Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙанлы ерҙә аһәң бар
Аҙанлы ерҙә аһәң бар“Иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәгәндәр әжер-сауабын тулыһынса алыр, хатта Аллаһ Тәғәлә уларға өҫтәберәк тә бирер”.
“Маиҙә”, “Аш табыны” сүрәһенән.


“Аллаһ Тәғәлә юлына хикмәт менән, күркәм вәғәз аша саҡырығыҙ”, — тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Шул саҡта ғына башланғыстың бәрәкәтле булыры тәҡрар ителә. Шундай мөғәллимдәрҙең, дини остаздарҙың Исламдың үҫешендә, халҡыбыҙҙың иман юлына баҫыуында өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Улар, ғәҙәттәгесә, күп осраҡта “шаршау артында” ҡала, эше хаҡында һөйләп бармай. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының имам-мөхтәсибе Ришад хәҙрәт Рафиҡовты ла тап шундай итеп белә инек инде. Уның уңышлы эшмәкәрлеген һүҙҙәре аша түгел, ә урындағы халыҡтың йәшәү рәүешенән, ынтылыштарынан асыҡ күрҙек. Мосолмандарҙың ҡалалағы “Хәлид бин Вәлид” мәсетенә йома намаҙына йыйылған мәле. Тора-бара иман йорто халыҡ менән шығырым тулды. Араларында күпселекте йәштәр тәшкил итә, балалар ҙа байтаҡ күренә.
— Һәр йома шулай уҙамы? — тип ҡыҙыҡһынып һорайым улы менән килгән 30 йәш тирәһендәге ирҙән.
— Эйе, — тип яуаплай әңгәмәсем. — Үҙем 2011 йылдың аҙағында йөрөй башланым. Ғаиләм менән ауылдан килеп, йүнле эшкә урынлаша алмай, өҫтәүенә фатирһыҙ, балалар баҡсаһыҙ интеккән саҡ ине. Түләп йәшәгән йортобоҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, иман йортоноң янында булды. Таң һарыһынан эшкә киткәндә оҙатып ҡала, унан төнгә ҡарай ҡайтҡанда ҡаршы ала кеүек ине ул. Иман йорто миңә һүҙ менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ көс бирҙе, үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы. Ошоноң бәрәкәтендә, Аллаға шөкөр, тормошобоҙ яйға һалынып килә. Хәҙер эшем дә иман йортона алыҫ түгел: йома намаҙын ҡалдырмаҫҡа тырышам, улымды ла бергә алып йөрөйөм.
Ә Малик исемле өлкән йәштәге ағай ауылдан килгән икән. “Үҙебеҙҙә мәсет юҡ. Ҡалала йома намаҙҙары нисек уҙа икән, тип күрергә килдем, — тине ул. — Имам-мөхтәсиб Ришад хәҙрәтте уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан бирле ишетеп-күреп беләбеҙ. Мәсеткә халыҡтың ошолай ағылыуы — дини остазыбыҙҙың фиҙакәрлеге емеше”.
Бер яҡ ситтәрәк ҡаты уйға батып торған апай ҙа иғтибарҙы йәлеп итте. Танышҡас, ул, һис көтөлмәгәнсә, барлыҡ серҙәрен асып һалды. Бәлки, эсендә ҡайнаған, урғылып тышҡа сығырға ашҡынған хистәрен еткерергә янында кеше генә булмай торғандыр.
— Стәрлетамаҡ ҡалаһына 17 йәшемдә килгәйнем, хәҙер инде 50 йылдан ашыу йәшәйем, — тине апай. — Ғүмер буйы заводта эшләнем, яңғыҙ дүрт бала үҫтерҙем. Пенсияла рәхәт кенә, тыныс йәшәү хыялым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошҡа ашманы: 15 йыл элек улым ҡатынынан айырылып, эшенән ҡыҫҡартылып, минең менән бергә тора башланы. Эскегә һалышты, ҡайҙандыр аҡса табыу уйында ла юҡ. Ҡырҡ йәшкә етеп килгән “бала”ны ҡарау өсөн ике урында вахтер булып урынлаштым. 15 йыл инде шулай өҙгөләнәм. Бәхеткә күрә, бер нисә көн элек улымдың бер дуҫы уға мәсеткә барырға тәҡдим итте. Бына хикмәт: ризалашты бит балам! Күҙемдән йәш атылып сыҡты! Кире уйлап, боролоп ҡайтып ҡуймаһын тип, артынан үҙем эйәреп килдем...
Бына шулай төрлө яҙмыш килтерә халыҡты иман йортона. Әммә һәр кемде бер тойғо — ышаныс һәм өмөт — берләштерә. Ришад хәҙрәттең аҙанына йыйылған халыҡ барлыҡ ауыр уйҙарынан, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға ғына арынып, иман йортонда күңеленә рухи көс алды, тәүге тапҡыр килгән, әлегә намаҙ уҡый белмәгәндәр ҙә башҡаларға ҡарап өйрәнергә тырышты, Өфөнән килгән ҡунаҡ — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың вәғәздәрен тыңланы, уны бихисап һорауға күмде...
Изге йоманан һуң Ришад хәҙрәт менән осрашып һөйләшеү форсаты тейҙе. Уның әйтеүенсә, был мәсет 2007 йылда асылған. Дөйөм алғанда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике иман йорто бар, әле өсөнсөһөнә нигеҙ һалынған. Ришад хәҙрәт үҙе 140 йыллыҡ тарихы булған иҫке мәсеттә имам-хатиб, уның янындағы “Нур әл-иман” мәҙрәсәһендә директор булып эшләй икән.
— Баймаҡ районынанмын, нәҫелебеҙҙә барыһы ла диндар булды, — ти ул. — Бохарала уҡып ҡайтҡан сағым совет власы ҡыйратылған мәлгә тура килде. Мәсеткә 15 — 20 бабай ғына йөрөй ине. 1986 йылда мәҙрәсә асыуға өлгәштек. Ул әле лә уңышлы ғына эшләй, эшкә сит илдәрҙә уҡып ҡайтҡан мөғәллимдәр йәлеп ителгән. Иллегә яҡын шәкерт белем ала, араларында республиканан ғына түгел, Мари Иленән, Ырымбурҙан, Иркутскиҙан һәм башҡа сит төбәктәрҙән килгәндәр бар. Йәштәргә яҡшы белем алыу, уңайлы йәшәү шарттары булдырырға тырышабыҙ.
Мәҙрәсәлә, ир-ат менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙ ҙа байтаҡ. Улар Ислам дине ҡанундарын белгән әҙәпле-әхлаҡлы хужабикә итеп тәрбиәләнә, шулай уҡ өҫтәмә һөнәри белем дә ала. Мәҫәлән, бесеү, тегеү серҙәренә өйрәнәләр. Белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итеп, киләсәктә уҡытыусы, табип булырға теләүселәр күп. “Ислам буйынса айырым хоҡуҡ белгестәре, журналистар ҙа булһын ине, — ти ҡыҙҙар. — Юғиһә төплө аңлап еткермәү сәбәпле, динебеҙҙе яңылыш итеп күрһәтеү осраҡтары булып тора. Хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлай алған белгестәр үҫтереү мөһим”.
Шәкерттәр имам-мөхтәсиб Ришад Рафиҡовты ҙур хөрмәт менән телгә алды.
— Киң ҡарашлы хәҙрәттең һәр быуын вәкиле менән уртаҡ тел табыуы арҡаһында ҡалала, районда дини тәрбиә таралыу юлында, — ти улар. — Имам-мөхтәсибтең тағы ла бер һыҙаты бар: ул вәғәздәрҙе, аудиторияға ҡарап, башҡортса йә татарса һөйләй, кәрәк икән урыҫсаға ла тәржемә итә. Был алым халыҡты айырмай, киреһенсә, берләштерә генә.
— Заманында халҡыбыҙҙың тотош бер быуыны “телһеҙ” үҫте бит, — ти үҙе был хаҡта Ришад хәҙрәт. — Күңелдәре иман йортона тартыла, ә унда нимә һөйләнгәнен аңламайҙар, аралашыу бәхетенән мәхрүмдәр... Уларҙы өмөтөнән айырмау, рухи тамырҙарына яҡынайтыу өсөн урыҫса ла һөйләргә тура килә.
Аллаһ Тәғәлә юлына хикмәт менән, күркәм вәғәз аша саҡырыуҙың матур өлгөһөлөр был. Тап шул йомала ҡалала тағы ла бер хәләл кафе асылыуын да ошо тәрбиәнең татлы емеше тип ҡабул итергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523