Майҙансыҡ әҙер16.08.2018
Элек ғәйет көнөндә ҡорбан баш ҡаланың ҙур мәсеттәре биләмәһендә салынһа, быйыл был ғәмәл өсөн Өфө янында берҙәм майҙансыҡ билдәләнде.

Ул – Зинин ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан “Каруан” сауҙа үҙәге алды. Майҙансыҡ ҡорбан салыу өсөн махсус әҙерләнгән, ғәмәлде атҡарыу­ға бәйле бөтөн талаптарға яуап бирә.


Вернуться назад