Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яугир даны яулай донъяны
Яугир даны яулай донъяныХөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә.
Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та әкиәттәге һымаҡ. Һәйкәлдең һыуҙа сағылыуы хистәр өйөрмәһе, мис­тика тыуҙыра. Таш һыбайлы терелеп, сабып сығып китер кеүек. Һәйкәл асыу тантанаһында көн дә матур торҙо. Хәйер, әгәр иҫкә төшөрһәк, бындай ваҡиғаларҙа һәр ваҡыт һауа торошо матур була. Былар барыһы ла Хоҙайҙандыр...
Беҙ хыял иткәндәр тормошҡа ашты – Нидерланд короллегендә “төньяҡ амурҙарына” һәйкәл асылды!



Һүҙемде ойоштороусылар һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙенән башлайым. Был эште башлап ебәргән Йорн Байсман, ойоштороусы Альберт Адамс әфәнде­ләрҙе, скульптор Александр Таратыновты, ойоштороусы һәм тарихсы Рәмил Рәхмәтовты һәм Венер Варгановты оло хеҙмәте өсөн айырым билдәләп үтергә теләйем. Уларға маҡтау һүҙҙәре һәм “Ура”!


Яугир даны яулай донъяныХөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә.
Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та әкиәттәге һымаҡ. Һәйкәлдең һыуҙа сағылыуы хистәр өйөрмәһе, мистика тыуҙыра. Таш һыбайлы терелеп, сабып сығып китер кеүек. Һәйкәл асыу тантанаһында көн дә матур торҙо. Хәйер, әгәр иҫкә төшөрһәк, бындай ваҡиғаларҙа һәр ваҡыт һауа торошо матур була. Былар барыһы ла Хоҙайҙандыр.
Һәйкәлдең презентацияһы 11 ғинуар­ҙан 13-өнә тиклем Нидерланд королле­гендә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтте.
Һүҙемде ҡыҫҡа тотам: нидерландтар, Голландияны француздарҙан азат итеүҙә башҡорттарҙың да ҡатнашыуын билдәләп, тарихи ғәҙеллекте тергеҙә. Миңә бөгөн Голландияла французса һөйләшергә тура килер ине! Быны голланд тарихсылары ла раҫлай!
Сара матур үтте. Нидерландтарҙа яһалмалылыҡ юҡ, барыһын да ябай ғына итеп эшләнеләр.


1-се башҡорт полкы “Любизар” хәрби-тарихи клубы һәм Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы ағзаһы була­раҡ, мин ошо оло байрамда башҡорт яугире формаһында халҡыбыҙ исеменән сығыш яһай алдым. Презентация һуңында Эйссел йылғаһына уҡ атып салют бирҙем. Был байрамда ҡатнашыу­сыларға айырыуса ныҡ оҡшаны.
Яугир даны яулай донъяныӘйткәндәй, һәйкәл ҡаршыһында рес­торан һәм күмәсхана бар. Һәйкәл ауылда ошо адрес буйынса урынлашҡан: Vessen, Ijsseldjik, 40.
Хатымда ошоларҙы ла күрһәтергә теләйем: Германияла Лейпциг, Дрезден, Рудольштадт (башҡорт яугиренең алтын уғы һаҡланған Шварца районы) ҡала­ла­рында һәм бына хәҙер Нидер­ландтарҙа башҡорттарға һәйкәл бар. Ә Өфөнөң үҙендә Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙағы походтарҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә һәйкәлдәр юҡ. Был ҙур ғәҙелһеҙлек! Оят хатта!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523