Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин ғашиҡмын һиңә, тауҙар иле”
“Мин ғашиҡмын һиңә, тауҙар иле” 1. Инйәр, Инйәр,
Һин, гүйә, һөйгән йәр –
Әллә ниндәй ҡылтым холоҡло:
Тынысландың, ҡайттың ғына тиһәң,
Ҡуяһың да ҡылып (…)ты.
2. Орлоҡтары йәндә булғандыр ҙа,
Ҡойманыммы үҙем һыуҙарын, —
Тойманыммы әллә — йылдан-йылға
Моңһоулана бара (…)ҙарым?
3. Тағы ҡайтам.
Күпме һыуҙар аҡҡан,
Нисә яҙҙар һинән ситтә уҙған!..
Мин – юлсыны танырһыңмы, баҡсам,
Баҫмағанмы тамам һине (…)?
4. – Нисек инде, йылы – ун өс айҙан?
– Юҡ, үлсәме уның ябайҙан:
Йәй алына көҙгә тиклем яҙҙан,
Ҡыш – тәүге һәм һуңғы (…)ҙан…
5. Юлым оҙон, дуҫым, юлым урау –
Нисә саҡрым, нисә боролош!?
Һәр күпере – йөрәккә бер һынау,
Ҡаршы баҫҡан һәр бер (…)…
6. Ә былай — күңелдәр тыныс,
Ошо тыныс кис һымаҡ.
Йәй мәлендә сабыр был
хис
Кешелә һирәк (…).
7. Ә ул төндән ябай һүҙҙәр эҙләй,
Айҡай-сайҡай хистәр ҡаҙанын.
Әсе елдәр эстә әрһеҙ наҙлай
Сибек кенә гөлдөң (…)ын…
8. Мин дә юҡмы ул теҙемдә? –
Быны наян хөрлөк һорай.
Һағышыма индерермен,
Йылъяҙмасы мин, ти (…)...
9. Кемдер әйтер: бер төн үтте,
Сираттағы таң атты...
Шул таң һине йырлы итте,
Мине итте (…)лы!
10. Салт аяҡтар йәнгә саҡма сағып атлар,
Буш һауыттар менән тулыр шаулы парктар,
Йәш-елкенсәк эркелешер Салауатҡа,
Тоҙ һипкәндәй, кеше йыйыр бар-(…),
11. Был шиғырым сәй маҡтауҙан түгел –
Ғәйебе юҡ, хәйер, сәйхурлыҡтың –
Ҡөҙрәттәрен күрһәтәһе килеү
Эскә ингән йотом-(…)тың!
12. Бер уйлаһаң хәҙер,
Беҙгә тиклем
Улар ҙа, тим, шулай булғандыр.
Үҙгәрәме кеше тәбиғәте
Үҙгәреүҙән генә (…)дар?..
13. Үҙе ҡайтып, шунан ебәргәндәр…
– Ялҡытҡандыр урман тормошо.
Ҡасҡын исеме лә, ни тиһәң дә,
Үртәгәндер ирлек (…)ын.
14. Тәбиғәттең гүзәл
мәлдәрендә
Уйым менән һеҙгә
ҡайтамын.
Хыялымда һаман ҡаршылайым
Тыуған Ура­лым­дың (…) дарын.
15. Сабыйлыҡ ул – беҙгә лә бик таныш.
Тик ҡыҫҡамы булды? Төш булдымы?
Ҡайта, былай, ҡайсаҡ яҡты
һағыш –
Кире ҡайтмаҫ гүзәл илдең (…) ы…
16. Ә ҡыҙсыҡтар…
Ҡотола ла беҙҙән,
Хыялдарға сума бер аҙҙан:
Үҫкән, имеш…
Уны егет күҙләй…
Хәйер, был тик минең
(…)ым.
17. Хәмәҙиә үҙе бөгөн тыныс,
Әллә нисек хатта вайымһыҙ.
Ҡыҙын шундай ғорурлыҡта күргәс,
Һыҡтап төштө атай, (…)һыҙ.
18. Һәр бер өйҙә бала бында унар... –
Шулай тигән бер саҡ шағирың...
Һай, Төп Көнбә, Пушкин атлы
Ғүмәр,
Танырлыҡмы хәҙер (…)ең?
19. Төрлө эҙҙәр, аңлайышһыҙ серҙәр,
Уйламаған тарафтарҙан сәләм...
Кесерәйеп минең дәүмәлдәргә,
Йәшәй миндә, гүйә, тотош (…).
20. Шуға, тыуып әлмисаҡта,
Үлеп китеп булмай хатта:
Һәр дәүерҙә, һәр быуатта
Йә алышта мин, йә атта...
...Ана шуға бөтмәй (…)тәр!..
21. Инйәр, Инйәр,
Һин бит – ғәзиз әсәм,
Һиңә бәйле йәшәү рәүешем.
Тубыҡланып һинән илһам эсәм,
Шелтәләй йә наҙлай (…)ың.
22. Ташланыҡ буш шешәләрҙе
Көтөп торған әбейгә.
— Риторик һорау, — тине дуҫ, —
Бизнесмы был, (…)ме?
23. Һиңә килдем, сос ташҡынға
һеңдем.
Сығыуҙар юҡ бынан, мегаполис!
Ойоп китһәм, асыр кемлегемде
Ошо шылғаҡ баҫҡыс биргән (…).
24. Ваҡ тулҡында йондоҙ
сағылыуы,
Таң аттырыу, төнгә сер
һөйләп,
Ҡулдың ҡулға һаҡһыҙ
ҡағылыуы,
Ике йәндә тыуған бер (…)…
25. Һин ҡайҙалыр хәҙер – белгән
дә юҡ.
Ә сәләмең ихлас, илгәҙәк…
Мәле еткәс, әйләнәңде барлау –
Кешелектә йәшәй ул (…).
26. Ҡара урман. Ҡаҡ таш аҡһыллығы.
Өйкөм-өйкөм болот-өйөрҙәр…
Төпкөлдәрҙә туй ҡорамы тағы
Күҙгә күренмәгән (…)ҙәр…
27. Йә туңдырыр, йәки, сама белмәй,
Сәскә-ярҙар ҡуйыр ишелеп…
Зиһен юйып, яҙҙар әйҙәүенә
Ашҡынмай тор әле, (…)!
28. Кешегә лә шундай сыбарлыҡты
Йыһан үҙе, имеш, күсергән!
Һәм һөйләне әбей ахыр сиктә
Тик үҙендә тотҡан бер (…)ен.

Шпаргалка: Таң. Йыр. Сер. Тын. Теләк. Ғәҙәт. Ҡурай. Ҡанат. Хәйер. Дәрес. Ҡунаҡ. Һабаҡ. Фараз. Ҡылыҡ. Быуын. Дейеү. Урман. Ғаләм. Ҡырау. Намыҫ. Заман. Әкиәт. Тауыш. Ҡәбер. Кешелек. Артылыш. Палатка. Йылылыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519