Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында
Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар. Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм ислам дине хаҡында һөйләгәс, Уға беренсе булып ҡатыны Хәҙисә ышана һәм исламды ҡабул итә, рәсүлебеҙҙең артына баҫып намаҙ уҡый.

Динебеҙ әсәләрҙе ныҡ хөрмәтләй, “Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”, тигән әйтемде барыбыҙ ҙа белә. Ҡөрьән Кәримдә шулай уҡ әсәләргә төшкән ауыр вазифалар тураһында иҫ киткес йомшаҡ, наҙлы һүҙҙәр менән телгә алына.

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге төп бурысы – балалар тәрбиәләп үҫтереү, Ҡөрьәнде аңлатыу, уларҙы юғары иманлы, әҙәпле итеү, сөнки балалар күпселек ваҡытын әсә янында үткәрә, беренсе тәрбиәне, өгөт-нәсихәтте, әҙәп өлгөләрен әсәнән ала. Шуға ла, ҡатын-ҡыҙ – милләтте тәрбиәләүсе, тибеҙ. Мөхәммәт пәйғәм­бәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм өммә­тен, йәғни мосолмандарҙы үҫтереү, арттырыу – әсәләр иңендә.
Ҡатындарға хөкүмәткә эшләү мот­лаҡ түгел. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ үҙ теләге менән эшләй икән, уға бының өсөн мәсет һалған кеүек сауап яҙыла. Ғаиләне матди яҡтан тулыһынса ир кеше тәьмин итергә тейеш, ә ҡатын үҙ аҡсаһын тик үҙе өсөн генә тотоноп йәшәй ала.

Изге “Ҡөрьән” әсәйгә генә түгел, атай кешегә лә изгелекле, ихтирамлы мөнәсәбәттә булырға өйрәтә. Хоҙай Тәғәлә уларҙың хаҡын Үҙе менән бер дәрәжәгә ҡуя.

“Раббың һиңә Үҙенән башҡа бер кемгә лә табынмаҫҡа, ата-әсәгә изгелекле булырға бойорҙо, – тиелә “Ҡөрьән”дә. – Уларға асыуланма, һуҡранма, яҡшы мөнәсәбәттә бул”.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән берәү ата-әсә хаҡы тураһында аңлатып биреүен һораған. “Атайыңа “атайым!” тип кенә өндәш, – тигән пәйғәмбә­ребеҙ. – Бергә йөрөгәндә ул алданы­раҡ барһын. Атаһы менән әсәһенә ҡарата изге мөнәсәбәттә булғандар алдында йәннәттең ике ҡапҡаһы ла асып ҡуйылыр”.

Ата-әсә хаҡы бик ҙур. Уны тейе­шенсә үтәмәү, атай-әсәйеңдең күңелен ҡалдырыу – бик ҡурҡыныс эш.

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: “Ата-әсәгеҙ һеҙҙең алдығыҙҙа ҡарт­лыҡ­ҡа ирешһә, “уф” тип тә әйтмәгеҙ. Улар берәй ярамаған эш ҡылһа ла, ҡаты бәрелмәгеҙ, бәлки йомшаҡ һүҙ менән генә ул эштең килешмәгәнен әйтегеҙ һәм дә, ата-әсәңә түбәнселек менән буйһоноп, һәр ваҡыт рәхмәт уҡып тороғоҙ”.

Атай-әсәйең яҡшы кешеләр булһа ла, яман кешеләр булһа ла, уларҙы ысын күңелдән һөй – шулай тип өйрәтә дин. Уларҙың күҙенән юғалып, билдәһеҙ ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөмә. Айырым торһаң, даими рәүештә барып хәлдәрен бел (беҙҙең заманда шылтыратыу мөмкинлеге лә бар – автор), йомоштарын үтә, саҡырып ҡунаҡ ит. Атай-әсәйең йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килһә лә, һис бер ауырһынма. Уларҙы балаларыңдың ҡаты һүҙ әйтеүенән һаҡла, яндарында тәкәбберләнеп йөрөмә. Хатта ата-әсәң һине яратмаһа ла, үҙең ҡараңғы сырай күрһәтмә. Гүр эйәһе булһалар, һәр саҡ уларға доға ҡылып тор. Бына шулай тәрбиә итһәң генә, уларҙың хаҡын еренә еткереп үтәгән булырһың. Ата-әсә хаҡын үтәмәү, үрҙә әйтелгәнсә, ысынлап та, бик хәүефле. Хоҙай һаҡлаһын, улар донъялыҡтан үткәндә һиңә күңелдәре рәнйеп китһә, ғүмерең буйы ҡылған ғибәҙәттәрең, яҡшылыҡтарың елгә осоп бөтөр.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә