Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Динебеҙ өйрәтә
Аҡса – мәсет өсөн

Динебеҙҙә хәләл ҡул көсө менән аҡса табыу хуплана, сауҙаға ҙур урын бирелә. Ғибәҙәт ҡылып ҡына ултырмай, намаҙ уҡып, кәсеп итеп йәшәргә өйрәтә.

Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм хеҙмәттең юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Ул намаҙ ҙа уҡыған, сауҙа менән дә уңышлы шөғөлләнгән, ғаилә­һен дә яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға, мохтаждарға өлөш сығарырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була.

Ошо бурысҡа ярашлы, күптән түгел Бөрйән районы үҙәгендә ойошторолған йәрминкәлә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү ҡатнашып, үҙҙәренең ҡул эштәрен, хәләл аҙыҡ-түлек һатыуҙы ойошторҙо. Ниҙәр генә юҡ ине унда: тиҫтәләгән милли ризыҡ төрө, тегелгән, бәйләнгән әйберҙәр, дини кейем өлгөләре, түшелдеректәр...

Сауҙанан килгән аҡсаны үҙҙәренә алмай, район үҙәгендәге “Фурҡан” мәсете төҙөлөшөнә ярҙам рәүешендә тапшырҙы мөслимәләр.

Хәйер бәрәкәте

Мосолман башҡалар өсөн хаж сәфәренә бара, биргән саҙаҡаларының әжер-сауабын ата-әсәһенә арнай ала.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә берәү килеп: “Эй Аллаһ илсеһе, әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте, әҙерләгән саҙаҡаһын биреп өлгөрмәне. Уның уры­нына үҙем тапшырһам яраймы?” – тип һора­ған. “Мөмкин”, – тип яуаплаған Пәйғәмбәребеҙ.

Шул уҡ ваҡытта Исламда мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йылын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан, мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.

Хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү — барыһы ла хәйер. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә.

Байлыҡ килһә, маһаймаҫмы?

“Малың күплеге менән маһайып йөрөмә. Маҡтансыҡты Аллаһ һөймәй”, – тип өйрәтә динебеҙ.

Аллаһ биргән малды Аллаһ юлына тотоноу, ахирәт өсөн тырышлыҡ һалыу, донъяуи бурыстарыңды ла онотмау, Раббыбыҙҙың биргәненән мохтаждарға өлөш сығарыу зарур.

Һаранлыҡ – үтә насар ғәҙәт. Мөлкәтте тик үҙемдең көсөм менән йыйҙым, тип уйлаған әҙәм балаһы хаталана. Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Раббыбыҙ әгәр ҙә ки бәндәһенә байлыҡ бирә икән, был – һынау. Әҙәм балаһы ниғмәттең ҡәҙерен белерме, тәкәбберләнмәҫме, һауаланмаҫмы, кәрәкмәгәнгә сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, үҙенә булышлыҡ ҡылған Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы? Әгәр ҙә ки кеше ошо һынауҙарҙы үтә алһа, тормошонда ырыҫ арта барасаҡ, тип өйрәтә динебеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599