Бер нимәгә ҡарамай, ваҡыт аға. Әммә ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә, был донъяны тотҡан нәмәләр бар. Улар – беҙҙе кеше иткән, халыҡ итеп ойошторған изге төшөнсәләр. Ошолар хаҡында, боронғо йолалар тураһында олуғ әҙибә, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә балаларыбыҙға тәрбиә биргән уҡытыусы Мәрйәм апай БУРАҠАЕВА менән һөйләшәбеҙ. Киләсәктә бындай әңгәмәләр даими булыр тигән өмөтөбөҙ ҙур.– Мәрйәм апай, ниндәй уй-ниәттәр менән оҙаттығыҙ йылды? Нимә генә тимә, ул бит һүҙ сәнғәте менән бәйле ине.
– Был донъяның мөғжизәләре бик күп, тип әйтергә уҡталам да тыйылып торам. “Күп” тигән һүҙ урынһыҙ: донъя – үҙе мөғжизә, һәм беҙ мөғжизә эсендә йәшәйбеҙ. Уйҙы ғына алайыҡ. Ғәжәп бит! Керпек ҡаҡҡан арауыҡта беҙ донъяны урап ҡына түгел, йәшәлгән йылдарыбыҙҙы тотош байҡап сыға алабыҙ. Бына әле минең һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлап, уйҙарым менән үткәндәремә ҡайтып, бөгөнгөмдө барлап, киләсәгемде төҫмөрләп ултырыуым. Үткәндәрем – халҡым тарихына, бөгөнгөм – башҡарған эштәремә, киләсәгем беҙҙе алмаштырасаҡ быуынға әйтеп ҡалдыраһы фекерҙәремә барып тоташа. Уныһы инде айырыуса мөһим.
Был фекерҙәр халҡыбыҙҙың меңәр йылдар элек теҙә-тоташтыра башлаған йәшәйеш ҡулсаһын – рухи сылбырҙы өҙмәй-ысҡындырмай дауам итеүгә ҡайтып ҡала. Рухи сылбыр таралып һибелдеме – милләт йотолдо тигән һүҙ. Тарих ҡабатлана. Тарих Бөгөнгөбөҙ, Үткәнебеҙ нигеҙен нығытып, Киләсәккә яңынан-яңы бурыстар ҡуйып, нәҙер ҡалдырырға тейеш. Шуның өсөн Ижад-Ижадсы, Һүҙ-Ҡәләм-Ҡағыҙ тигән мөғжизәләр бар ителгән. Ә бит был тормошта “әммә” тигән һүҙ бар. Тимәк, төшөнсә бар. Ошо һүҙ-төшөнсә йәшәйештә туҡтауһыҙ көрәш барлыҡҡа килтерә лә инде. Ул Яҡшы менән Яман, Ыңғай менән Кире, Аҡ менән Ҡара кеүек ҡапма-ҡаршы күренештәр хасил итә. Халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосындағы Урал менән Шүлгән ҡапма-ҡаршылығы кеүек.
Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: Урал күренеп торған асыҡ дошмандарын ҡырып ҡына һала. Сөнки күренеп торған Аҡ менән Ҡараны айырыу бик үк ауырға тура килмәй. Иң сетереклеһе – Аҡ булып күренеп маташҡан Ҡара менән алыш, бигерәк тә, халыҡ билдәләгәнсә, “үҙеңдеке үҙеңә яу” менән алыш ауырға төшә. Өҫтәүенә Кешелек донъяһында дөйөм хәҡиҡәт булған Аҡ та ҡайһы берәүҙәргә – Аҡ, ә икенселәргә Ҡара була. Бөгөнгөбөҙ, йәғни үҙ тәжрибәбеҙҙән, ғәмәли эштәребеҙ, уңыштарыбыҙ һәм хаталарыбыҙҙан тупланған һабаҡтарҙан сығып, Киләсәкте рухи яҡтан нығытыу сараһын күрергә бурыслыбыҙ. Рухи сылбыр өҙөлмәһен-ысҡынмаһын, шауҙырлап ҡойолоп төшмәһен, бушаған урындары нығынһын, йөйҙәре бөтәшһен, Үткәнебеҙ ҡалдырған аманат дауам итһен, Киләсәк рәхмәтле булһын өсөн, кешелек донъяһы бар иткән мөғжизәне – һүҙ һәм ҡәләм ҡеүәтен файҙаланырға тейешбеҙ.
– Ағас үҙ тамырынан һут ала, тиҙәр…
– Күренекле академик-тарихсы М. К. Любавский XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары тураһында былай тигән: “Рәсәй халыҡтары араһында бер халыҡ та үҙ боронғолоғон, ер һәм көтөүлектәр өсөн үҙ хоҡуғын, үҙенең милли көнкүрешен яҡлап ҡалыу өсөн башҡорт халҡы кеүек көс һәм ҡан түкмәне. Тиңһеҙ алышта ул һан яғынан да, матди һәм, һис шикһеҙ, рухи яҡтан да ҙур юғалтыуҙарға дусар булды, әммә үҙенең этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы, быуындан быуынға күсә килгән милли мираҫын һаҡлап алып ҡалды...”
Ошо фекерҙең әрәсәһенә төшөнөп ҡараһаҡ, ғәжәп тәрән мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр. Тарихи күҙлектән сығып, булған хәлдәргә йомғаҡлау ғына эшләнмәгән, ә бөгөнгө көнөбөҙгә йүнәлеш бирелгән. Тимәк, беренсенән, илем, ерем, көнөм тип ҡойолған ҡандың ҡиммәтен баһаларға тейешбеҙ; икенсенән, этник ҡаҡшамаҫлыҡты һаҡлау, халыҡ, милләт булып йәшәү өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе – милли мираҫты ҡурсалау, киләсәк быуынды уның нигеҙендә тәрбиәләү икәнлегенә иғтибар йүнәлтеү фарыз.
– Ә нисек тәрбиәләргә?
– Замана мәктәптәрендә бер генә халыҡтың да милли мираҫын тәрбиәләү мөмкин түгел. Сөнки ысын мәғәнәһендә милли мәктәптәр юҡ кимәлендә. Өҫтәүенә мәктәптәрҙә хәҙер рухи тәрбиәгә иғтибар кәмене, улар бер маҡсат – Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алырлыҡ уҡыусы әҙерләү менән мәшғүл. Ә бит кеше ғүмере ун бер йыл мәктәптә уҡыу менән генә сикләнмәгән кеүек, бала өсөн ғүмер буйы мәктәп яуаплылыҡ күтәрмәй. Бала – белеме менән генә түгел, ә иң мөһиме – хатта тәрбиәһе менән атай-әсәй яуаплылығында. Шуның өсөн халҡыбыҙҙа: “Кем балаһы тип һорарҙар” тигән ҡанатлы һүҙ бар. Тимәк, тәрбиә өсөн төп яуаплылыҡты ғаилә күтәрә. Шулай булғас, Ғаилә мәктәбен тергеҙергә кәрәк.
– Уны нимәнән башларға?
– Данлыҡлы ир-уҙаман Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев менән боронғо тәрбиә һабаҡтары тураһында һөйләшкәндә, ул әсәһенең һүҙҙәрен телгә алғайны: “Милләт ғорурлығы булмаған кешенең бар уй-фиғеле ашап-эсеүҙән ары китмәй, ҡорһаҡ ҡына уйлаған кешелә әҙәп тигәнең дә үҙенә кәрәк тиклем генә, самалы ғына була”. Ошо фекерҙе раҫлай бит үрҙәге күҙәтеүҙәр. Билдәле, айырым кеше өсөн дә, халыҡтың милләт булып йәшәүе лә, илдең көсө лә төп шарттарҙың береһе – рухи ныҡлыҡҡа ҡайтып ҡала.
Төп рухи тәрбиәсе – Ғаилә мәктәбе. Ул, нигеҙҙә, быуаттар буйы йыйылған тәжрибәнән тупланған һабаҡтар. Борон ҙур ғаиләләр менән йәшәгәс, береһенән-береһе күреп, аҡыллы һүҙ-кәңәш ишетеп, бер-береһенә рухи терәк булып ярҙам итешеп йәшәгәндәр. Бына шунда тупланған да инде Ғаилә мәктәбе тәжрибәһе.
Хәҙер заман икенсе. Һәр ғаилә айырым көн итеүҙе хуп күрә. Бергә йәшәү күнекмәһе лә, бигерәк тә ҡала ерендә шарттар ҙа юҡ. Ауылдарҙа ла боронғо тәрбиә традицияһын һаҡлаусы, “боронғолар әйткәне” тип аҡыл биреп ултырыусы өлкәндәр юҡ кимәлендә. Ул ғына ла түгел, өлкәндәр һүҙен тыңлаһа ла –“ишетмәгән”, ишетһә лә “аңламаған” быуын килә, беҙҙең үксәгә баҫып. Әммә баланы тәрбиәләү-бағыу мәшәҡәте шул уҡ. Заманға буйһонмай. Кемдер, нисектер өйрәтергә, милли мираҫ ҡиммәттәре тупланған рухи сылбырҙы өҙмәй һаҡларға тейеш. Бының өсөн заман ҡаҙаныштарын файҙаланырға кәрәк. Матбуғат биттәрен, Интернет селтәрен, нәфис әҙәбиәт, радио-телевидение, кино һәм сәхнә мөмкинлектәрен һөҙөмтәлерәк, маҡсатҡа ярашлыраҡ файҙаланырға, киң таратырға, рухи тәрбиә биреү маҡсатына йүнәлтергә кәрәк. Һүҙ көсөн мәлендә үк тойоу мөмкинлеге ҙур. Иң мөһим бурысыбыҙ тип һаналған рухи ныҡлыҡ тәрбиәһен – был тормоштоң киң даръяһында юғалып ҡалмау, ҡаҡшамау, һынмау, йотолмау өсөн төп шарт нигеҙе Ғаилә мәктәбен тергеҙеү өсөн мөмкинлек бар.
– Тел хаҡында үҙенсәлекле фекерҙәрегеҙҙе ишеткән бар...
– Башҡорт телен генә алайыҡ: ғәрәп, фарсы, дөйөм төрки, урыҫ һүҙҙәре бихисап телебеҙҙә. Әммә был һүҙҙәрҙе үҙ моңобоҙға ҡулайлаштырғанбыҙ. Халыҡтың тел моңо һаҡлана. Аҙ һанлы милләттәрҙең ни өсөндөр Ер йөҙөнән мәңгелеккә юҡ ителеүен көҫәүселәр ошо хәҡиҡәтте бик яҡшы белә һәм “акцентһыҙ һөйләшеү” культы уйлап сығара.
Ә тау халыҡтарының аҡһаҡалдары, киреһенсә, акцентты, йәғни туған тел моңон, һаҡлау яғында. Шуның өсөн дә улар ниндәй телдә һөйләшһә лә, ошо үҙенсәлек юғалмай. Туған тел моңон һаҡлау ул кәмселек тә, наҙанлыҡ та түгел. Ә “акцент” тигән төшөнсәгә шул тиклем “кире” ҡараш уятылды (етәксе вазифаларға һайлау, ҙур аудиторияла сығыш яһау өсөн һөйләштереп ҡарау), хатта ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаһын акцентһыҙ һөйләштереү өсөн, туған телдәренән яҙҙырып, бишектән үк урыҫ теленә күсерә. Ошонан башлап атай-әсәй менән бала араһында күңел яҡынлығы юғала барыуын улар һиҙмәй ҙә ҡала. Моң уртаҡлығы һүлпәнәйә, күңелдәр алыҫлаша, аҙаҡ инде бер-береһе менән аңлашмай башлайҙар.
Балалары менән урыҫ телендә генә аралашҡан бер ҡатын минән: “Һин балаларың менән нимә тураһында һөйләшәһең ул? Һеҙгә һоҡланам мин. Беҙҙең улай түгел. Беҙгә килһәләр “Сәй эсәһеңме?” тигән һорау ғына бирәм дә, “Эйе” тиһәләр, өндәшмәй генә ултырып сәй эсәбеҙ, “Юҡ” тиһәләр, оҙаҡ тормай ҡайтып та китәләр”, – тигәйне.
“Башҡорт теленең академик һүҙлеге”ндә (Өфө, 2011 йыл, 1-се том ) “Моң” тигән һүҙгә “Ниндәйҙер телгә хас үҙенә бер төрлө һөйләү характеры” тигән аңлатма бирелгән. “Һөйләү характеры” тигәнде халыҡта “тел моңо” тиҙәр, сөнки кешеләрҙең аралашыу, һөйләшеү теле хәрефтәрҙән түгел, ә өндәрҙән тора. Бала күңеленә иң элек өн моңо һеңә. Ошо ғүмер буйы күңелдәрҙе берләштереп тора ла инде. Ә телдә өндәр шул тиклем күп, хәрефтәргә ҡарағанда бер нисә тапҡырға артығыраҡ. Бер үк өндөң хатта баҫым төшкәне йәки һүҙ башында килгәне икенсе төрлөрәк әйтелә. Алфавит башындағы “а” өнөн генә алайыҡ. Мәҫәлән, “ауыҙлыҡлағас”, “ҡарағас” тигән һүҙҙәрҙәге өс “а” өс төрлө әйтелә: “ылыҡтырғыс” тигәндәге “ы”лар ҙа шулай. Йәки “б” хәрефен алайыҡ. Башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башында – “б”, ике һуҙынҡы араһында “w”, һүҙ аҙағында “п” өнөнә әйләнә. Өндәребеҙ шулай бай булғанлыҡтан, телебеҙ ҙә һығылмалы, йырҙарыбыҙ ҙа “бөгөлөшлө”.
Тимәк, күңелдәрҙе тоташтырып, берләштереп торған тел (өн) моңонан яҙҙырмаҫҡа кәрәк баланы. Уның һаҡланыуы бер ҙә ғәйеп тә, наҙанлыҡ та, артта ҡалғанлыҡ та, оялырлыҡ та түгел. Киреһенсә, үҙенсәлекле бер күркәм күренеш ул!
Туған тел моңо һаҡланһын, тимәк, атай-әсәй менән күңел яҡынлығы булһын өсөн төп шарттар: бала менән туған телдә һөйләшеү; балаға туған халҡың исемен ҡушыу; өйҙә туған моңдоң яңғырап тороуы; көйлө әкиәттәр һөйләү; баланы туған телдә йырлатыу, шиғырҙар өйрәтеү, таҡмаҡ әйтеп бейетеү. Тел моңоноң күркәмлеге күңел матурлығына ныҡ тәьҫир итә. Ә инде күҙ күңел көҙгөһө икән, күңел ни тиклем матурыраҡ, күҙҙәрҙә нур ҙа шул тиклем тәрәнерәк, йылыраҡ балҡый. Иғтибар итегеҙ: атай-әсәй, өләсәй-олатай, туғандары менән туған телендә аралашҡан баланың күҙенән йылы нур һирпелә. Халыҡта уны “һөйкөм” тиҙәр. Күңел яҡынлығы булһа, ғаилә уртаҡ маҡсаттар, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, уртаҡ ынтылыштар менән йәшәй, тимәк, һөйләшер һүҙ ҙә, фекер алышырлыҡ әңгәмәләр ҙә бихисап була.
– Миҫал итеп берәй хәл-ваҡиға һөйләй алмаҫһығыҙмы?
– Кинорежиссер Таңсулпан ҡыҙым мәктәптәрҙә ҡыҫҡа метражлы кинолар күрһәтеп йөрөгәндәге күҙәтеүҙәрен һөйләне. Туған телдәрендә аралашҡан башҡорт, татар, урыҫ балалары, кино бөткәс, һикереп тороп ҡайтып китмәйҙәр; шул тиклем ихлас ҡарайҙар, һорау бирәләр, ҡыҙыҡһыналар. Ә бына урыҫ мәктәптәрендә туған телдәрен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнгән (уҡытыусылар алдан уҡ иҫкәртеп, урыҫ теленә тәржемәле фильмдар һорай), үҙ-ара урыҫ телендә аралашҡан башҡорт һәм татар балалары бөтөнләй икенселәр: тып-тыныс ҡарайҙар, ҡыҙыҡ урындарында көлөп йәки ҡыҙғаныс күренештәрендә күҙ йәштәрен һөртөп алһаларсы! Аңлашылмаған бер битарафлыҡ күрһәтәләр. Тик бер генә урында, ҡойма аша башын тығып торған кәзәне күргәс кенә, хихылдаған тауыш ишетелеп ҡала, тип аптырай. Быны аңлатыу кәрәкмәйҙер...
Тағы бер миҫал. Башҡорт теле уҡытыусылары менән булған бер осрашыуҙа урыҫ кластарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ уҡытҡан уҡытыусы бындай һорау бирҙе: “Ни өсөн башҡа милләт балалары башҡорт телен туған телен белмәгән башҡорт балаһына ҡарағанда тиҙерәк өйрәнә?” Был һорауға бер генә яуап. Тел – ул иң элек төшөнсә. Башҡа балалар беҙҙе уратып алған донъяны, төшөнсәләрҙе үҙ телендә белгән, аңына һеңдергән. Улар башҡорт телендә был төшөнсәләрҙең тәржемәһен генә өйрәнә. Ә туған телендә һөйләшмәгән бала ҡанына һалынған туған теле менән бергә төшөнсәне лә онота. Ҡандан-ҡанға күсә килгән тел, төшөнсә, һәләт һәм башҡалар тотош онотола йәки тәрән йоҡоға тала. Быларҙы ул ят телдә өр-яңынан өйрәнә. Туған теле уға ят телгә ҡарағанда ла ятыраҡ булып ҡала.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.