“Хаҡ юлдан яҙҙырма...”18.01.2019
Динебеҙҙә ололарға ихтирам, иғтибар күрһәтеү, уларҙы хәстәрлектән өҙмәү юғары баһалана. Өлкәндәрҙе хөрмәт иткән ерҙә йәмғиәттең тамыры ныҡ, киләсәге ышаныслы тип тәҡрарлана.

Ошо тәрбиәүи ҡанунға тоғролоҡ һаҡлап, төбәгебеҙҙә оло быуын вәкилдәренә, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм шул осорҙағы тыл хеҙмәткәрҙәренә ҙур ихтирам күрһәтелә. Күптән түгел, мәҫәлән, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров 90 йәшен тултырған Хәйрәт инәй Арыҫланованы матур байрамы менән ҡотлап, уға Рәсәй Президенты исеменән килгән ҡотлау хатын, иҫтәлекле бүләк, сәскә гөлләмәһе тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Бөгөнгө тормоштағы тыныслыҡҡа, муллыҡҡа шөкөр ҡылып, йәш быуын ошо бәрәкәттең ҡәҙерен белһен ине тип теләп ғүмер итәм. Әҙәм балаларын имандан, хаҡ юлдан яҙҙырмаһынсы Аллаһ Тәғәләм, – тип изге теләктәрен еткерҙе ағинәй.


Вернуться назад