Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Өйҙәрегеҙҙә милләт тәрбиәләнәме?
Өйҙәрегеҙҙә  милләт тәрбиәләнәме? Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, донъяла йыл һайын ҡырҡлап тел юғала. Сәбәптәре глобализация йоғонтоһонда телдәрҙең конкурентлылығына, демография процестарына, тормош ҡанундарына, талаптарына бәйле. Был мәсьәлә Башҡортостанға ла ҡағыла.

Туған телдең киләсәге уйландыра. Мәҫәлән, мин әсәм теленең быуаттар буйы өҙлөкһөҙ яңғырауын теләйем. Әммә бөгөнгөбөҙ борсоуға һала... Сөнки һин теләйһеңме-юҡмы, урам буйлап атлаған башҡорт йәштәре үҙ-ара урыҫса аралашҡанда, телебеҙҙең хәлен яҡшыларҙан тип әйтеп булмай.
Кеше туған телен белгәндән дә ни үҙгәрә, әгәр ул шул белемен артабан тапшырмаһа? Күңел–­дәргә рухи орлоҡ сәсмәйенсә ураҡҡа сығыу булмаймы был? Балалар баҡсаһынан ҡайтҡан сабый башҡа телдә һупалай икән, ни әйтәһең?! Башҡорт ауылында башҡорт тәрбиәселәре үҙҙәре үк “сабыйҙарға беренсе сиратта урыҫ телен белергә кәрәк” тигән маҡсатҡа ынтылһа... Әйтерһең дә, туған телде белеү бүтән телдәрҙе өйрәнергә ҡамасаулай...
Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙән яҡшы яғы менән айырылмаған миҫалдарҙы тағы ла килтерергә була. Бер апайым да, ана, “киләсәктә әсәмдең теле балама кәрәкмәйәсәк, сөнки ул бер ни ҙә бирмәй” тип тәрбиәләй бәләкәсен. Бына бит, һорауҙы нисек ҡуябыҙ: “Нимә бирә беҙгә башҡорт теле?” Ни өсөн әсәм, ата-бабам теле – аманат, рухи хазина тип ҡарамайбыҙ үҙебеҙ үк?.. Ошо ҡиммәт бөгөн тамаҡ, өй йыһаздары кимәлендә тороп ҡалды түгелме? Йәғни ҡарынды тултырыу, ҡиммәтле телевизор алыу өсөн милли ҡиммәтеңде валюта итеүгә тиңләмәҫлекме был?.. Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” тигән поэмаһынан ошо юлдар иҫкә төшә:
Сит телдәргә балам маһир тиеп,
Шатлығынан берәү һикерә.
Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?
Һәм шул уҡ баяғы апайым тағы күҙ алдына баҫа. Мәктәптә, белеүемсә, ул заманында баш­ҡорт телендә уҡыған. Ә хәҙер? Үҫеп килгән улы менән урыҫ һөйләмдәрен әтмәләй. Был бер генә осраҡ түгелдер әле халҡыбыҙҙа, һәр кемдең туғандары араһында ла барҙыр ундайҙар. Телде һаҡлар урынға, “кәрәкмәй” тип, үткәндә ҡалды­рыусылар.
Күптән түгел бер таныш кеше шатлығынан ҡанатланып: “Кейә­үем башҡа милләттән, бүтән милләттән минең кейәүем!” — тимәһенме! Күҙҙәренән осҡон сәсә, ауыҙы хатта ҡолағынаса йырылған. Хәҙер уйлайыҡ, ейәндәренең исеме ниндәй икән: Искәндәр, Миңзәләме? Володя булған хәлдә лә, башҡортса уҡып, олатаһының телен белерме?..
Ә үткән йәйҙә өләсәйемдә балалары менән алты ҡыҙы һәм бер улы ҡунаҡҡа йыйылғайны. Һарыҡ һуйып, табын йәйелгәйне ул көндә. Бына шулай: өс-дүрт ейәненең нимә һөйләшкәнен аңлай алманы, “бабушка” тигәндәренән тыш. Әле ейәнсәрҙәрен әйтмәйем. Йөрәк әрнеткес күренеш... Бер ейәне менән үҙем дә сәкәләшеп алдым, мин өндәшкәнгә “аңламаным” тигәненә, “ҡартатайҙан һора тәржемә итеүен” тип яуаплағас... Фажиғәһе түгелме был халҡыбыҙҙың?.. Ҡартатай – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан, ике “Ҡыҙыл Йондоҙ” алған капитан...
Был осраҡта ярҙам көтә башлаһаҡ, әллә нисә быуындың сәсе ағарып бөтөр... Миҫал итеп Ҡаҙағстандың телде һаҡлау буйынса эшмәкәрлеген алырға мөмкин. Мәҫәлән, урыҫ һәм ҡаҙаҡ телдәренең статусына ҡарата һорауҙар тыуғанда, Мөхтәр Шаханов тигән шағирҙары: “Әгәр беҙ туған телдә һөйләшеүҙән туҡтаһаҡ, халыҡ булараҡ юҡҡа сығасаҡбыҙ”, — тип сығыш яһаған. Телмәрендә йәнә “туған телгә ҡаршы булып башҡа милләт вәкилдәре түгел, ә үҙебеҙҙекеләрҙең ғәмһеҙлеге сығыш яһай” тигән һүҙҙәре лә яңғырай. Барыһына өҫтәп, шуларҙың һәр береһе, теләһә, ике-өс айҙа сит телдәрҙе өйрәнә ала, әммә туған телдәренә күңелдәре ятмай, ти ул. Туған телдәрен белмәгәндәрҙе яманламай ул, әммә үҙ теленән баш тартыуҙы әсәңдән дә баш тартыуға тиңләй.
Үҙеңде хөрмәтләмәһәң, башҡа­ларҙың да һине ихтирам итмәүе билдәле. Йөҙ кеше араһында бер генә башҡа милләт кешеһе була, барыһы ла урыҫса һөйләшә башлаясаҡ бит инде. Ә ниңә шул бер кеше һинең телеңде өйрәнмәй, ҡалған туҡһан туғыҙы менән аралашыр өсөн? Өҫтәп тағы дуҫлыҡ тураһында һүҙ ҡуйыртылыр әле. Дуҫлыҡ икән, типә-тиң булһын. Юғиһә ҡолдар ғына үҙ-үҙен ихтирам итмәй. Был йәһәттән Муса пәйғәмбәр дәүере уйландыра. Ул халҡының аңына һеңгән ҡоллоҡ психологияһынан ҡотолор өсөн улар менән сәхрәләр буйлап ҡырҡ йыллыҡ сәфәргә сығып китә. Шул арала бер нисә быуын алмашынып, балалары инде азат рухлы мосафир булып үҫә. Хәҙер халҡының бөгөнгө торошон ҡарайыҡ...
Халҡы өсөн яуаплылыҡ алған­дарға ҡарата өмөттәр төбәлә. Эйе, булған заманалар, өммәт­тәргә ярҙамға пәйғәмбәрҙәр ебәрелгән. Әммә уларҙың һуң­ғыһы булып Мөхәммәт (салал­лаһу-ғәләйһи-үә-сәлләм) һаналғас, өндәшер кешем булып хәҙер һүҙ эйәләре тороп ҡала... “Ниңә?” тигән һорауға яуап итеп Бертольд Брехт тигән немец шағирының һүҙҙәрен килтерәм: “Эйе, ауыр заманалар булды” тип әйтмәҫтәр һеҙгә, әммә “ҡайҙа булды һеҙҙең шағирҙарығыҙ?” тип һорарҙар”. Йәнә борондан билдәле булыуынса, һәр батша үҙенең янында шағир тотҡан. Был бигерәк тә ғәрәп илдәренең тарихында асыҡ күренә. Беҙҙең халыҡта иһә төп һүҙҙе сәсәндәр әйткән. Тимәк, улар ниндәйҙер кимәлдә илдең киләсәген хәл иткән, бөгөнгө заман һулышына ла уларҙың өлөшө инмәй ҡалмаҫ ине.
Был юҫыҡта һүҙ эйәләренән һаналған уҡытыусылар ҙа үҙ эшен төплө итеп атҡара алалыр. Ни генә тиһәң дә, башҡорт хал­ҡының, теленең һәм мәҙәниә­тенең үҫеше өсөн балаларҙа һәм йәштәрҙә милли ғорурлыҡ, ватансылыҡ тойғоларын тәрбиә­ләү шарттыр бит. Ә тарихты, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда ошо йүнәлештә эш алып барыу дәрестең маҡсаттары иҫәбенә инһә, биге­рәк тә яҡшы булмаҫмы? Мостай Кәримдең Рәми Ғариповҡа яҙған хатындағы “һәр халыҡ үҙенең миллионлы йәки йөҙ миллионлы массаһы менән генә түгел, ә үҙенең күренекле, даһи улдары һәм ҡыҙҙары менән дә бөйөк” тигән һүҙҙәрен дә тейешле итеп бирә алыу мөмкинлеге тыуа бит, парта алдына баҫһаң. Быларҙың тәрбиә биреүҙәге әһәмиәтен педагог К. Ушинский ҙа үҙ хеҙмә­тендә билдәләгән.
Ошо йәһәттән һәр өйҙә айырым тәрбиә алып барылһа?! Моғайын, һис хилафлыҡ юҡтыр бит бында. Ә милләт булараҡ йәшәүҙе дауам итер өсөн һәр халыҡ вәкилдәренең, исмаһам, өйҙәрендә, ғаиләләре менән туған телдә һөйләшеүе зарур. Әлегә башҡорт теленең һаҡланыуы ауыл халҡына бәйле икәнлеге лә билдәле. Туған телен белгән башҡорттарҙың күбәймәүе урбанизацияға килеп терәлә, тиергә мөмкин. Шул уҡ ҡалала йәшәгән апайҙарҙың балалары башҡортса башлаған һөй­ләмдәрен бүтән телдә тамамлауы хаҡында әсенеп һөйләгәнен ишетергә була. Мөхит нисек тә үҙенекен итә. Ләкин эштә, йәмәғәт урындарында, транспортта башҡа милләт вәкилдәре менән урыҫ телендә аралашыу бер булһа, ниңә хәҙерге йәштәргә ғаиләлә өнһөҙ ҡалырға?.. Мөхәммәт пәйғәмбәр (салаллаһу-ғәләйһи-үә-сәлләм) бер хәҙисендә ошондай һүҙҙәрен еткерә: “Өйҙәрегеҙҙе ҡәберлеккә әйләндермәгеҙ, унда ла намаҙ уҡығыҙ”. Ошо уҡ әйтелгәнде телгә ҡарата ла йүнәлтергә мөмкин: “Өйөгөҙҙә лә башҡортса һөй­ләшегеҙ”. Тыуған тупһабыҙ тарихыбыҙҙың, ата-бабала­рыбыҙҙың һәм киләсәктә үҙе­беҙҙең ҡәберлеккә әйләнмәһен өсөн, унда туған теле, мәҙәниәте һәм йолалары менән башҡорт милләте лә йәшәүен дауам итергә тейеш. Ә халҡыбыҙҙың һәр кешеһе — уның бер һулышы. Телебеҙҙең киләсәге иһә иң тәүҙә һәммәбеҙҙең аңлауынан ғибәрәттер. Юғиһә әлеге кеүек дәүләт теле статусын йөрөтөү ҙә, башҡаһы ла ярҙам итә алмаҫ...


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне

Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне 15.09.2026 // Мәҙәниәт

Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә