Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Конкурс

Мәктәп уҡыусылары араһындағы
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған "Минең өләсәйем" конкурсының

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

I. Конкурстың ойоштороусыһы

Республиканың "Башҡортостан" ижтимағи-сәйәси гәзите

II. Конкурстың маҡсаты һәм бурысы:

- мәктәп уҡыусыларында оло быуын вәкилдәренә ҡарата ихтирамды арттырыу;
- быуындар күсәгилешлеген нығытыу;
- йәмәғәтселек иғтибарын "өләсәй мәктәбе", "халыҡ тәрбиәһе" төшөнсәләренә йүнәлтеү;
- "өсөнсө быуын" вәкиленең заманса образын булдырыу;
- баҫманың яңы быуын уҡыусыларын һәм авторҙарын тәрбиәләү.

III. Конкурс шарттары

Ижади бәйгелә төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Өләсәйҙәргә арналған яҙмалар башҡорт телендә ҡабул ителә. Күләме компьютерҙа йыйылған өс биттән артмаҫҡа тейеш.
Текстың фото менән бергә тапшырылыуы мотлаҡ. Жюри һүрәттәрҙең сифатына һәм үҙенсәлегенә иғтибар итәсәк. Өләсәйҙәрҙең ниндәй ҙә булһа эш өҫтөндә төшөрөлөүе хуплана.
Һүрәтләмәләр "Башҡортостан" гәзитенең сайтында (www.bash.bashgazet.ru) донъя күрәсәк, иң яҡшылары гәзиттә баҫыласаҡ.
Хаттар 2012 йылдың 14 декабренә тиклем ҡабул ителә.

IV. Конкурстың баһалаусылары

"Башҡортостан" гәзите мөхәрририәте, журналистар һәм сайт ҡунаҡтары.

V. Конкурсҡа йомғаҡ яһау

"Минең өләсәйем" конкурсы һөҙөмтәләре буйынса I, II, III дәрәжә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр (һанлы фотоаппарат, электрон китап, МР3-уйнатҡыс) тапшырыласаҡ. Еңеүселәр 25 декабрҙә иғлан ителә.

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ:

- авторҙың һәм геройҙың тулы исеме, адресы, бәйләнеш өсөн телефоны;
- конкурста ҡатнашыусының мәктәбе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының исем-шәрифе.