Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » “Тәрбиәгә айырым ваҡыт кәрәкмәй”
“Тәрбиәгә айырым ваҡыт кәрәкмәй” Бәләкәйҙән белгән “һәптеюҡ”, “буйтым”, “шыпа”, “баҡырса” һымаҡ һүҙҙәр ҡапыл-ғара ишетелеп ҡалһа, күңелгә рәхәт булып китә. Тыуған ерҙең һулышы, яҡташтарҙың хисе килеп еткәндәй тойола. “Шулай булыуы бәхәсһеҙ: ырыуыңдың теле бит ул, – тип аңлата был күренеште филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт теле буйынса бихисап хеҙмәт авторы Миңһылыу Усманова. – Кешенең үҫешендә, тормошта үҙ урынын табыуында тыуған ерендәге һөйләштең өлөшө баһалап бөткөһөҙ”.


Ғалимәнең ошо йүнәлеш буйын­са бихисап эш башҡарғаны мә­ғ­лүм. Әле ул үҙе хеҙмәт иткән урында – М. Аҡмулла исе­мендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия универ­си­те­тының башҡорт фило­ло­гияһы факультетында – “Тыу­ған яҡты өйрәнәбеҙ” һәм “Ауы­лымдың һөйләше” тигән проект­тарҙы ла уңышлы тормошҡа ашыра. Уларға ярашлы, республика мәктәптә­ре­нең һәләтле уҡыусылары араһында конкурс үткәрелә. Һынау тотҡан балалар үҙ төйәгендәге ҡыҙыҡлы һүҙҙәрҙе, географик атамаларҙы, урындағы исем-шәрифтең, ҡушаматтарҙың килеп сығышын һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе төплө өйрәнеп, бай мәғлүмәт тәҡдим итә.
“Тәрбиәгә айырым ваҡыт кәрәкмәй”– Уҡыусыларҙың ошо хеҙмәте китап булып сыҡты, – ти Миң­һылыу Ғөбәйт ҡыҙы. – Ғөмүмән, шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы, фәһемле эш был. Диа­лекттарҙы һаҡ­лау, телебеҙҙе байытыу, йәш быуын күңелендә рухи ҡим­мәттәребеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү йәһә­те­нән әһәмиәте баһалап бөт­көһөҙ. Бала тәү сиратта үҙ ере­нең, йәғни ырыуы­ның һөйләш үҙенсә­лектәрен яҡшы бе­лергә, күңеленә һеңдерергә тейеш. Иң бай тел – ошо. Ул бо­ронғолоҡто, башҡа халыҡтар менән бәй­ләнеште сағылдыра. Ошо байлыҡҡа нигеҙ­ләнеп, кеше әҙәби телде, башҡа телдәрҙе өйрәнә.
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы бил­дә­ләүенсә, район гәзи­тенең киң таралыуында, халыҡ тарафынан ихтирам яулауында ла урындағы диалекттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Нисек һөйләйһең, шулай яҙырға тырышырға кәрәк, – ти ул. – Ошо саҡта ғына мәҡәләнән йылы бөркө­лөр, бирелгән мәғлүмәт гәзит уҡыусының күңеленә барып етер. Был йәһәттән Бөрйән райо­нының “Таң” гәзитен үрнәк итеп ҡуйыр инем. Редакция хеҙмәт­кәрҙәре, баҫмала урындағы һөйләште киң ҡулланып, уны һаҡлауға, телебеҙҙе байы­тыуға күпме өлөш индерә!”
Ҡалала төйәкләнгән ауыл баш­ҡорттары ла үҙ диалектын онотмаҫҡа, уны балаларына өйрәтергә тейеш, тип билдәләй ғалимә. Һөйләштән ситләшеү – әҙәби телдең нигеҙен ҡаҡ­ша­тыу ул. Төрлө төбәктән йыйылған кешеләр аралашыу мәлендә булһа ла үҙ диалектында әйтеп ҡуйһа, был һүҙҙәргә йәшәү һулышы өҫтәлер.
– Шул уҡ ваҡытта күңелебеҙгә бала саҡтан һеңгән моңдан, ашаған ризыҡтан ситләшеү яҙыҡ, – ти Миңһылыу Усма­но­ва. – Уларҙың да дөрөҫ үҫештә, камил­лыҡта өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ҡалалағы ғаилә эсендә бындай тәрбиә алып барыу өсөн, әлбиттә, атай менән әсәйҙең уртаҡ фекерҙә булыуы, аңлашып эш итеүе, бер-береһен ҡеүәтләп тороуы зарур. Балаға өйҙә милли мөхит тыу­ҙырыу – үҙ телеңдә аралашыу, туған моңоңдо ишеттереү, халҡыңдың ризығы менән туҡланыу – тамырҙарҙы лайыҡлы дауам итергә булышлыҡ ҡыла. “Сабыйымды башҡортса өйрә­тергә өлгөрөп булмай”, ти ҡайһы берәүҙәр. Бы­ның өсөн айырым ваҡыт кәрәкмәй ул, тотош тормошоң тәрбиәгә әйләнергә тейеш. Үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә, өйҙә башҡортса ғына һөйлә­шәбеҙ, йыр-моңобоҙға һөйөү, милли түңәрәктәргә йөрө­тө­ү арҡа­һында бала­ларыбыҙ теленә, халҡына ҡарата ихтирамлы булып үҫте. Ейәндәргә лә шундай тәрбиә бирергә тыры­шабыҙ. Туған те­лдән, моңдан ғына тү­гел, милли ризыҡ­та­рҙан да өҙмәйбеҙ уларҙы. Итле һәм һалмалы аш, ҡорот, ҡа­ҙы, бауырһаҡ... Ейәндәремдең ишек төбөнән үк: “Өләсәй, ҡоймаҡ!” – тип килеп ине­үе­нән дә шатлыҡлы күре­неш юҡтыр.
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы тәрбиәлә әкиәттең тос өлөшөн билдәләй. Ул, кү­ңелгә изгелек һалыуҙан тыш, хә­терҙе яҡшырта, һөҙөмтәлә ба­лаға белем алыу еңе­лерәккә төшә. Өҫтәүенә дөрөҫ һөйләү, яҙыу һәләтен үҫтерә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, грамматика аҡһаңҡырай бит беҙҙә, – ти ғалимә. – Ә ул – телдең нигеҙе, умыртҡа һөйәге. Тимәк, грам­матиканың төҙөклөгөнә ынты­лырға кәрәк. Телебеҙҙе боҙмау, үҫтереү йәһәтенән һәр яҡлап киң күләмле эш алып барыу зарур.



Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0

«AY YOLA «Урал батыр» эпосы эҙҙәре буйлап» фильмы фестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

Комментарий өҫтәргә