Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә — 100 йыл” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы булды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, шулай уҡ уҡыу йортоноң ойоштороу комитеты ағзалары ихлас тәбрикләне һәм конференция эшенә уңыштар теләне.

Сараны уҡыу йортоноң тарих факультеты деканы урынбаҫары Людмила Маркелова алып барҙы. Белгестәр, шул иҫәптән сит илдәрҙән саҡырылған ға­лимдар Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҙенсәлектәре, уларҙың интеграцияһы, Рәсәй­ҙең тарихи үҫешендә федератив мөнәсәбәттәр тураһында фекер алышты. Ғөмүмән, конференцияла Рәсәйҙең төбәк сәйәсәте үҙенсәлектәре, федерализмдың хоҡуҡи нигеҙҙәре, Башҡортостан йөмһүриәтенең ойошторолоу тарихы, Башҡортостан халыҡ­тарының этноконфессиональ тарихы, республиканың арҙаҡлы сәйәси, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡа мөһим темалар яҡтыр­тылды. Пленар өлөш Башҡорт­остан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллиндың доклады менән башланып китте. Ул “Стәр­летамаҡ ҡалаһында 1919 – 1922 йылдарҙа Башҡорт Совет республика хөкүмәтенең эшмә­кәрлеге” тигән темаға арналды һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

— Башҡортостандың барлыҡ­ҡа килеү һәм дәүләтселек булдырыу тарихына илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы бәйле: Мәскәү, Өфө, Ырымбур, Силәбе, Саранск һәм Стәрлетамаҡ. Баш­ҡорт­остан автономияһын булдырыу идеяһы Мәскәүҙә мосол­мандарҙың I Бөтә Рәсәй съезында 1917 йылдың майында теркәлә. Башҡорт делегацияһы бында автономия өсөн милли хәрәкәттең етәксе органы итеп Башҡорт өлкә бюроһын булдыра. Шулай итеп, Мәскәүҙә Баш­ҡортостан Республикаһын булдырыу эшен башлап ебәрәләр, — тине Азат Шакирйән улы. Башҡортостан автономияһы 1917 йылда уҡ иғлан ителеүгә эҙмә-эҙлекле дәлилдәр килтер­ҙе. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың Башҡорт Совет Республика­һының беренсе баш ҡалаһы булыуына ла шик ҡалдырманы.

Тарихтың быға тиклем бигүк билдәле булмаған биттәре лә асылды. Әйтәйек, Башҡортостан Милли архив фондында 1919 – 1920 йылдарҙа Башвоенкомат хәрби частарының Стәрле­тамаҡта урынлашҡан адрестары күрһәтелгән документтар һаҡ­ланған. Уларға ярашлы Башво­енкомат Үҙәк урамының 148-се йортонда урынлашҡан булған. Бында уҡ 250 кешенән торған комендант ротаһы ла булған. Шулай уҡ ревизия комиссияһы ла, 166 кешенән торған пулемет командаһы ла бында булған. Ә 107 кешенән торған ат конвойы Бохар урамында урынлашҡан булған.

Ашҡаҙар урамында иһә осоусы эскадронлы айырым элемтә ротаһы, Башвоенкоматтың этап-транспорт бүлеге һәм дезертир­лыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса комиссия эшләгән. Арзаевская урамындағы 4-се йортта айырым кавалерия эскадроны торған.

Стәрлетамаҡтың Баҙар май­ҙанында БашЧК ҡарамағындағы Айырым команда булған, хәрби­ҙәрҙең аҙыҡ-түлек магазины, Башвоенкоматтың әйберҙәр склады урынлашҡан. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта тыл ополчение­һы ротаһы, Башҡорт территориаль полкы, ә Ашҡаҙар зыяраты аръяғында 274 кешенән торған айырым Башҡорт еңел артбатареяһы, Стәрле йылғаһы аръяғындағы Скачково ауылында 886 кешенән торған айырым Башҡорт уҡсылар батальоны булыуы ла билдәле. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта “Башҡортостан хәбәрҙәре” һәм “Известия Башкирии” тигән хөкүмәт гәзиттәре сыҡҡан. Уларҙың редакциялары ла Баҙар майҙанында урын­лашҡан.

— Республиканың 100 йыл­лы­ғын байрам итеү уңайынан Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа Стәрлетамаҡ ҡала­һының ролен күрһәтеү мотлаҡ кәрәк, тип уйлайым, — тип тамамланы һүҙен Азат Ярмуллин.

Ошоға бәйле күргәҙмәләр ойоштороу, БАССР-ҙың дәүләт учреждениелары булған бина­лар­ға иҫтәлекле таҡтаташтар беркетеү, Стәрлетамаҡтағы БАССР хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһындағы документтарҙы һәм материалдарҙы йыйынтыҡ итеп сығарыу бөгөн байрам алды уңайынан көн талабы булып тора. Әлеге тема көнүҙәк һәм артабан Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихын тулыландырасаҡ ҡына.

Режиссер, “Йәнле лента” кинокомпанияһы директоры, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов “Бабич” һәм “Беренсе республика” фильмдарын төшөрөүен тарихи хәтерҙе кино сәнғәте аша булдырыу тура­һында ентекле һөйләне. Өфө ҡунаҡтары БДУ-ның тарих фән­дәре кандидаты, Башҡортостан тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев баш­ҡорт дворяндары Аҡсулпанов­тар тураһында быға тиклем белмәгән-ишетмәгәндәрҙе һөй­ләп хайран итте. Тел, тарих, әҙәбиәт институтының Көньяҡ ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, тарихи сығанаҡ була­раҡ, “Башҡорт” гәзите тураһында ентекле һөйләне, онотолған тарих биттәренә туҡталды.

Пленар һәм секция ултырыштарынан тыш, сарала ҡатнашыу­сылар, ғалимдар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Муллаян Халиҡов менән Әхмәтзәки Вәлиди хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалды, Ишембай районының Көҙән ауылына Әхмәтзәки Вәлиди музейына экскурсияға барҙы, Торатау эргәһендә фотоға төштө. Урындағы ҡоролтайға ошондай ҙур конференция ойоштороу­ҙарына рәхмәт әйтергә генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498