Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күренмәгән яу Быйыл уҡыу йылы башында “башланғыс кластан уҡ баламды рус телендә уҡытыуға күсерегеҙ” тип ғариза яҙған бер төркөм атай-әсәй менән осрашырға тура килде. Боронғо сәсәндәр, илем-көнөм, телем-яҙмышым тип яуға сапҡан халыҡ батырҙарын биргән тарихи ауыл был. Шуның өсөн дә, мәктәп ишеген асып, атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәре менән осрашмайынса, фекерҙәрен белмәйенсә, был хәбәргә ышанманым.

Халҡының киләсәге, балаларының, милләттең яҙмышы ергә, телгә, йолаларға бәйле икәнлеген яҡшы аңлаған, ошо ҡиммәттәргә хәүеф янай башлағас, үҙҙәрен аямай яу башлаған батырҙарҙың ҡан хәтере һаҡланманымы икән ни был ауылда? Әллә был батырҙарҙы язалаған саҡта рухтарын һындырғандар ҙа ҡурҡытылған ауыл халҡы быуаттар буйы дер ҡалтырап йәшәйме? Улай тиһәң, ауыл бөгөнгө көнгә тиклем тарҡалмаған, тимәк, һаҡланған ул милли рух! Тик ни өсөн “балаларыбыҙ имтихан тапшыра алмаясаҡ” тигән шөбһә менән башланғыс кластан уҡ рус телендә уҡытыуҙы өҫтөн күреп ғариза яҙғандар?
Бар, бар икән боронғо аңлы батырҙар рухын һаҡлаусылар, халыҡты фәҡәт туған тел һәм традиция нигеҙендә генә йәшәтеп булғанлығын аңлап, шаң ҡағыусылар, шағирә Зөлфиә Ханнанова әйткәнсә, “Телһеҙ, моңһоҙ мин кем инде?” тип уйлап, балаһының киләсәген ҡурсалаусылар. Ошондай ир-уҙамандарҙың береһе шаң ҡаҡҡан һәм район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән, Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан вәкилдәр килеүенә өлгәшкән.
Әммә ул ир-уҙаман яңғыҙ булып сыҡты. Фекерҙәштәре, рухташтары килмәгәнме йыйылышҡа, билдәһеҙ. Күпселек, ғәҙәттәгесә, әсәйҙәр һәм дәреслектәрҙең (математика, биология) насар тәржемә ителеүенә зарланған уҡытыусылар, “әжәл дарыуы”ндай күреп, рус телендә уҡытыуҙы яҡланы. Яуға ташланған яугирҙәр кеүек, үҙ һүҙҙәрен бирмәне, “беренсе кластан уҡ математиканы рус телендә уҡытырға кәрәк” тигән ғаризаларҙы байраҡ итеп күтәргән көйө үҙ фекерҙәрен ҡабатланы.
– Беҙ бит тотош рус телендә уҡытыуға күсмәйәсәкбеҙ, өйҙә һөйләшеү, мәктәптә тәрбиә эштәре туған телдә алып барыласаҡ, – тине уҡытыусылар.
– Математика рус телендә алып барыла икән, тимәк, өйгә эште аңлатыу өсөн, бала менән рус теленә күсә башлаясаҡһығыҙ. Көндәлектәрҙә, дәфтәрҙәрҙә рус телендә яҙыласаҡ. Әсәй йәки атай кеше бала менән бер генә тапҡыр русса һөйләштеме, бындай аралашыу ғәҙәткә әйләнеп китә, айырып алыу ҡыйынға төшә, хатта мөмкин дә булмай (яратҡан йырсыбыҙ Нажиә Аллаярованың интервьюһындағы фекер). Унан һуң хәҙер ерҙәр, өйҙәр иркен һатыла башлай, бында уҡытыу рус телендә, тип башҡа милләт вәкилдәре күсеп килә башлаясаҡ. Тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ, бихисап бит ҡатнаш ауылдар хәҙер. “Уйлағыҙ!” – тип аңлатып ҡараныҡ. “Юҡ”тан башҡаны ишетмәнек. Бынан һуң башланғыс кластарҙа башҡортса уҡытылған ҡала мәктәптәрендә лә, ауыл мәктәптәрендә лә булдым, һораштым, белештем.
– Башҡортса уҡытабыҙ. Ауырыраҡ тәржемә ителгән биремдәрҙе, мәсьәләләрҙе ябайлаштырып аңлатабыҙ. Бала башланғыс кластарҙа төшөнсәләрҙе мотлаҡ туған телендә алырға тейеш. Математиканы башҡортса уҡыһалар ҙа, балаларыбыҙ техник вуздарҙа, Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында белем ала. Бер ҙә үпкәләмәйҙәрсе, – тине башҡорт ауылындағы мәктәп уҡытыусылары.
– Әлбиттә, бар ундай проблема, дәреслектәр ҡатмарлы тәржемә ителгән. Әммә уҡытыусының да, өйҙә атай-әсәйҙәрҙең дә балаға яҡшылап аңлатырлыҡ мәғлүмәтле булыуҙарына иманым камил. Дәреслек мәсьәләһе хәл ителер ул. Ә бына баланың туған телдә аралашыуын бер тапҡыр күҙ уңынан ысҡындырһаҡ, милләтебеҙ бәкәленә һуғыры көн кеүек асыҡ. Беҙҙең уҡытыусылар ҙа, хатта балаларын ошо мәктәптә уҡытҡан атай-әсәйҙәр ҙә быны яҡшы аңлай. Уҡытыусылар дәрескә ике телдәге дәреслектәр алып килә. Ҡала балаларының күбеһе рус телле, шуның өсөн башҡорт теленә күсеү әкренләп алып барыла. Әйткәндәй, беҙҙең мәктәп – Күмертау ҡалаһында башҡортса уҡытылған берҙән-бер башҡорт мәктәбе, башланғыс кластар ғына уҡый. Былтырғы уҡыу йылында 119 уҡыусы ине, быйылғы уҡыу йылында 180 бала килде, атай-әсәйҙәр туған телдең рухи тәрбиәлә төп таяныс икәнлеген яҡшы аңлай. Рухи тәрбиә менән белем биреү йәнәш барырға тейеш, шунһыҙ бала тулы ҡанлы граждан булмаясаҡ, – тине Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө ҡала башҡорт мәктәбе директоры Әнисә Түләгәнова.
Мин бер ниндәй ҙә һығымта яһарға йыйынмайым. Әммә бөгөн бөтөн радио-телевидение, Интернет, хатта ус аяһындай кәрәҙле телефон, уйынсыҡтар рус телендә “һөйләшеп” торған саҡта, ниндәй генә предмет терминдарын булһа ла рус теленә ауҙарыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булған заманда (компьютер янына ултырып бер төймәгә баҫыу етә!), имтихан бирә алмай ҡалыу хәүефе бармы? Донъя халыҡтары инглиз теленә күсә, ҡытай телен ныҡлап өйрәнеү башланды, әллә бер юлы ошо телдәрҙә уҡытыуға күсәйек тә ҡуяйыҡмы?!
Фекер алышайыҡ, туғандар!


Автор: Мәрйәм БУРАҠАЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

Комментарий өҫтәргә