Тәүбә итмәһәң...01.12.2017
– Тәүбә итеүҙең мәғәнәһенә төшөндөрһәгеҙ ине, Нурмөхәмәт хәҙрәт. Ул Аллаһ Тәғәләнән ғәфү үтенеүҙе аңлатамы?
Й. АҘНАБАЕВ.
Шишмә районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Был һорау республикабыҙ­ҙағы имам-хатиптарҙың бере­һе­нең һөйләгәндәрен иҫкә төшөрҙө. Ул, хаҡ мосолман­дарға хас булғанса, кәсепселек менән дә шөғөлләнә. “Бер мәл күрше төбәктән ағас алырға килгәйнеләр, – тип бәйән ҡылды имам-хатип. – Минең урман эшендә генә түгел, иман юлында ла йөрөгәнде белгәс, аптырауға ҡалдылар. “Донъяң етеш, тағы нимә кәрәк һиңә? – тип белдерҙе береһе – үҙебеҙҙең башҡорт. – Хоҙайҙың ярҙамына мохтажһыңмы ни?” “Тәүбә тиген!” – тинем, ҡотом осоп. Үҙем эстән генә йәһәтләп доға уҡый һалдым, “Ғәфү итһәңсе, Аллаһ Тәғәләм! Юлдаштарымды ла кисерһәңсе”, – тип диләнкәгә еткәнсе ярлыҡау һорап барҙым.
Ағасты тейәп бөтөп, ҡайтырға сыҡҡас, ҡапыл ямғыр яуа башланы. Тегеләрҙең беҙҙең юлдарға өйрәнмәгән “КамАЗ”ы алға китә алмай, тәгәрмәстәре бер урында әйләнеп тик ултыра. Ә мин “МТЗ-82” менән уларҙың артынан килә инем. Ике яҡлап та ситләтеп алға сығып булмағанлыҡтан, ярҙам итеү мөмкин түгел. Бына артҡа сигенгәндән-сигенеп килгән “КамАЗ”, бер яҡҡа табан аушая биреп, бөтөнләй аҫҡа төшөп ултырҙы. Етмәһә, күҙ бәйләнә башланы, күк йөҙөн тотошлай ҡара болот ҡапланы. Ауылға шылтыратыр инем, бында телефон тотмай. Шулай ҙа барыбер берҙән-бер юл – кемделер ярҙамға саҡырыу. Шымтайып ҡалған юлдаштарыма быны аңлатып, шыр ямғырҙа йәйәү тау башына ҡарай – телефон бәйләнеше булған ер эҙләп киттем. Шулай сәғәт тирәһе йөрөгәс, әл-хәмдү лил-ләһ, ауылға шылтыратыуға өлгәштем. Һөҙөмтәлә ағайым килеп етеп, тегеләрҙе һөйрәп сығарҙы.
Ҡырсынташлы тигеҙ юлға еткәс, яу яланын үткәндәй, туҡтап ҡалдыҡ. Техниканан төшөп, ағайым менән юлдаштарыбыҙ янына килдек. Иртәнсәк кенә шар-шор көлөшөп, бөтөн донъяға хужа кеүек ҡыланып йөрөгән ирҙәрҙе алмаштырып ҡуйғандармы ни! Мөшкөл хәлгә ҡалып, ағарынып, һүҙ өндәшә алмай ултыралар. Араларынан башҡорто шул саҡ ипләп кенә һорап ҡуйҙы: “Бая, иртәнсәк, нимә тип әйтергә ҡушҡайның әле?” Мин, сыҙай алмайынса, шарҡылдап көлөп ебәрҙем: “Тәүбә тиеүегеҙҙе һорағайным”. Ә тегеләрҙә шаярырға теләүҙең әҫәре лә юҡ. “Тәүбә...” – тине теге башҡорт шыбырлап ҡына. Уның әйткәнен янындағы ике юлдашы ла (ә улар бөтөнләй башҡа халыҡтан) бер-бер артлы ҡабатланы. Унан милләттәшебеҙ өҫтәп ҡуйҙы: “Аллаға шөкөр!..”
Ошо ваҡиғанан барыһы ла аңлашылалыр. Әҙәм балаһы, ниндәй генә хәлгә тарымаһын, ниндәй генә уңыш ҡаҙанмаһын, бөтөн нәмә Аллаһ Тәғәләнең ихтыярында икәнен онотмаҫҡа тейеш. Барыһы ла – Раббыбыҙҙан. Шөкөр ҡылып, яңылыштан йәки белмәйенсә ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн дә Аллаһ Тәғәләнән ярлыҡау һорап, тәүбә итеп йәшәү тормошҡа бәрәкәт бирә. Ҡөрьәндә был хаҡта күп мәртәбә зекер ителгән. Изге китапта ҡушылғандарҙы тайпылышһыҙ үтәгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо – дөрөҫ йәшәүҙең оло үрнәге. Хәҙистәренең береһендә ул Раббыбыҙҙан көн һайын етмештән ашыу мәртәбә гонаһтарын ярлыҡауҙы үтенеп мөрәжәғәт итеүе – тәүбә ҡылыуы – хаҡында әйткән.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа өммәтебеҙҙең нигеҙе нығына, ҡәрҙәштәребеҙ күпләп иман юлына баҫа. Тимәк, тәкәбберлектән арынып, яңылышлыҡтарын танып, ғәфү үтенергә әҙер кешеләр күбәйә – тормошобоҙҙа ҡот-бәрәкәт тә артыр, иншаллаһ! Әммә күҙ йәше менән тәүбә итеп тә, аҙаҡ яңынан белә-күрә гонаһ ҡылыуға юл ҡуймаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһтан ҡурҡайыҡ. Раббыбыҙҙан ихлас күңелдән ярлыҡау һорап, гонаһтарҙан ары тороп, изге ғәмәлдәр ҡылып, хаҡ юлдан барайыҡ, барына шөкөр итеп йәшәйек, иншаллаһ. Бөтөн нәмә Аллаһтың ихтыярында икәнен онотмайыҡ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика