Башҡорт йәштәре төрлө милләт вәкилдәрен туплай23.11.2018
Ошо көндәрҙә Татарстандың башҡорт йәштәре ҡоролтайы “Braing ring” тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе. Унда барыhы һигеҙ команда ҡатнашты, йәмғеһе 40 әүҙем йәш кеше килде. Уйын биш турҙан торҙо. Һәр береһендә ҡатнашыусылар бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап эҙләне. Мәҫәлән, төрлө тарихи ваҡиғаларҙы белергә, Ҡазан тураһында мәғлүмәттәрҙе әйтергә, тәҡдим ителгән яуаптарҙан дөрөҫөн һайларға тейеш ине.

Йәштәргә бигерәк тә төрлө ха­лыҡтарҙың йолаларына, гео­гра­фияға, туризмға ҡағылышлы һорауҙар бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Һәр команда уйын барышында мәрәйҙәр йыя барҙы, сара аҙағына еңеүселәр билдәләнде. 1-се урынға – “Тат һәм Мант”, 2-се урынға – “Петровна һәм КО”, 3-сө урынға “Филологини” командалары лайыҡ булды. Ки­сә бик күңелле үтте, еңеүселәргә дипломдар, сертификаттар тапшырылды.

Ярышты беренсе тапҡыр үт­кәрҙек, шуға күрә бик тулҡын­ландыҡ. Ә ул бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Киләһенә халыҡ күберәк йыйылыр тигән өмөттәбеҙ.

Сарала Ҡазанда йәшәгән төрлө милләт студенттары, йәштәре ҡатнашты. Үҙ маҡса­ты­быҙға өлгәштек, тип иҫәп­ләй­беҙ, сөнки төп теләгебеҙ – үҙ-ара аралашыу, дуҫлыҡты ны­ғытыу. Башҡорт, татар, урыҫ, әрмән йәштәре килгәйне ярыш­ҡа. Сара аҙағында бергәләп сәй эстек, Башҡорт йәштәре ҡорол­тайы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләнек.


Вернуться назад