Туған телде өйрәнеү хоҡуғын биргән ҡанундарҙы беләбеҙме? Ғәмәлдә бер закон да туған телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡамасауламай. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се, 6-сы статьяларына ярашлы, туған телебеҙҙә IХ класты бөткәнсе уҡый, I кластан ХI класҡа тиклем уны предмет булараҡ өйрәнә алабыҙ. IХ кластан һуң бирелгән төп дәүләт имтихандарын да туған телебеҙҙә тапшырырға хоҡуғыбыҙ бар. Быны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йылдың 25 декабрендә ҡул ҡуйылған 1394-се бойороғо нигеҙендә эшләргә була. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (68-се статья), “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон нигеҙендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ өйрәнелә ала.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың күп өлөшө үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланырға ашыҡмай. Ата-әсәләрҙе күберәк рус телендә белем алыу, рус телен тәрәнерәк үҙләштереү ҡыҙыҡһындыра. Тәү ҡарашҡа бында аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡ, сөнки Берҙәм дәүләт имтихандарының тик рус телендә бирелеүе, юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙың ошо телдә генә ойошторолоуы ата-әсәләр араһында “бала рус телен белмәһә, ҙур уңышҡа өлгәшә алмай, ул БДИ биргәндә лә, вузда уҡығанда ла ҡыйынлыҡтар кисерәсәк” тигән фекер тамыр йәйгән. Балалары өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер торған өлкәндәр баланың киләсәге БДИ һәм вуз менән генә бөтмәгәне, уның шәхес булараҡ формалашыуында туған телдең баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте тураһында ишетергә лә теләмәй.
Туған телде һайлау буйынса ғаризалар йыйыла башлағас, байтаҡ башҡорт ғаиләһе башҡорт теле урынына руссаны һайланы. Улар бигерәк тә ҡала ерендә күп булып сыҡты. Быға ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең төплө фекерләй белмәүе, аңлатыу эштәренең аҡһауы ла күпмелер дәрәжәлә сәбәпсе булды.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм шулай уҡ башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға бүленгән аҙналыҡ сәғәттәр ҡырҡа кәмене. Был — туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһендә иң ҙур юғалтыуҙарҙың береһе. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға аҙнаһына ни бары бер сәғәт бүленә: 0,5 сәғәт – башҡорт теленә, 0,5 сәғәт – башҡорт әҙәбиәтенә. Аҙнаһына бер сәғәт уҡытылған дәрестә баланы туған телгә өйрәтеп буламы?! Сағыштырыу өсөн: рус теле һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына ете сәғәттән туғыҙ сәғәткә тиклем ваҡыт ҡаралған.
Уҡытыусылар элек-электән халыҡ араһында һәр ваҡыт аңлатыу-ағартыу эше алып барған, улар әүҙем йәмәғәтселәр ҙә. Ә “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се статьяһына ярашлы, балалар төп дөйөм белемде туған телдә алырға хоҡуҡлы.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға килгәндә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте лә, Мәғариф министрлығы ла был өлкәлә дөрөҫ сәйәсәт алып бара. Нисек кенә булмаһын, бөгөн II–IХ класс балалары бик әҙ күләмдә булһа ла (аҙнаһына бер сәғәт) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығынан хат төшөрөлдө. Уға ярашлы, милли республикаларҙың дәүләт телдәре уҡыу пландарының вариатив өлөшөндә өйрәнеләсәк. Вариатив өлөшкә ниндәй предметтарҙы индереүҙе мәктәп үҙе хәл итә. Әлбиттә, ата-әсәләр комитеты менән берлектә. Был башҡорт дәүләт телен уҡыу өсөн һәр ата-әсәнән ғариза йыйып ултырыуҙың кәрәге булмаясаҡ тигәнде аңлата.
Башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн дә йыл һайын ғаризалар йыйылырға тейеш түгел. Ата-әсәләр араһында балаһының ыңғайына йөрөгән, уның теләктәрен үтәргә әҙер торғандар күп. Бала бер йыл туған теле итеп — башҡорт, икенсе йыл, ҡыҙыҡ күреп — рус, өсөнсө йыл татар телен һайлауы мөмкин. Туған телде былай итеп уҡыу – бушҡа ваҡыт үткәреү. Туған телдәрҙе уҡытыуҙа күсәгилешлек һәм система булһын өсөн, уны һайлау буйынса ғариза бер тапҡыр, бала I класҡа уҡырға килгәндә, яҙылырға тейеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла быйылғы телгә бәйле ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаны. Август айында, закон һаҡсылары мәктәптәрҙе тикшерә башламаҫ элек үк, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡатнашлығында кәңәшмәләр үткәрелде, уларҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов та ҡатнашты.
Ҡоролтай тарафынан август аҙағында “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә башҡорт телен яҡлап ҙур йыйылыш үткәрелде, унда ҡабул ителгән резолюцияларҙың байтағы үтәлде. Төрлө инстанцияларға хаттар яҙылды, ҡултамғалар йыйылды, хаттар ебәрелгән Рәсәйҙең дәүләт органдарынан яуаптар алынды. Әлбиттә, уларҙың күбеһендә өмөтләнерлек һүҙҙәр юҡ, шул уҡ ваҡытта улар яуапты закондарға таянып бирә. Шуға күрә беҙгә лә закондарҙы белергә, өйрәнергә кәрәк. Ошо урында халҡыбыҙҙың аңлы, туған телде һаҡлауҙың, уны йәш быуынға өйрәтеүҙең кәрәклегенә инанған өлөшөнөң бик әүҙем, берҙәм булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү тураһында”ғы Указын да (2017 йыл, 14 сентябрь) дәүләттең дә, халыҡтың да бергәләп башҡарған хеҙмәт емеше тип баһаларға кәрәк. Указға ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү” дәүләт программаһы әҙерләнә. Был программаны ғәмәлгә ашырыуға Ҡоролтай сайты аша киң йәмәғәтселек йәлеп ителде, тәҡдимдәр йыйылыуы тураһында иғлан бирелде. Тәҡдимдәрҙе тикшереп, программаны еренә еткереү өсөн уларҙы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына тапшырҙыҡ.
Октябрь-ноябрь айҙарында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән Йәмәғәт палатаһы тел сәйәсәте өлкәһендә федераль һәм республика закондарының нисек ғәмәлгә ашырылыуына бәйле мониторинг үткәрҙе. Был эшкә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителде. Комиссиялар Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлебаш, Туймазы, Белорет, Благовар, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларында эшләне. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, был төбәктәрҙә милли мәғарифты үҫтереүгә бәйле байтаҡ эшләнә: туған телдәр буйынса олимпиадалар, конкурстар үткәрелә, туған тел уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары ойошторола. Башҡорт телендә тәрбиә биргән балалар баҡсалары, төркөмдәр эшләй, тыуған яҡ, республика, халыҡ ижады буйынса белем бирелә. Был йәһәттән республика кимәлендә тәжрибә уртаҡлашырлыҡ мәғлүмәт туплаған мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары ла бар. Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһының 24-се балалар баҡсаһы. Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу йүнәлешендә лә эш бара. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар һанының күплеге лә ҡыуандыра.
Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары юғарыла аталған район һәм ҡалаларҙың һәр береһендә туған телдәрҙе, башҡорт дәүләт телен уҡытыуға иғтибарҙың бермә-бер кәмеүен асыҡланы. Өфө һәм Благовар райондарында бындай балаларҙың һаны 40-50 проценттан артмай. Республика буйынса күрһәткес 70 проценттан юғары. Оҙаҡ йылдар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та тейешле кимәлдә уҡытып килгән Өфө районының Авдон мәктәбендә, мәҫәлән, ул дәүләт теле итеп бөтөнләй өйрәнелмәй. Стәрлебаш районында, аҡса етмәү сәбәпле, ауыл мәктәптәре биш көнлөк уҡыу программаһына күсерелгән, ә сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу проблемаһы туған телдәр иҫәбенә хәл ителгән. Башҡорт мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ни бары ике сәғәт бүленә. Күп урында туған тел Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы I кластан түгел, II кластан ғына уҡытыла башлай.
Иң үкенеслеһе — туған телдәргә бындай ҡараш менән башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ла килешкән. Мәктәп етәкселегенең үҙ предметына зыян килтергән күрһәтмәләрен дә бер һүҙ әйтмәй үтәп йөрөгәндәр байтаҡ булып сыҡты. Бер яҡтан, уларҙы аңларға ла була, бөгөн эшһеҙ ҡалыу – ҙур бәлә. Икенсе яҡтан, былай барһа, иртәме-һуңмы, туған тел уҡытыусыларының бөтөнләй кәрәге булмауы мөмкин. Беҙгә ҡалһа, ысын уҡытыусы һәр ваҡыт үҙенең предметынан да мөһимерәк фән юҡ тип иҫәпләргә һәм шуны уҡыусылары аңына ла һеңдерергә тейеш. Ә бөгөн туған тел уҡытыусылары туған телде өйрәнеүҙең мөһимлегенә үҙҙәре лә ышанмай. Үҙең ышанмаған хәлдә башҡаларҙы инандырыу мөмкинме икән?!
Уйлы, ғәмле кеше туған теленә ныҡ иғтибарлы, сөнки тап туған телгә генә халыҡты милләт итеп ойоштороусы рухи ҡөҙрәт, сакраль көс һалынған. Шуға ла милли рухлы зыялылар тел проблемаларын өйрәнә, фәнде эшкә егә, ваҡытлы матбуғатты, интернет селтәрен файҙалана. Аңлы ата-әсәләребеҙ балаһын бишектән үк милли мөхиттә тәрбиәләргә ынтыла, йәмәғәтселек, телебеҙҙе яҡлап, төрлө акциялар ойоштора. Тик һөҙөмтәләр әлегә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Туған теле итеп рус телен таныған башҡорттар, ҡатнаш никахтар, туған телгә тулыһынса битараф кешеләрҙең күп булыуы бәкәлгә һуға.
Үткәнебеҙҙе барлаһаҡ, шул күҙгә ташланыр: быуаттар һуҙымында барған көрәш арҡаһында еребеҙҙе һаҡлай алдыҡ. Ҡыҫылды, тарайҙы ул, әммә милләтебеҙҙе тупларлыҡ йәнтөйәгебеҙ бар! Динебеҙ ҙә юғалманы. Әммә, нисек кенә булмаһын, телебеҙ юғала икән, ерҙән дә, диндән дә яҙыу оҙаҡ көттөрмәйәсәк.
Телгә мөнәсәбәт – кешенең кемлеген асыҡлауҙа төп билдә ул. Әгәр ҙә һин әсә теленә битарафһың икән, тимәк, һин халҡыңдың бөгөнгөһөнә генә түгел, иртәгәһенә лә битарафһың, маңҡортһоң! Тимәк, һине милләт исемлегенән һыҙып ташларға мөмкин! Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, тап туған телдә милләт асылы билдәләнә. Кешелек туплаған меңәр йыллыҡ халыҡ аҡылы ла шул турала һөйләй.
Бөйөк философ Конфуций “тормошта нимәнелер үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла” ти. Беҙгә лә бер-беребеҙҙән ғәйеп эҙләмәй, “туған телемде һаҡлар өсөн мин нимә эшләй алам?” тигән һорауға яуап эҙләргә, бергәләп аныҡ эштәр башҡарырға ҡала. Туған телебеҙҙе һаҡлай алһаҡ, ул да беҙҙе яҡлар ҙа, һаҡлар ҙа.
Рәйсә КҮЗБӘКОВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе.