Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәниә Сәхәп ҡыҙы менән Миңлехәт Мәүлетйән улы Бикмаевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл
Фәниә Сәхәп ҡыҙы менән Миңлехәт Мәүлетйән улы Бикмаевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йылҠәҙерле атай-әсәйебеҙ Фәниә Сәхәп ҡыҙы менән Миңлехәт Мәүлетйән улы Бикмаевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы ҡотлайбыҙ! Бөгөн улар гәүһәр туйҙарын билдәләй. Ошо бер-береһен ихлас һөйгән кешеләр тойғоларын һис ҡасан да юғалтманы. Гәүһәр — ныҡлыҡ һәм бәхет символы.
Атайыбыҙ 1932 йылда Әлшәй районының Түбәнге Әүрез ауылында тыуған. Ул ғаиләлә етенсе, иң кесе, бала булған. Ике йәшендә район үҙәгенә — Раевка эшселәр ҡасабаһына күсенәләр. Һуғыш башланғанда уға ни бары туғыҙ йәш була. Ауыр йылдарҙа бер нисә ғаилә берләшеп, Никифар ауылында йәшәй. Шул осорҙан алып атайыбыҙ колхозда эш башлай, яҡындарына мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. 1947 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 1949 йылда Раевка ит комбинатына эшкә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ошонда төрлө вазифалар башҡара. Коллективта ихлас­лығы, изге күңеллелеге һәм итәғәтлелеге өсөн ихтирам һәм абруй яулай. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Миңлехәт Мәүлетйән улы “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исеменә лайыҡ була, бик күп маҡтау грамоталары, “Хеҙмәт ветераны”, “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” миҙалдары менән бүләкләнә, исеме күп йылдар Почет таҡтаһынан төшмәй.
Әсәйебеҙ 1939 йылда Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә алтынсы сабый булып донъяға килә. 1957 йылдың мартында әсәйебеҙ менән атайыбыҙ никахын теркәй. Улар өс балаға яҡшы тәрбиә бирҙе. Хәҙер ике ҡыҙҙарының һәм улдарының үҙ ғаиләләре бар. Биш ейән-ейәнсәре — ҙур шатлыҡ­тары.
1959 йылда әсәйебеҙ Раевка үҙәк ашханаһында эш башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. Фәниә Сәхәп ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй ҡаҙана, фиҙакәр һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, район Советы депутаты итеп һайлана, профсоюз ойошмаһы рәйесе була. Әсәйебеҙ — Коммунистик хеҙмәт ударнигы, социалистик ярыш еңеүсеһе, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы, “Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ғаилә тормошоғоҙ — һөйөү менән берҙәмлектең күркәм өлгөһө ул. Никахығыҙ рухи туғанлыҡҡа әүерелгән. Беҙҙең өсөн һеҙ — изгелек, итәғәтлелек, ҡаһарманлыҡ, наҙ сығанағы. Алты тиҫтә йыл дауамында шатлыҡта ла, ҡыуаныста ла бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, күңел йылығыҙҙы, мөхәббәтегеҙҙе юғалтманығыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Беҙ һеҙҙе бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Татыулыҡта, һаулыҡта бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Күңелегеҙҙән тыныслыҡ һәм изгелек китмәһен.

Балаларығыҙ Әлфиә һәм Фәрғәт, Рим, Венера һәм Радик,
ейәндәрегеҙ Дамир, Ратмир, Рузана, Зарина һәм Марат.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513