Ниндәй бүләк бирергә?01.03.2019
Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?

Динебеҙҙә бер-береңә иғтибар, ихтирам күрһәтеү ҙур урынға ҡуйылған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Бүләктәр бирешегеҙ – арағыҙҙа дуҫлыҡ, һөйөү, ихтирам артыр”, – тигән. Быны тәҡдим рәүешендә түгел, ә бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым ҡулланып әйткән.

Ҡөрьәндең “Ән-Нәмл” сүрәһендә бүләк биреү хаҡында аят-кәлимә бар, изге ғәмәл халҡыбыҙҙың йолаларында, ғөрөф-ғәҙәтендә лә урын алған. Һис һүҙһеҙ, был дини, милли өҫтөнлөгөбөҙҙө һаҡларға тейешбеҙ.

Бүләк ниндәйҙер әйбер биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, ул – бер-береңә ҡарата йылы мөнәсәбәт, ихтирам, хөрмәт, хәстәрлек, һөйөү, йылмайыу... Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң кәрәкле ғәмәлдәр улар. Йорт усағын һүндермәй һаҡларға, балаларына яҡшы тәрбиә бирергә, ирен яңы уңыштарға дәртләндереп торорға бурыслы гүзәл зат тәү сиратта үҙе хәстәрлеккә мохтаж. Күңеле бөтөн булмаһа, мохтажлыҡта ыҙалап йәшәһә, ирҙәргә тәғәйен ауыр бурыстарҙы йөкмәүгә дусар ителһә, әлбиттә ки, асылынан ситкә китеүе ихтимал.

Пәйғәмбәребеҙ хушлашыу вәғәзендә: “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ”, – тип бер нисә ҡат әйткән. Ирҙәр ошо аманатҡа тоғро булһын ине.


Вернуться назад