Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алға илткән көс
Алға илткән көс“Бәләкәй тәгәрмәс алдан тәгәрәй” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Бөгөн уны ауылдарға ҡарата ҡулланыу хаҡлыҡҡа нығыраҡ ярашлы кеүек. Заман мәсьәләләренең күбеһе, халыҡтың, милләттең өҫтөнлөклө бурыстары тәү сиратта уларға барып төбәлә, һәм күпселек осраҡта ауылдарҙың ҙурҙары түгел, ә бәләкәйҙәре, төпкөлдәрәк ятҡандары дөйөм маҡсатҡа табан тәүге аҙымды яһай.

Мәҫәлән, урында эш юҡ тип зар­ланмай, үҙ кәсебен йәйелдер­гән­дәрҙең күбеһе ҡайҙан? Ҙур булмаған ауылдарҙан. Тамырҙарға тоғролоҡ, туғанлыҡ хисе, зат-нәҫелде ишәйтеүгә ынтылыш ҡайҙа көслөрәк? Бәләкәй ауылдарҙа. Милли баҫмаларҙы ҡайҙа ихласлыҡ менән алдыралар? Рухи хазиналарыбыҙҙың ҡиммәтен ҡайҙа нығыраҡ аңлайҙар? Күберәк бәләкәй ауылдарҙа. Бының нигеҙе ҡаҡшамаҫ рух һәм ихтыяр көсөндәлер. Ҙур булмаған ауылдар халҡын борон-борондан шул һыҙат өҫтөнлөклө иткән. “Әҙергә – хәҙер” тигән төшөнсә ят уларға. Фәҡәт үҙ көсөнә таянып, хеҙ­мәттә сынығып, шул бәрәкәттә тамыр­ҙарын, затын ишәйтеп, ерен һаҡлап, рухын нығытып, һөҙөмтәлә дөйөм милләттең, өммәттең, Ватандың ҡеүәтен, ҡотон арттырып йәшәүен дауам итә бәләкәй ауылдар халҡы.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн мәсет төҙөүгә лә ҙур иғтибар бирә улар. Дөрөҫ йәшәү нигеҙенең иманда икәне ҡандарына һеңгәнгәлер. Динле урында ер ҙә, тел дә, башҡа ҡиммәттәр ҙә һаҡлана. Ә был эш-ғәмәлдәрҙең башында, һис һүҙһеҙ, ир-егет торорға тейеш. Ошо ерҙең ҡәҙерен белгән, халҡын яратҡан, киләсәге өсөн янып-көйгән уҙаман. Тимәк, тап ошонда тыуып үҫкән кеше. Динебеҙ Ислам нәҡ шулай өйрәтә: ир үҙ ерендә ғүмер итергә тейеш. Ватанды яратыу – имандың бер өлөшө. Тап ошо сифат йәшәтә бөгөнгө ауылдарҙы.
Ә бындай ир-уҙамандар, әл-хәмдү лил-ләһ, күп төбәгебеҙҙә. Мәҫәлән, Иглин районының Һарт-Лабау ауы­лындағы “Шәйхулла” мәсетенең (һүрәттә) имам-хатибы Илдар хәҙрәт Нуриев – тап шундайҙарҙан. Изге төйәгендә төпләнеп, дүрт ул үҫтерә ул. Диндарлыҡ ғәмәле менән бер рәттән Үткәй ауылы Советы депутаты бурысын да намыҫлы атҡара, урын­дағы башҡорт ҡоролтайы ағзаһы ла.
– Бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт эштәрен бергә алып бармайынса булмай, – ти Илдар Рәшит улы. – Бурыс­тар ҙа, маҡсаттар ҙа бер бит. Беҙҙең Үткәй ауыл Советына биш ауыл ҡарай: Үткәй, Меңйетәр, Келәш, Иҫке Ҡарашиҙе, Һарт-Лабау. Халҡыбыҙ имен, матур тормошҡа, татыулыҡҡа ынтылып ғүмер итә. Меңйетәрҙәр, мәҫәлән, бер нисә йыл инде сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Унда һаулыҡҡа зарар килтерер тауарҙар һатылмай, байрамдарҙа ла милли ризыҡ төрҙәре генә ҡуйыла. Ауылға ингән ерҙә “Сәләмәт тормош биләмәһе” тигән ҙур яҙма эленгән. Эскелеккә ҡаршы көрәш урындағы депутаттарҙың ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында башланып, дөрөҫ йәшәүгә ныҡлы нигеҙ һалды.
Яңыраҡ тағы бер һөйөнөслө ваҡиға булды: урындағы депутат Данил Ғималетдиновтың башланғысы менән уның тыуған ауылы Келәштә һәм күрше Иҫке Ҡарашиҙелә дини һабантуй ойошторолдо. Шул ҡәҙәр матур үтте ул, халыҡ күңел кинәнесе алды. Һабантуй Ҡөрьән аяттары менән башланды, аҙағында йәмәғәт намаҙы уҡылды. Етәкселек Келәштә тиҙҙән ҡалҡып сығасаҡ иман йортоноң төҙөлөш барышы менән дә танышып, ҡәнәғәт ҡалды.
Имам-хатип булараҡ, Илдар хәҙрәт Нуриев эшмәкәрлеген төрлө яҡлап алып барырға тырыша. Дини ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәү, халыҡты хаҡ юлға әйҙәү менән бер рәттән тән һәм рух сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән башҡа сараларға ла иғтибар бүлә. Мәҫәлән, быйыл ҡыш саңғы ярышы уҙғарылып, еңеүселәргә “Шәйхулла” мәсетенең иҫтәлекле бүләктәре, миҙалдары, грамоталары тапшы­рылған.
– Урындағы ҡоролтайҙа дини бүлек булдырҙыҡ, – ти ҡыуаныс менән тынғыһыҙ уҙаман. – Был да, иншаллаһ, эшмәкәрлегебеҙгә яңы һулыш өҫтәр тигән ышаныстабыҙ.

Иглин районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506