Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әмәлен нисек табырға?
Әмәлен нисек табырға?Ә хәҙер ғаиләбеҙ менән Рәми Ғарипов ижадына арналған кроссвордты сисәйек.
Горизонталь буйынса:
3. Түҙмәй сәпсек ... данына,
Тоҙ һибәһе килде ҡанына!..
Ләкин ҡанмаҫ үсен алырға,
Әмәлен һуң нисек табырға?
7. Күрә күктән көҙгө ҡояш:
Бойоға бер ҡарт ...
Бар япрағын ҡойһа ла ул,
Ос япрағын һаҡлаған.
8. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе
йыл!..
Ниңә хәҙер һинең яманат?
Юҡ, туйҙан һуң ... ҡағыу түгел,
Килер быуынға был — Аманат.
9. Аҫтылар ҙа, мыҫҡыл итеп уны,
Үлем юрап көлдө юраусы:
Имеш, һуңғы ... ҡәберендә
Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..
14. Тыңлай уны моңһоу ...
Бәрхәт күлдәктәрен кейенеп.
Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп,
Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп...
15. 1959 йылда яҙылған, шағирҙың үҙенә баһа биргән шиғыры.
17. Ҡаршылайҙар улар ... туйын,
Бесән сабыр саҡты көтәләр.
Тик кемдәрҙер минең
ҡайындарҙы,
Балта сабып, харап итәләр...
18. Юҡ, ахыры, ... ғәйеплелер...
Түҙмәйенсә мендем атыма,
Йән ҡалғансы саптым, шундай
саптым,
Ҡарамайса алдым-артыма!..
20. 1960 йылда яҙған шиғырында телгә алынған тау.
21. Монарланып ятҡан Урал
тауҡай,
Дан күкрәтеп күккә ашҡанһың.
... ланып аҡҡан Ағиҙелкәй,
Ҡайғы-хәсрәт менән ташҡанһың.
Вертикаль буйынса:
1. Китһә лә атам, ҡалдырған ...,
Шул ... тиеп башымды ватам.
2. Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?
Йырым ҡалһын ... төбөгөҙҙә,
Йыртыла бит йөрәгем.
4. Күптән көлгәнем юҡ ине шулай,
Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ...
Көттөм, өмөт иттем,
Ҡайтарыр тип,
Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ?
5. Һүлә, тиҙәр, беҙҙә ...не.
6. Яратты ул ...лекте,
Белде ...лек тәмен.
... булыуҙа күрҙе ул
Йәшәүҙең бөтә йәмен.
8. Клуб, мәктәптәрҙә әүҙем
эшләгән түңәрәк.
10. Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң:
Һиҙеп торам ул ни әйтерен,
... тай урап осоп үтәм
Был донъяның теймәҫ әйберен.
11. Күпме көстө һалыр кәрәк әле
Һиңә кеше булыр өсөн дә.
Киләсәктә шаулар ... бит,
Ята шул тубырсыҡ эсендә!..
12. “Табип ҡушыуынса ҡулланыла”, —
Тип яҙылған ... тышына.
13. 1963 йылғы шиғыры.
16. Урман-һыуын, ерен тартып
алып
Ҡан-йәш һеңгән ... аҫтынан,
Аҡ батшалар ҡара ҡумар менән
Муйынынан уның аҫтылар!
19. Елә йылдар! Килә яҙҙар тағы,
Ҡантушкәйҙәр егеп яҙ килә.
Бары шуныһы йәл: һин тоталмаҫ,
Һин татымаҫ яңы ... килә!..

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 3 535

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 3 547

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 4 657

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым