Хуш киләһең, Мәүлит!16.11.2018

20 ноябрҙә донъя мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй.

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, ә 11-се кисе Мәүлит кисе булып тора. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. Быйыл ул 20 ноябргә тура килә. “Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм миләди йыл иҫәбе менән 570 йылдың 27 апрелендә Мәккәи Мөкәрәмәлә Ҡорайыш ҡәбиләһенең ярлы шим ырыуында донъяға килә. 632 йылда вафат була.

Кешелек донъяһында Аллаһ Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән 124 мең пәйғәмбәр булған. Ислам диненә ҙур өлөш индергән 25-енең исем-шәрифе Ҡөрьән китабында килте­релгән.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм – иң һуңғы пәйғәмбәр. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде – ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә был яҡты донъянан китә. Ана шул 23 йыл эсендә Ғәрәбстан ярымутрауын мәжүсиҙәрҙән – төрлө һындарға табыныусыларҙан таҙарта һәм бер Аллаға ғына табынырға өндәй, ырыу-ара дошманлыҡ һәм һуғыштарҙан – милли берҙәмлеккә, эскелек менән бәйһеҙлектән – айыҡлыҡ, намыҫ­лылыҡҡа, яңғыҙлыҡ һәм анархиянан – тәртипле тормошҡа, әхлаҡ­һыҙлыҡтан иманлылыҡҡа килтерә. “Кешелек донъяһы тарихы бындай хәлде унан алда ла, унан һуң да белмәй” тип әйтелә Бөтә донъя мосолмандары конференцияһы ҡара­рында.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм беҙгә Аллаһ Тәғәләнең китабы – Ҡөрьәнде еткергән. Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: “Аллаһҡа, Уның рәсүленә һәм Беҙ индергән нурға (Ҡөрьәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең эштәре­геҙҙе белә!” (Ҡөрьән, “Үҙ-ара алдашыу” сүрәһе, 64:8).

Мөхәммәт пәйғәмбәр кешелеккә үҙенең тормошо аша Ҡөрьән буйынса нисек йәшәргә кәрәклеген өйрәткән. Шулай итеп, Ҡөрьән Кәрим – ул Аллаһ Тәғәләнең китабы, ә пәйғәмбәребеҙ тормошо – ул ошо китапҡа тере аңлатма һәм үрнәк. Бындай юғары сифаттарға эйә булған кешене һәр ваҡыт иҫкә алып тороу – мосолмандың төп фарызы.

Тағы ла шуны белеү зарур: Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең исемен әйткән йә уның турала ишеткән һайын, уға “саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм” тип сәләм еткерергә кәрәк. Был башҡортсаға яҡынса “уға Аллаһтың фатихаһы һәм сәләме булһын” тип тәржемә ителә һәм бик сауаплы һәм күркәм ғәмәл һанала.

Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр. Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт менән табын әҙерләп барлыҡ милләттәштәрен һыйлай.


Вернуться назад