Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Күңел тыныслығы табам тиһәң...
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә 1,6 миллион башҡорт йәшәй, шуның
1,2 миллионы Башҡортостанда ғүмер итә.
Башҡорт теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай. Боронғо башҡорттарҙың яҙмаһы Алтайҙағы орхон-йәнәсәй ҡомартҡыларында сағылған. Беренсе мең йыллыҡтың аҙағында башҡорттар ислам динен ҡабул иткәс, уларҙың яҙмаһы ғәрәп графикаһы менән бирелә башлаған.

Ғәрәп графикаһында яҙыу XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем дауам иткән, артабан башҡорт яҙмаһы латин алфавитына күсерелә. Уҙған быуаттың 30-сы йылдар аҙағында башҡорт яҙмаһы кириллицаға күсерелә, йәғни бөгөнгө алфавитты ҡуллана башлай.
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, башҡорт теле бик боронғо. Башҡорт, рус, инглиз, француз телдәрен яҡшы белгән һәм әле Мәскәү ҡалаһындағы ҡорд телен өйрәнеү буйынса ғилми үҙәктә эшләгән лингвист, тарихсы-ғалим Салауат Ғәлләмов, хәҙерге инглиз һәм ҡорд телдәре башҡорт теленә барып тоташа, тип фаразлай. Башҡорт һәм инглиз телдәрен сағыштырып, ике телдең фонетикаһын тикшереп, С. Ғәлләмов, Европа һәм Скандинавия илдәренә цивилизация ҡасандыр Уралдан киткән, тип иҫбатлай.
Хәҙерге башҡорт һәм инглиз телдәренә генә хас булған байтаҡ уртаҡ өндәр бар, мәҫәлән: “ҫ”, “ә”, “үә”, “ө”, “ү”, “һ” өндәре. Шуға ла башҡорт телендә һөйләшкән кешегә инглиз телен өйрәнеүе еңелерәк. Шулай уҡ башҡорт һәм немец телдәрендә лә уртаҡ өндәр бар, шуларҙың береһе – “һ”. Ул төрки телдәр араһында тик башҡорт теленә генә хас.
Әлеге ваҡытта беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ата-бабалары­быҙҙың диненә ҡайтырға мөмкинлек асылды. Башҡорттар ислам динен X быуатта уҡ ҡабул иткән. Ә мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән” ғәрәп телендә яҙылған. Ғәрәп телендә лә башҡортсаға хас булған үҙенсәлекле өндәр байтаҡ, әйтәйек: “ҫ”, “ғ”, “ҡ”, “ә”, “ү”, “үә”, “ө”, “һ”, “ҙ”, “ә”. Шуның өсөн башҡорт телен белгән кешегә Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу еңелгә тура килә. Бына был факторҙар, йәғни башҡорт телен яҡшы белеү, сит телдәрҙе өйрәнеүгә булыш­лыҡ итә. Әммә һәр кеше өсөн уның туған теле күңел талабы, күңел аҙығы булып тора.
Әгәр ата-бабаларыбыҙ быуаттар дауамында башҡорт ерендә йәшәгән икән, күңелебеҙ башҡорт моңона, теленә мох­тажлыҡ кисерә. Кешенең яҙмышы өсөн уның уйҙары һәм эске булмышының торошо ни тиклем ҙур роль уйнауын аңлатҡан эстон парапсихологы Лууле Виилма былай тигән: “Әгәр американ йәки инглиз кешеһе Эстонияла йәшәп тә, эстон телендә һөй­ләшә алмаһа, ошо телдең моңон тоя алмаһа, ул кеше үҙенә Эстонияла күңел тыныслығы таба алмаясаҡ”. Был фәһемле тәрән фекер беҙҙең башҡорт теленә лә ҡағыла.
Телде белеү үҙеңде уратып алған мөхитте өйрәнеү, донъяны танып белеү өсөн дә бик мөһим, һәр халыҡ донъяны, йәшәйеште үҙенсә генә ҡабул итә. Был үҙенсәлек беренсе сиратта телдә сағыла. Мәҫәлән: рус телендә “Господь сотворил человека по своему подобию” тип әйтелә. Ошо фекер башҡорт телендә: “Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын ЯРАЛТҠАН” булып яңғырай, йәғни Аллаһ үҙенең бәләкәй генә өлөшөн, энергияһын, һөйөү нурын кеше­нең йәненә һалған. Беҙҙең һәр беребеҙҙең йәне Аллаһ Тәғә­ләнең һөйөү энергияһынан тора, шуға күрә лә йән мәңгелек.
Аллаһ Тәғәлә яралтҡан йән ши­келле, туған телебеҙ ҙә мәңгелек.

Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә