Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һөй, мосолман, байрамыңды!..”
“Һөй, мосолман, байрамыңды!..”Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн; Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: “Аллаһ әкбәр, Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.
“Һөй, мосолман, байрамыңды –
Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя, –
тип яҙа даһи Шәйехзада Бабич үҙенең “Ғәйет Ҡорбан” шиғырында. Йөрәктәргә байрам ҡошо ҡундырған бөйөк мәл быйыл 21 авгусҡа тура килә. Ғәйет өс көн дауам итә.


* * *

“Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу. Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм ки, был ғәмәлде иң беренсе атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡарғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.
Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә ки Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. “Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти. Ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғибәҙәт дауам итә.
* * *
Ҡорбандың бер нисә төрө бар. Мәҫәлән, важиб тип аталғаны ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, “Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәндәрҙе йыш ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Уны салдырған кешегә итте ашарға ярамай. Өҫтәүенә “шөкөр ҡорбаны” була. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле.
Ҡорбанлыҡҡа килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.
Малды ҡайҙан алырға? Борон, һәр кем үҙе күпләп мал тәрбиәләгән саҡта, бындай мәсьәлә бөтөнләй булмаған. Ә яңы быуат башында, мәғлүм ки, ҡорбанлыҡ өсөн һарыҡ табыу шул ҡәҙәр ҙур проблемаға әйләнде. Һуңғы йылдарҙа иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, хәл яйға һалына башланы. Ҡорбанлыҡ өсөн мал аҫраған фермерҙар ҙа бар хәҙер. Һарыҡ-кәзәне уларҙан да, ҡуй көткән бүтән кешеләрҙән дә һатып алырға мөмкин. Тик ҡорбанлыҡ уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш.
Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡла­ныуға ҡалды­рыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алма­ғандарға, өлкән йәш­тәгеләргә, мохтаж­дарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ҡорбан­лыҡ­тың бирелгән өлөшө менән риза бул­маған кешеләр ҙә осрап ҡуя. Иттең ҡайһы ғына ере эләкһә лә, бер генә ҡабымы насип булған хәлдә лә, шөкөр итергә тейешбеҙ. Олуғ Аҡмулла ла бит “Нәсихәттәр”ендә:
“Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр,
тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән”, – тип белдергән. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғмәтте риза булып ҡабул итеү зарур. Ә уларҙы һанап китһәк, осона сығыу мөмкин түгел. Ҡорбан итенән ауыҙ итеү ҙә – ошо иҫәптә. Әгәр ҙә ки был йәһәт­тән шөкөр итмәй башлаһаҡ, өлөштәрҙе бүлешһәк, Аллаһҡа ризаһыҙлыҡ белдереү тигән һүҙ була. Борон ҡорбанлыҡтың бөтөн өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булғанды әрәм итеү – гонаһ.
* * *
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тип бойоролған изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа изге ғәмәлде үтәгәндәр бермә-бер күбәйҙе. Был, әлбиттә, йәм­ғиәте­беҙҙең дингә яҡынайыуы, күркәм сифаттарҙың өҫтөнлөк ала барыуы хаҡында һөйләй. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағыл­дырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыу­ҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәр­хүмдәрҙең рухын яҡтырта... Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡорбан салыу хаҡында хәҙистәре бихисап. Уларҙы уҡыу, өйрәнеү, белмәгәндәргә еткереү дөйөм үҫешкә ҙур бәрәкәт бирер.
Изге ғәйет көндәрендә игелектәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәр­хәмәт, килер көндәргә ышаныс арта. Мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туған­дар, яҡындар менән күрешеү үҙ сиратында тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Мәғлүм ки, әлеге мөбәрәк зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле лә. Был ғәмәл – Исламдың бишенсе терәге. Аллаһ Тәғәлә уны үтәргә бойорған икән, тимәк, нигеҙендә бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙҙың рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайт­ҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһе­нә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙҙың да ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итеүен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтеүен теләйек.
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тип өйрәтә динебеҙ. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын. Мәсеттәргә халыҡ эркелеп килһен, һәр ауыл-ҡала аҙан тауыштарына күмелһен. Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс торһон. Етеп килгән Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599