Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙының юбилейы
Хөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙының юбилейы Хөрмәтле Шәрифә Һө­йөн­дөк ҡыҙы Хисмә­туллина ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй.
Шәрифә апай Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тыуып үҫкән. Уның хеҙмәт юлы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡ башлана. Ул ғүмер буйы бухгалтер вазифаһын башҡара. Күп йылдар Асҡар район дауаханаһында, һуңынан “Осҡон” (“Искра”) гәзите редакцияһында баш бухгалтер булып эшләй. Ә 1978 – 1982 йылдарҙа ул Өфө ҡалаһының ПМК-16 ойош­маһында план-экономика бүлеген етәкләй. Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы тәбиғәте менән ихлас, ифрат тырыш, ярҙамсыл, егәрле, ғәҙел зат. Ул тырыш хеҙмәте өсөн “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә. Фәйзрахман Шәйхетдин улы менән дүрт бала үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Ғүмер буйы донъя мәшәҡәттәренә, тормош ваҡлыҡтарына зарланмай, һәммәһенән өҫтөн булды һәм шуға күрә оло хөрмәткә ҡаҙанды.
Хөрмәтле Шәрифә Һө­йөндөк ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, күңел ты­ныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ! Балала­рының, ейән-ейәнсәрҙә­ренең, яҡында­рының – һәммәһенең дә ихтирам, иғтибар үҙәгендә ҡалып, йәшәһен дә әле йәшәһен беҙҙең юби­ля­рыбыҙ!
Ҡыштың ныҡлығы
үҙеңдә,
Яҙҙың нескәлектәре.
Алтындан да артығыраҡ
Күңел эстәлектәрең.
Яҡты нурҙарға
мансылһын
Ғүмер иҫтәлектәрең.
Һалҡын ҡарлы ҡышта
тыуһаң да һин,
Яҙ ҡояшы һәр саҡ
күңелеңдә,
Һәр ваҡытта йөҙөң
көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-
ғүмергә!


“Әбйәлил” яҡташтар ойошмаһы исеменән Азия Кусимова, Роза Аккучукова, Илүзә Ғәйнуллина.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513