Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы йылға – “Фатиха” менән

Һәргәй ауылы мәсете халыҡты нығыраҡ яҡынайтты

1440 һижри йыл алдынан Һәргәй ауылында күптән көтөлгән ваҡиға булды – “Фатиха” мәсете асылды. Сарала урындағы халыҡ ҡына түгел, ҡырҙан килгәндәр ҙә күпләп ҡатнашты.

Оҙаҡ йылдар күрешмәгәндәр осрашып ҡыуанды, хәл-әхүәл белеште, ихлас аралашты. Бынан бер нисә йыл элек һыу аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылында ҡасандыр йәшәүселәр ҙә килгән ине, сөнки ул Һәргәйгә яҡын булған, халыҡ бер-береһен яҡшы белгән. Күршеләренең шатлығын иштуғандар менән һыртландар ҙа ихлас уртаҡлашты. Һәр ҡайһыһы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы, мәрхүмдәр рухына хәйер һалды.

Тантаналы сарала Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов, уның ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Таһир Ғизә­туллин, Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәй­фетдинов һәм башҡалар ҡатнашты. Урындағы имам-мөхтәсиб Морат хәҙрәт Ишбаев мәсет төҙөүгә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Иманлы ерҙән бәрәкәт китмәҫ, тигән боронғолар. Изге йорттан аҙан тауыштары һәр ваҡыт ишетелеп торһон, халыҡ уға илткән юлға саң ҡундыр­маһын, бында намаҙҙар даими уҡыл­һын, сабыйҙарға исем ҡушылһын, йәш­тәргә никах үткәрелһен, мәрхүмдәр ру­хына доғалар ҡылынһын, хаҡ юлға баҫҡандар артҡандан-арта барһын, иншаллаһ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518