәй.
Уҡытыусыларҙың, етәкселәрҙең диктатор һымаҡ ... һеҙ шунда барасаҡһығыҙ, ун көн эшләйәсәкһегеҙ, конспекттарығыҙҙы тапшырасаҡһығыҙ тип, заман формаһын дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында тупаҫ һөйләүҙәре лә бер ҙә килешкән эш түгел. Быны ла бит башҡортса бик матур итеп әйтеп була.
Шулай итеп, беҙ киләсәктә була, башҡарыла торған эш-хәлде телдә нисек биреү тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Күренеүенсә, ул ҡатмарлы түгел. Ғәзиз телебеҙҙе ҡәҙерһеҙләп, теләһә нисек яҙмаһаҡ, һөйләмәһәк ине. Был мөһим мәсьәлә барлыҡ башҡорт йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Һәйбәт һөйләгән, яҙған белгесте дәртләндергән саралар ойошторолһон ине.
*Миҫал итеп бирелгән һөйләмдәрҙең ҡайҙан алынғанын белергә теләһәгеҙ, авторға мөрәжәғәт итегеҙ.
(Дауамы. Башы 21 февраль,
16 март, 27 апрель һандарында).

Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы,
БДПУ профессоры




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған 09.06.2026 // Мәҙәниәт

Ошо күләмле сарала гимндың премьераһы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Фольклориадаға арналған матбуғат ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте

Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте 09.06.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә журналист һәм яҙыусы Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат 08.06.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың атаһы вафат...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде 08.06.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде...

Тотош уҡырға 23

«Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивале лауреаты булды

«Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивале лауреаты булды 08.06.2026 // Мәҙәниәт

12-се «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә Рәсәй Китап нәшерселәре ассоциацияһының «Йылдың иң яҡшы ......

Тотош уҡырға 3

Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе

Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе 05.06.2026 // Мәҙәниәт

Урал Килсенбаев «Урал батыр» эпосы буйынса челлендж башлап ебәрҙе...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде

Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде 04.06.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә башҡорт телендә аудиоәкиәттәр проекты бойомға ашырыла

Өфөлә башҡорт телендә аудиоәкиәттәр проекты бойомға ашырыла 02.06.2026 // Мәҙәниәт

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ......

Тотош уҡырға 4

Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай

Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай 01.06.2026 // Мәҙәниәт

Белоретта «Урал батыр» эпосы көнө байрамында AY YOLA сығыш яһай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә 26.05.2026 // Мәҙәниәт

6 июндә «Шүлгәнташ» музей комплексында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған тантаналар ойошторола. ......

Тотош уҡырға 5

Өфөгә Китап байрамына мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә

Өфөгә Китап байрамына мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә 25.05.2026 // Мәҙәниәт

28-30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, шулай уҡ республика муниципалитеттарында IV «Китап байрамы» ......

Тотош уҡырға 7

Башҡорт драма театры Грозныйҙа «Федерация» фестивалендә республика исеменән сығыш яһай

Башҡорт драма театры Грозныйҙа «Федерация» фестивалендә республика исеменән сығыш яһай 25.05.2026 // Мәҙәниәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» ......

Тотош уҡырға 4


  1. ИНШАР
    ИНШАР от 25.05.2012, 18:40
    ХОРМЭТЛЕ ПРОФЕЕСОР! МЭКЭЛЭЛЭРЕГЕЗ ОСЭН РЭХМЭТ! ТИК БЕР ГЕНЭ УТЕНЕС: МИСАЛДАРЗЫ ЙЭ ТЫРНАК ЭСЕНДЭ,ЙЭ КАРА КУРСИВ МЕНЭН БИРГЭНДЭ,hЭЙБЭТ БУЛЫР ИНЕ.ЮКhА, УКЫУ КЫЙЫН,КАТ-КАТ УКЫП,hЕЗЗЕН hУЗ МЕНЭН МИСАЛДЫ АЙЫРЫП УЛТЫРЫРГА ТУРА КИЛЭ.РЭХМЭТ!

Комментарий өҫтәргә