Башҡорт теле һанлаштырыуға мохтаж30.12.2018
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан һанлаштырыу буйынса белгестәр кәңәшмәһе ойошторолдо. Башҡорт телен һанлаштырған, яңы технологиялар үҙләштерелгән хәлдә, туған телдә күпме кеше һөйләшәсәк, телдең үҫеш динамикаһы нисек буласаҡ, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм унда йәшәгән башҡа милләттәрҙең телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһының бойомға ашырылыу кимәле, программа сиктәрендә ниндәй саралар уҙғарыла, ул үҙгәртеүгә мохтажмы – ошондай һорауҙар күтәрелде кәңәшмәлә.

- Бындай программалар быға тиклем дә бойомға ашырыла килде, - тине үҙ сығышында ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. - Әммә бында төп һорау уларҙың булыу-булмауы һәм күләме хаҡында түгел, ә сифатында. Телде ғаиләлә һәм милли мәктәптәрҙә һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән, уны үҫтереүҙә һанлаштырыу төп факторҙарҙың береһе булып тора. Беҙ бөгөн ошо йүнәлештә эш алып барырға тейешбеҙ.


Кәңәшмә дауамында белгестәр эш фронтын билдәләне, бурысты хәл итеү өсөн дәүләт, йәмәғәт структураларын, телселәрҙе, программалаусыларҙы, ирекмәндәрҙе йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барҙы. Улар фекеренсә, «Башҡорт энциклопедияһы»нда ҡиммәттәрҙең архивы бай. Башҡорт телевидениеһы һәм радиоһы фондында һаҡланған мәғлүмәттәр ҙә һанлаштырыуға мохтаж.

Ултырыш, һөйләшеүҙе интернет-төркөмдәрҙә дауам итергә кәрәк, тигән ҡарар менән тамамланды. Белгестәр кәңәшмәһенең төп бурысы – телде һанлаштырыу буйынса берҙәм ҡарар менән республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеү.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика