Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр ҙә үҙ эшен белә, ярата
Йәштәр ҙә үҙ эшен белә, ярата Райондың алдынғы ҡарашлы йәштәрен бергә туплаған ҡоролтай тәүге тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, милләтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы ҡыйыу күтәреүе, йәштәрҙең үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлап сығыш яһауҙары менән әһәмиәтле булды. Фекер алышыуҙа өлкән класс уҡыусылары, урындағы ҡоролтай рәйестәре, әүҙем йәмәғәтселәр, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йыйындың эшенә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселек итте.
Хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина районда йәштәр сәйәсәте өлкәһендә алып барылған эштәр менән таныштырҙы, уңыштарҙы барланы, проблемаларға туҡталды. Баймаҡ районында 35 йәшкә тиклемге 30 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Йәштәрҙе республикабыҙ өсөн кәрәкле шәхестәр итеп тәрбиәләү мөһим. Улар дөрөҫ юлда булһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүленә. Ваҡыттарын һәм көстәрен кәрәкле эшкә йүнәлтеү маҡсатында районда байтаҡ эш башҡарыла, спорт секцияларынан башҡа ике хәрби-патриотик клуб эшләй. Насар ғәҙәттәргә ҡаршы акциялар, мәҙәни саралар, өс айға бер мәшғүллек үҙәге менән берлектә “Йәштәргә – эш” акцияһы уҙғарыла. Психологик ярҙам хеҙмәте йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе стресс хәлендә үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтеү буйынса дәрестәр үткәрә, лекциялар уҡый, хәрби хеҙмәткә әҙерлек эшен тикшерә. Студенттар менән каникул ваҡытында төрлө саралар уҙғарыла. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға профилле лагерҙар ойошторола. Алкоголизмды һәм наркоманияны иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар, ҡала урамдары, дөйөм ятаҡтар, дискотекалар буйынса даими рейдтар үткәрелә.
Районыбыҙҙың эшсе йәштәренә арналған “Эшсән ҡатын-ҡыҙ” һәм “Эшсән ир-егет” конкурстары йыл һайын төрлө өлкәләрҙә эшләгән талантлы йәш кешеләрҙе берләштерә. Ғаилә ҡим­мәттәрен һаҡлау, үҫтереү, өлгөлө парҙар үрнәгендә йәштәрҙе тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен асыу ниәтендә “Йәш ғаилә” конкурсы, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары менән берлектә өмәләр, өлкәндәргә, ветерандарға ярҙам ойошторола. Йыл дауамында район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты 600-гә яҡын сара уҙғарып тора, уларҙа уртаса 50 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Заман йәштәре әүҙемлеге менән айырылып тора. Күптәре үҙҙәрен эшҡыуар­лыҡ өлкәһендә һынап ҡарай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков ауылда эшҡыуар­лыҡты үҫтереү тураһында сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, райондағы 300 фермерҙың яртыһы — 35 йәшкә тиклемге кешеләр. Мәҫәлән, йәштәр араһынан Һаҡмар ауылынан Илфат Сәфәрғәлин “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса грант яулаһа, Сыңғыҙҙан Азамат Ураҙбаев — йәшелсәселек буйынса, Төркмән ауылынан Зәлиә Бүләкова сәскә үҫтереү буйынса дәүләт ярҙамы алған. Игенселектә һәм малсылыҡта эшләгән йәш фермерҙар исемлеген Октябрь ауылынан Данил Шәрәфетдинов, Антон Суханов, Кәрешкәнән Айтуған Йәнтилин, Линар Әхмәтов, Ҡараталдан Вәлит Юлыев, Бәхтигәрәйҙән Эльмир Ямантаев тулыландыра.
— Бөгөнгө заман йәштәрҙән йүнсел, сос, белемле булыуҙы, баҙар шарттарына яраҡлашыуҙы талап итә, шуға күрә баштан уҡ һәр кем аҡса эшләргә өйрәнергә, үҙ эшен булдырырға ынтылырға тейеш. Бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, өлкәндәрҙән кәңәш һорарға тартынмағыҙ, — тине ул.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, Өфөләге Баймаҡ йәштәре берлеге рәйесе Руфина Насирова һәм уның урынбаҫары Байрас Азаматов­тарҙың сығыштары барыһы өсөн дә фәһемле булды. Әйткәндәй, Байрас Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге күп кенә мәғариф форумдарында ҡатнашҡан һәм “Ҡымыҙ-брейк” проектын уңышлы яҡлаған. Тап ошо проектҡа ярашлы 28-29 июндә Баймаҡ районында йәштәр форумын үткәреү планлаштырыла. Азаматтың: “Һәр кемебеҙ артында тамырҙарын онотҡан унлаған башҡорт тора, шуға күрә рухы һүнмәҫ кеше бер үк ваҡытта тиҫтәләгән милләттәше өсөн эш алып бара”, — тигән һүҙҙәре һәр кемде уйландырҙы.
Йыйында сығыш яһаған йәштәрҙе тыңлап, уларҙың үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ, ҡыйыу, аныҡ дәлилдәр килтереп һөйләүе һөйөндөрҙө лә, көйөндөрҙө лә, сөнки күп осраҡта беҙ йәштәрҙе рухһыҙ булыуҙа, ялҡаулыҡта, эшһеҙлектә, ситкә китеүҙә тәнҡитләргә күнектек, уларҙың ни өсөн ундай аҙымға барыуына, ниндәй ярҙам талап ителеүенә, ҡайһы осраҡта уларға терәк булырға кәрәклеге хаҡында оноттоҡ.
Бөгөн йәштәргә еңел түгел. Ҡулында дипломы булһа — эше юҡ. Һөйгәне бар — йәшәргә ере юҡ, теләге бар — уны яҡлаусы юҡ, тигән уйҙарға киләһең. Ысынлап та шулай түгелме һуң? Күптәренең ҡанаты ҡайырылып, “йәшел йылан” ауына эләгеүе лә, үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла тап ошо тәү ҡарашҡа ябай күренгән мәсьәләләрҙән килеп сыға.
Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы Гөлгөнә Хөсәйенова йәштәрҙе борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. “Йәштәр — беҙҙең киләсәк, тип күп һөйләйбеҙ, тик улар бөгөнгөбөҙ икәнлеген онотабыҙ, сөнки эш һәм йәшәргә урын­дарының булмауы, хеҙмәт хаҡының түбән­леге – төп проблема. Тормошта үҙ урынын таба алмаған йәштәр тайғаҡ юлға баҫа, кредит һаҙлығына бата, муйындан бурысҡа керә. Бер проблема икенсеһен барлыҡҡа килтерә, ғаилә тарҡала, тыуасаҡ балалар тыумай ҡала. Беҙгә, йәштәргә, етәкселек яғынан аңлау һәм ярҙам кәрәк. Ауылдарҙа психологик ярҙам пункттары, йәштәр менән эшләгән белгестәр, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса аныҡ ярҙам булһын. Беҙҙең быуын да ололар кеүек үҙ эшен белә, ярата”, — тине. Хаҡ һүҙҙәргә нимәлер өҫтәү кәрәкмәйҙер.
Мәғариф ветерандары Хөснә Ырыҫбаева менән Рауил Хәсәновтарҙың да йәштәргә әйтер теләктәре бар ине. Ил инәһенең әйткән һүҙе оран булып яңғыраһа, Түбәнге Яйыҡбай ауылы имам-хатибы Рауил Хәсәнов сабыйҙарға исем ҡушыуҙа иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы, үҙебеҙҙең милли ерлеккә нығыраҡ иғтибар итергә ҡушты.
Залда алма төшөрлөк тә урын булмай, бөтә ауылдарҙан да йәштәрҙең әүҙем килеүе сараның мөһимлеген йәнә бер ҡат дәлилләне. Йыйында йәштәр ҡорол­тайының башҡарма комитеты һайланды, резолюция һәм мөрәжәғәт ҡабул ителде. Баймаҡ районының башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе итеп бер тауыштан Вадим Рәхмәтуллин һайланды.
Артабан йыйында ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың милли уйындарын тергеҙеү, йәштәргә күрһәтеү маҡсатында ҡала мәктәптәре һәм уҡыу йорттары ҡатнашлығында әҙерләнгән “Киске уйын”да ҡатнашты — рәхәтләнеп башҡортса бейене, “Өс таған”, “Ҡапма-ҡаршы” кеүек уйындарҙа күңел асты, тиҫтерҙәре менән аралашты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530