Хикмәттәр04.05.2018
Олатай менән ейәне түтәлдәрҙәге ҡый үләндәрен утап йөрөй икән.
– Бер ни ҙә аңламайым... – тип бошонҡо тауыш менән әйтеп ҡуйған малай. – Беҙ сәскән, көн дә һыу ҡойған үҫентеләр һаман йүнләп үҫеп китә алмай. Ә бер ниндәй иғтибар булмаған ҡый үләндәре бөтөн ерҙе баҫып бара...
Олатай йылмайып ҡуйған:
– Тормошта ла шулай, улым. Әҙәм балаһы өсөн әһәмиәтле, ҡиммәт булған һәр нәмә унан күп хәстәрлек, иғтибар, көс талап итә. Ә кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер. Тормошто боҙмаһындар өсөн уларҙы ваҡытында “йолҡоп” ташларға кәрәк.
* * *
Бер остаздан һорағандар:
– Гел бошоноп, кәйефһеҙ йөрөүҙең асылы ниҙә икән?
– Үҙеңде генә уйлауҙа.

* * *
– Оҡшатыу менән яратыу нисек айырыла?
– Әгәр сәскә оҡшай икән, кеше уны өҙөп ала. Ә инде яратһа, көн дә хәстәрләй, һыу һибә.

* * *
Күктән ике ҡар бөртөгө төшөп килә, ти. Юл оҙон булғанлыҡтан, етәкләшергә, һөйләшеп барырға ниәт иткәндәр.
– Бергә осоу ҡайһылай күңелле, эйеме? – тигән беренсеһе.
– Беҙ осмайбыҙ, ә ҡолап төшөп барабыҙ, – тип яуаплаған икенсеһе.
– Тиҙҙән ергә төшөп, күмәкләшеп ап-аҡ юрғанға әүерелербеҙ...
– Ергә төшһәк, юҡ булабыҙ. Һәр кем тапап үтеп китәсәк.
– Көндәр йылынһа, бергәләп сылтырап ағырбыҙ, ҙур йылғаға, унан диңгеҙгә юлланырбыҙ...
– Яҙ етеү менән ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сығырбыҙ...
Бәхәс ялҡытҡас, ҡар бөртөктәре бер-береһенән айырылып, һәр береһе үҙ юлынан киткән. Һайлаған, ниәт иткән юлынан...


Вернуться назад