Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерекле — рух һаҡлағысы
Ерекле — рух һаҡлағысыДаланың тотоп алып булмаҫ үҙенсәлекле матурлығы тураһында күп һөйләргә булыр ине: бөгөн ул һарғылт төҫтә булып, ямғыр тамсылаһа, иртәгәһе көнөн саф йәшеллек менән күҙҙе арбаясаҡ, сөнки яуым-төшөм һирәк булған ерҙә күктән төшкән тамсы — йәшәү орлоғо. Шуға ла ул булған байлығы менән йомарт уртаҡлаша. “Ырымбур далаһы” тип йөрөтөлгән ерҙәрҙе беҙҙең ата-бабалар бик күп быуаттар элек юҡҡа ғына төйәк итмәгән бит. Походтарға тоғро дуҫы – аты менән ошо ерҙән юл алған. Ватанында ла гел генә тыныс тормош кисермәһә лә, кире әйләнеп ҡайта алыу улар өсөн иң оло бәхет булған. Бында уның ҡаны ла, тире лә тамған. Бирешмәгән…

Гай ҡалаһы округында үтәсәк Башҡорт мәҙәниәте көндәренә барғанда бына ошондайыраҡ уйҙар биләне күңелде. Халҡыбыҙ борон замандарҙан уҡ үткәргән йыйындарын. Был йәшәп килгән йолабыҙ “дөйөм берлек” төҙөгән йылдарҙа онотолғайны, “иҫкелек ҡалдығы” тиеберәк, хәтерҙән дә алып ташланған һымаҡ ине. Баҡтиһәң, юҡ икән! Ҡыуандыҡ районы Ибраһим ауылында үткән былтырғы йыйын халыҡтың тап ошондай сараға һыуһағанын, уның рухи ихтыяжын күрһәтте. Ҡыуандыҡ ҡалаһы округы башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһе Башҡорт ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһариндың тырышлығы һөҙөмтәһе ул. Бер тынала рухи күтәрелештә үтте, тип хәтерләйҙәр әле лә.
Быйыл үткән мәҙәниәт көндәре элекке саранан һис кенә лә ҡайтыш булманы. Ерекле һыу һаҡлағысы эргәһендә тирмәләр теҙелеп киткән. Бында Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Красногвардейский һәм Гай райондарындағы, Медногорск ҡалаһындағы һәүәҫкәр коллективтары сығыштарын ҡараныҡ. Милләттәштәребеҙ көн иткән райондарҙа бындай йыйындар алмашлап үткәрелеп барасаҡ, тинеләр.
Й. Яманһариндың бер үҙенә генә бөтөн эште атҡарып сығыу еңел булмаҫ ине, тимәк, урындағы ҡоролтайҙа егелеп эшләрлек команда тупланған. Өлкә ҡоролтайының пландары ҙур: тарихи хәтерҙе тергеҙеү, илһөйәрлек рухын үҫтереү. Ҡоролтай рәйесе Яңы Ракитянка ауылында интернационалист яугирҙәргә обелиск эшләтеү ниәте менән дә янып йөрөй.
Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг, өлкәнең ҡала округы етәкселәре, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау дәүләт идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты делегацияһы йыйындың хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Губернаторҙың сәләмләү һүҙе яңғыраны:
— Беҙ, ысынлап та, бик үҙенсәлекле өлкәлә йәшәйбеҙ, бында 120-нән ашыу милләт вәкиле эшләй һәм балалар тәрбиәләй. Шуларҙың береһе — башҡорттар, бик тә изгелекле, ҡунаҡсыл һәм егәрле халыҡ. Илебеҙҙең һәм өлкәнең тормошона лайыҡлы өлөш индергән халыҡ. Үҙ тарихына бик һаҡсыл ҡарай һәм йолаларҙы быуындан быуынға тапшыра килә. Мәҙәниәтен һаҡлайҙар, балаларын тәрбиәләйҙәр һәм бәхетле ғүмер итәләр. Беҙ килешеп, тыныс йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Күршеләребеҙ Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға һәм дуҫтарға рәхмәтем ҙур. Башҡортостан — төньяҡ күршебеҙ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән йыш ҡына күрешеп торабыҙ, бер-беребеҙҙе беләбеҙ, баһа­лайбыҙ һәм Ырымбурҙа башҡа милләттәр менән бер ҡатар беҙҙең башҡорттарыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Уларҙың үҙ тамырҙарын белеүен хөрмәт итәбеҙ.
Ойоштороусыларҙың бик матур, йөкмәткеле программа әҙерләүен дә әйтергә кәрәк. Милли көрәш ҡыҙыу барҙы. Күмертау ҡалаһынан С. Аҡҡужин төп приз — һарыҡты иңенә һалды. Уҡ атыш шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡуянтау һыбайлыларының “джигитовка”һы ҙур йәнлелек уятты. Сибай филармонияһы артистарының сығышы рухи күтәренкелек бирҙе.
Ерекле — рух һаҡлағысыТирмәләр эргәһендә күргәҙмәләр — шәжәрәләр, балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ ҡорамалдары, шәлдәр, кейеҙҙәр, милли аш-һыу... Ут күрше хәйбуллалар өс тирмә алып килгән. Башҡорт мәҙәниәте көн­дәренең өлкәлә йәшәгән күп милләттәрҙе йәлеп иткәнен дә билдәләү зарур. Ырымбур өлкәһе Диниә назаратының Новотроицк ҡалаһындағы мосолман ойошмаһы рәйесе Руслан Магомедов был сараның һәр мосолман өсөн дә ҙур байрам икәнен әйтте.
Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Новотроицкиҙағы филиалы директоры Фәнил Йәнтүрин Ҡыуандыҡ районының Ҡолбирҙе ауылында тыуған. Ул Новотроицкиҙа ҡоролтай булдырылыуы башҡорттоң берләшеүе өсөн яңы мөмкинлек асыуы, киләсәктә осрашыуҙар, концерт, төрлө саралар үткәрәсәктәре тураһында белдерҙе.
Медногорск ҡалаһы мәсете имамы Хәсән хәҙрәттең ҡайһы бер фекерҙәрен еткереү урынлы булыр: “Бындай йыйындың үтеүе бик яҡшы, әле ул башланып ҡына тора, уңышлы булһын. Халыҡты рухи яҡтан күтәреү өсөн бала саҡтан туған телдә уҡытырға кәрәк. Ә беҙҙең яҡта телгә иғтибар бөтә бара, йәш балалар телһеҙ үҫә. Үҙ еребеҙҙә йәшәһәк тә, айырылған бер һыныҡ һымаҡбыҙ. “Рух” тигән нәмәне күп кеше ғүмер баҡый белмәй ҙә. Була кеше — әллә кем булып йөрөй, ә эсенә ҡараһаң, буп-буш. Үҙе өсөн генә йәшәй, халҡы тураһында уйлап та ҡара­май. Үҙенең бахыр икәнен аңламай. Тәүҙә кеше атанан тыуа, икенсегә халыҡ исе­ме­нән рухи тыуа. Рухи тыуыр өсөн үҙ ерең­де, халҡыңды яратырға, уның хәстәре менән янып йәшәргә тейешһең. Үҙеңдең кемлегеңде, асылыңды төшөнөргә тейешһең.
Бында көн иткән ырыуҙаштарҙың башҡортлоғо тыумыштан бар. Икенсе халыҡтар менән аралашып, улар үҙҙәре­нең кемлеген аңлап үҫә. Телен белмәгә­ненең дә күңелендә ята башҡортлоғо”.
Ишкенә ауылының ҡорған тирмәһе милли ҡомартҡыларға бай булыуы менән күҙгә салынды. Клуб мөдире Венера Атанова, ветеран уҡытыусы Таңһылыу Шәңгәрәева менән таныштыҡ. Элек Ишкенә мәктәбендә башҡорт телен уҡыт­ҡандар. Хәҙер мәктәп юҡ, уҡыусыларҙы Гай ҡалаһына автобус йөрөтә. “Балаларҙы ошондай сараларға үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ, шулай телде өйрәтергә тыры­шабыҙ. Улар ҙур теләк менән видеоларҙан ҡарап булһа ла бейергә өйрәнә...” — ти улар.
Гай округында башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын тергеҙеү, рухын уятыу буйынса йәмәғәтселек хәрәкәтендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуар Илнур Үтәмешевтең исемен айырым атарға кәрәктер. Ул ғаиләһе менән бергә Ырымбур өлкәһендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән мәктәп уҡыусыларына атаһы Илдар Үтәмешев исемендәге премия биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ырымбур ҡалаһындағы һәләтле балалар өсөн асылған күп йүнәлешле лицей-интер­наттың Х класс уҡыусыһы Ирина Агише­ваға һәм Түлгән районының Х класс уҡыу­сыһы Арина Хоҙайбирҙинаға сәхнә түрендә ошо мәртәбәле премиялар бирелде.
Йәш быуындың уңыштарына әһәмиәт биреү, уларҙың ҡыуаныстарын уртаҡлаша белеү — шулай уҡ онотолмаҫ ваҡиға. Быуындар күсәгилешлеге ошолай дауам итергә тейеш.
Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Йәғәфәр Яманһарин һәм уның командаһының эше артабан да шулай һөҙөмтәле барһын. “Йыйынды үткәреү беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Хатта ҡыҙыу ураҡ өҫтө булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт фермерҙарыбыҙ, бар эшен ташлап, сараға килде. Улар халыҡ менән бергә”, — тине Йәғәфәр Йәнгилде улы. Тимәк, ышаныслы йәштәр бар.
Ерекле — рух һаҡлағысыҮр, Һаҡмар, Яйыҡ йылғалары тарихы­быҙҙың бик күп серҙәрен үҙендә һаҡлай. Боронғо атамалар, ер-һыу тарихы ныҡлап өйрәнелмәгән. Ырымбур еренән тыш милләтебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһын яҙыу мөмкин түгел.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзирә Аҡҡошова боронғо объекттарҙың юғала, халыҡ хәтеренән иҫтәлекле урындарҙың юйыла барыуына борсолоу белдерҙе: “Ишкенә ауылы эргә­һендә башҡорттар элек тимер табыу менән шөғөлләнгән, унда шахталар һаман да һаҡ­ла­на. Әүлиәләр ерләнгән урындар бар...” Ғөмүмән, башҡорттоң боронғолоғон раҫлаған бындай иҫтәлекле урындарға маршруттар төҙөргә, экспедициялар ойошторорға кәрәк.
Тулы һыулы, ҙур ул Ерекле һыу һаҡла­ғы­сы. Әйткәндәй, Ырымбур губернаторы йыйынға катерҙа килде. Һыу юлын һай­лаған. Дала өсөн һыу һаҡлағыстың әһәмиә­те ҙур. Ә рух һаҡлағысы? Халыҡ рухын яһалма рәүештә бар итеп булмай. Уны тәләф­ләмәҫ, һайыҡтырмаҫ өсөн нимә эшләргә?
Ырымбур өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте көндәре тарих менән бөгөнгөнө бергә бәйләп кенә ҡалманы, рухи-мәҙәни тормошто үҫтереүгә тағы ла ҙурыраҡ маҡ­сат­тар ҡуйырға этәргес бирҙе. Берҙәмлектә – көс, ти бит халыҡ мәҡәле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519