Өләсәй ғәйеплеме?07.07.2017
Гәзиттең 69-сы һанында Б. Йосопованың “Рәнйемәһен йән эйәһе” исемле хикәйәһенән өҙөктө уҡып сыҡҡас, битараф булып ҡала алманым. Йома һанының “Иман” битенә урынлаштырылғас, автор күтәргән мәсьәләнең туранан-тура динебеҙгә ҡағылышлы булыуы һәр кемгә асыҡ.


Әҫәрҙә һүҙ һис кемгә лә зыяны теймәгән ҡошсоҡ балаларын һыуға ташлап үлтерергә ҡушҡан өләсәй хаҡында бара. Унан бер-бер артлы ғаиләгә килгән бәхетһеҙлектәрҙең фәҡәт ана шул гонаһ арҡаһында булыуын фаразлай автор. Фаразлау ғына ла түгел, быға ул ныҡлы инана. Әҫәр, ысынлап та, тетрәндергес, ышандырырлыҡ итеп яҙылған. Өләсәй кешенең ҡанһыҙлығының һис язаһыҙ ҡалырға тейеш түгеллеге, әммә, шул уҡ ваҡытта, уның арҡаһында бер генә лә ғәйебе булмаған ейән-ейәнсәрҙәренең үлеүе хаҡында үкенесле, хатта ҡайғылы уйға алып килә был мәҡәлә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм Аллаһ Тәғәләнең зыянһыҙ йән эйәләрен үлтереүҙе тыйған. “Кем берәй мәхлүкте ҡотҡара, Аллаһ уның үҙен ҡотҡарыр” тигән мәғәнәле риүәйәт тә бар. Шулай уҡ бер ҡа­тындың бесәйҙе астан интектергәне өсөн тамуҡта янғаны хаҡындағы хәҙисте лә беләбеҙ. Әҫәрҙәге өлә­сәйҙең ҡошсоҡ балаларын үлтертеүе, моғайын, язаға лайыҡ тигән уй һәр кемдә тыуалыр. Тик ғаиләгә килгән барлыҡ бәлә-ҡазалар өсөн тик уны ғәйепләү дөрөҫмө?
Бындай хәлдәр тураһында һәр төрлө фараздарға түгел, ә тик динебеҙ ҡанундарына таянып һүҙ йөрөтөү кәрәк. Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә “...Бер кем дә икенсенең гонаһын күтәрмәҫ, ауырлыҡ төшкән кеше уны күтәреүен һораһа ла, хатта яҡын туғаны булһа ла...” тиелгән. Ошо аяттан күренеүенсә, һәр кем үҙ гонаһы өсөн фәҡәт үҙе генә яуаплы. Автор нисек кенә фаразламаһын, өләсәйҙең гонаһы башҡа туғандары­на, ейән-ейәнсәрҙәренә төшкән тип һанау Ислам дине ҡанунына бөтөнләйгә тап килмәй! Балаларҙың үлеүе, әсәһенең өйҙән китеүе һәм башҡа ваҡиғалар – тик Аллаһ Тәғә­ләнең тәҡдире. Раббыбыҙ барыбыҙға ла әллә ҡасан уҡ яҙмыш яҙып ҡуйған. Уны бер ниндәй ҙә ҡош балаһы ла, ниндәйҙер хәлдәр ҙә, ғөмүмән, һис ни үҙгәртә алмай.
Үкенескә күрә, халҡыбыҙ һәр төрлө шик-шөбһәгә, ырымдарға ышаныусан. Быны Аллаһ илсеһе ҡәтғи тыйған. Әлеге өләсәй ҙә ниндәйҙер ырымға ышанып (өй янында оялаған ҡош бәхетһеҙлек килтерә тип), ошо насар эшен үҙе атҡарған – һис бер зыянһыҙ мәхлүктәрҙең ғүмерен ҡыйҙырып, тағы бер гонаһ ҡылған! Өләсәй кешегә ҡарата ниндәй генә асыулы хистәр уяныуына ҡарамаҫтан, балаларының бәлә-ҡазаһында уны ғәйепләргә ярамай. Мәҫәлән, һис бер гонаһы булмаған Пәйғәмбәребеҙҙең улдары ла сабый ғына көйө баҡыйлыҡҡа күскән. Бында ла кемделер ғәйепләргәме?.. Юҡ, әлбиттә. Был – Раббыбыҙҙың яҙған тәҡдире.
“Хикәйәнән өҙөк” тип яҙылғас, был ваҡиға, әлбиттә, тормошта булма­ған­дыр тигән өмөттәмен. Әммә, ысын­барлыҡта тап ошондай хәлдәр тирә-яҡта йыш осрап тора. Кемдеңдер ғаиләһендә ниҙер килеп тыуа икән, кеше араһында шунда уҡ: “Уның атаһы, әсәһе шундай булды бит заманында. Бына шуның рәнйеүе балаһына төшкән инде”, – тип иркенләп фаразлауҙар, кемдеңдер бәхетһеҙлегендә икенсе кешене ғәйепләүҙәр башлана. Шундай мәлдәрҙә яҡташтарға юғарыла килтергән Ҡөрьән аятын дәлил итеп килтереп: “Кеше гонаһы уның яҡынына, туғанына һис төшмәй. Үҙе өсөн кеше фәҡәт үҙе генә яуаплы!” – тип ҡысҡырғы килә.
Аллаһ илсеһе ҡәтғи тыйған юҡ-барға ышаныуҙарҙы ҡуйыу өсөн, ҡәҙерле туғандар, динебеҙҙе өйрәнәйек. Гәзитебеҙҙә аҙна һайын мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт тарафынан изге Ҡөрьәнгә, Пәйғәмбәребеҙ сөннәтенә таянып, бына шундай һорауҙарға йыш ҡына яуаптар бирелеүен файҙаланайыҡ. Иғтибар менән һәр һанды уҡып барған кеше мөфтөйҙөң “һәр төрлө шик-шөбһәле ырымдарға ышаныу динебеҙҙә тыйылған” тигән һүҙҙәрен иҫләйҙер.




Вернуться назад