Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел асҡысы кем ҡулында?
Республика баҫмаларында, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитендә һәр кемдең һәм дөйөм милләттең күҙен асырлыҡ бик күп мәҡәләләр баҫылып тора. Фәһем ала белһәң, үлем түшәгенән ырғып торорлоҡ!
Күҙ урынында ботаҡ тишеге, ҡолаҡ тигәнебеҙ кейеҙ булмаһа, күптән ғәмһеҙлектән сығыр, билебеҙҙе биштән быуыр, “Телебеҙ бөтә инде”, “Туған тел дәрестәрен ҡыҫалар!” тип илаулауҙан туҡтап, эшкә күсер инек.
Ҡуйҙай таралышып киткән милләттәштәр, бер тупҡа берләшерҙәй сара табыр, кемдер сихри таяғы менән тормошобоҙҙо ал да гөл итер, һәйбәт батша килеп, ҡурсауына алыр тип көтөп ятмаҫ, ил дилбегәһен ҡулына алырлыҡ ир-азаматтар табылыр ине. Тыуған ерҙе ситтәр типкеһенә ихтыяр итмәҫ, ер-һыуҙы тапандыға, сүплеккә әйләндереүҙе туҡтатыр, көрсөктө лә көрсөк тип белмәҫ инек.

“Эй, тел асҡыстары бир! Күкрәгемде киңәйт”, – тип доға ҡыла торған булған ата-бабаларыбыҙ, күңелдәр күңелдәрҙән йырағая башлаһа. Шуға ла иң башта барлыҡ милләттәштәрем менән үҙем араһында күпер һалырға теләр инем. Рух күпере. Бер ҡасан да бәҫе юғалмаҫ һүҙҙәр менән: “...Ғүмер кешегә бер мәртәбә генә бирелә. Уны мәғәнәһеҙ үткән йылдарың өсөн сикһеҙ үкенеү кисермәҫлек итеп йәшәргә кәрәк!” Ошо бит һәр кемебеҙҙең гражданлыҡ бурысын билдәләгән таяу. Ә әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең милләтебеҙ тереклегенә хәүефен белдереп әйткән был васыяты — беҙҙең өсөн милли идея ла: “Беҙ милләтебеҙ яҙмышы, уның киләсәге тураһында борсолоп, хаҡлы рәүештә һүҙҙе былай тип башлайбыҙ: телебеҙҙе, йыр-моңобоҙҙо, изге йолаларыбыҙҙы, айыҡ аҡылыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Был — уй-теләктәребеҙҙең төп асылы. Әммә милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул — хеҙмәт. Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән биҙгән халыҡ, хеҙмәттә маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан милләт меҫкенгә ҡаласаҡ. Ул инде “илем-телем” тип күпме ҡабатлаһаң да, телен дә, моңон да, рухын да, йолаларын да һаҡлай алмаясаҡ”.
Тарих ғәли йәнәптәре бер аҙға биргәйне ул мөмкинлекте, яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙгә хәл итергә. Ил дилбегәһен тотторғайны ҡулыбыҙға...
Йоҡоһон һимертеп, тамағын туйҙырып, һағыҙ сәйнәй-сәйнәй хәбәр һатҡан ирҙәр менән тулды урам, кәртә арттары, аулаҡ өйҙәр. Ләститтәре ауыл тирәһен байҡауҙан башланһа ла, мотлаҡ илде тиргәп-тиргәп, сит тарафтарға, АҠШ-тағы тормошҡа мәҙхиә уҡыу менән тамамлана. Ундағы кеүек йәшәү өсөн “американса” эшләргә кәрәклеге генә баштарына инеп тә сыҡмай.
Һуғыштан һуң атһыҙ, техникаһыҙ, ҡул көсө менән тергеҙелгән хужалыҡтарҙы тар-мар иттеләр. Үҙҙәренең хужалығын да булдырманылар. Ҡайҙа, ти, ил хәстәре, тел ҡайғыһы?
Ә шулай ҙа... “Мин эшләмәһәм, кем эшләр” тип йөрөгәндәр ҙә бар ул. Ҡысҡырмай ғына нимәлер эшләйҙәр үҙ өлкәһендә. Мөмкинлеге булған тиклем дә, арттырып та. Уларҙың бер төркөмө ирекмәндәр (волонтерҙар) исеме менән эш итә. Кем ул ирекмән? Һуңғы йылдарҙа был һүҙ йыш яңғырай, сөнки ошо хәрәкәт беҙҙең йәмғиәт ҡоролошонда ла һиҙелерлек урын биләй башланы. Тәүҙә ул Бөйөк Ватан һуғы­шында яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәребеҙҙе эҙләү, исемдәрен тергеҙеү, туғандарына ҡайтарыу, лайыҡлы итеп ерләүгә бәйле эштәрҙә күренә ине. Аҙағыраҡ, юғалған, бәләгә тарыған, зыян күргән кешеләргә ярҙам ойоштороп, күңелдәргә йылы йүгертте. Иң ҡыуаныслыһы – ирекмәндәр хәрәкәтен йәйелдергәндәрҙең йәштәр булыуы.
Ә был хәрәкәт элек булғайны бит беҙҙә. “Тимурсылар” исеме менән кергәйне тарихҡа, ләкин ул хәрәкәт буш урында килеп сыҡмаған. Ул һәр халыҡтың, шулай уҡ башҡорттарҙың йәшәү рәүеше булған: яңғыҙҙарҙы, етемдәрҙе, зәғифтәрҙе үҙ ҡурсыуында тотоу, йәмәғәтселек менән үҙ тәьминәтенә алыу, оло эштәрҙе өмә менән башҡарыу.
Минең быуын быға шаһит әле. Тыуған ауылымда мәктәп тарафынан тимурсылыҡ хәрәкәте ойоштороу заруры булманы, сөнки быны ауыл халҡы үҙе эшләй ине. Ярҙамға мохтаждарҙы күрше-тирәләре ҡараны. Өлкәндәр тамаҡ яғын хәстәрләһә, хужалыҡтағы ҙурыраҡ эштәрҙе ҡараһа, бала-саға һыу килтереү, йыуыу, йыйыштырыуҙы мәлендә башҡарып торор ине. Урамдағы бала-сағаға хужалары өйҙә юҡ хужалыҡтарға күҙ-ҡолаҡ булыу бер ҡайҙа ла яҙылмаған ҡанун булды.
Күҙ менән ҡаш араһында “буштың атаһы үлгән” тигән быуын хасил булыуы – беҙҙең заман фажиғәһе. Тырым-тырағай таралышҡан милләттәштәребеҙҙе нимә генә кире берләштерә ала?
Пенсияға сығыу минең өсөн көрсөк булманы. Пландарым шундай күп ине. Ҡайһыһына тотонайым, ҡайһыһы тороп торор тигән генә проблемам булды. Шулай ҙа шәжәрәнән башларға булдым. Шәжәрә юллау өсөн сәйәхәт итеү мөмкинлегем сикле булғас, Интернеттан файҙаландым. Уның аша ғүмерҙә лә күрешә алмаҫ туғандарымды таптым, бергәләп шәжәрә төҙөнөк, мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштыҡ. Интернет минең өсөн үҙаллы белем алыу сығанағына әйләнде.
Шулай бер анкетаға барып юлыҡтым. Унда компьютер технологияһы буйынса белем тикшерелә ине. Ҡыҙыҡһынып китеп, мин дә тултырҙым анкетаны. Бер аҙҙан “Башҡорт проекттары”нан Башҡорт электрон китапханаһын эшләү буйынса хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим килде. Әлбиттә, риза инем. Үҙ алдыма электрон форматҡа күсергән китаптарым да байтаҡ ине. Шулай итеп ирекмәндәр төркөмөнә инеп киттем.
Илдар Кинйәбулатов етәкселегендә эшләгән башҡорт йәштәре минең тәүге хеҙмәттәштәрем, рухташ дуҫтарым, уҡытыусыларым булды. Һәр береһе ҡайҙалыр эшләй, арый, башҡаларҙыҡы кеүек үк проб­лемалар солғанышында йәшәй. Барыһы ла ирекмәнлек эшен дә алып бара. “Башҡорт проекттары”на ярашлы, Android һәм Mac OS өсөн клавиатуралар эшләгәндәр, “Бәйләнештә” һәм Skype интерфейстарын башҡорт теленә тәржемә иткәндәр, башҡорт шрифттары, башҡорт яңылыҡтары агрегаторы булдырғандар ҙа — тап улар.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәлендә “Башҡорт проекттары” берләшмәһе координаторҙары тарафынан “Глобаль мәғлүмәт киңлегендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы” тәҡдим ителде, әммә был мәсьәләгә етди иғтибар биреп, уны хуплап торғандар ғына табылманы.
Электрон китапхана асылыуға, тәржемәселәр төркөмө аша Башҡорт википедияһына барып эләктем. Бындағы стажым бер йыл да туғыҙ айҙан ашты ла инде.
Әле тораҡ пункттарҙы, йылғаларҙы, күлдәрҙе, тауҙарҙы һәм башҡа тәбиғи ҡомартҡыларҙы, иҫтәлекле урындарҙы фотоға төшөрөп, викимилеккә тейәү бурысы тора алдыбыҙҙа. Ҡурсаулыҡтарыбыҙҙа, заказник­тарыбыҙҙа эшләгән ғалимдарыбыҙ, ғилми хеҙмәткәр­ҙәребеҙ бар. Һанай китһәң, районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙа ауылдан сыҡҡан ғалимдар, журналистар, шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, фотографтар һәм башҡалар иҫ китмәле күп. Әгәр, мәҫәлән, Бөрйән районы порталын – район тураһында мәғлүмәттәр базаһын туған телебеҙҙә үҙебеҙ тулыландырмаһаҡ, уны үҙебеҙ байытмаһаҡ, ситтән килеп берәү ҙә беҙҙең өсөн эшләмәҫ.
Бөгөн башҡорт вики-клубтары Сибайҙа, Өфөлә һәм Белорет районында ла төҙөлә. Башҡа райондарҙың илһөйәрҙәрен дә үҙҙәренең шундай төркөмдәрен булдырырға, порталдарын асырға саҡырам. Һәр кем үҙ төбәген нығыраҡ белә. Ә Википедия порталы быуындар бәйләнешен тергеҙеү урыны була ала. Башҡорт проекттарындағы кеүек йәш таланттарыбыҙ әҙме ни? Пенсияға сыҡҡан күпме шәхестәребеҙ – интеллектуаль хазинабыҙ тотонһа, ниндәй эш ҡарышыр ине икән беҙгә? Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов әйтмешләй,
Һыҡранмаһын тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.

Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы,
Бөрйән вики-клубы етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504