Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп “ҡаҙна” хәстәрләнәме?
Иң ҙур байлыҡ – бала. Был һүҙҙәр бер ҡасан да иҫкермәй, инҡар ителмәй. Ғаиләнең, дәүләттең, өммәттең, йәмғиәттең төп бурысы йәш быуынды хәстәрләү – төп байлыҡты ҡайғыртыу – булып ҡала. Ни сәсһәң, шуны ураһың.

Ошоға бәйле хикмәттәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Эш, карьера тип өҙгөләнгән ҡатындың балаларына һис ваҡыты етмәгән. Шулай ҙа улы менән ҡыҙы бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, муллыҡта, рәхәтлектә үҫкән. Әсәйҙәре уларҙың “шуҡлыҡ”тарын күрмәҫкә тырышҡан – эшкә ҡамасауламаһындар ғына!
Бала саҡ үтеп, үҫмерлек осоро еткән. Аңлаша алмау, дәғүәләр, ғәйепләүҙәр... Улы менән ҡыҙы әсәһенә ни уйлағанын, күңелендәге хис-тойғоһон асыҡтан-асыҡ еткерә башлаған. Уның әйткәндәрен ҡолағына ла элмәгәндәр. Һөҙөмтәлә әсәй аяныслы дөрөҫлөктө – тормошонда ҙур хата яһағанын аңлаған. “Эш тип йөрөп, ниңә төп бурысымды оноттом? Тәрбиәгә ни өсөн ваҡыт тапманым? Ниңә балаларыма яҡшы менән яманды айырырға өйрәтмәнем? Иғтибар, һөйөү тоймай үҫкән бит улар...” – тип өҙгөләнгән.
Ғаиләлә сираттағы аңлашылмаусанлыҡ тыуғас, әсә аш бүлмәһенә сығып илай башлаған. Һиҙмәһендәр өсөн һуған әрсергә тотонған. Шул ваҡыт янына апаһы килеп ингән. “Ниңә илайһың?” – тип һораған ул. “Әсе һуған эләкте, илатмайынса ҡуйманы”. “Үҫкән сағында һыуҙы аҙ һипкәндәр, күрәһең...”
Ошонан күренеүенсә, баланы иғтибарға мохтаж итеп үҫтерәһең икән, ул ҙурайғас, әсе күҙ йәшеңде түктерер. Сәскәнеңде һәйбәт ҡараһаң, ерҙе, баҫыуҙы дөрөҫ тәрбиәләһәң, ваҡытында ашлаһаң, сүп-сарҙан таҙартһаң, мәлендә йыйып алһаң, ғөмүмән, туҡтауһыҙ бил бөкһәң, уңыш мул буласаҡ, ә инде ялҡауланһаң – киреһенсә. Шуның шикелле ата-әсә лә баланы тәрбиәләү йәһәтенән өҙлөкһөҙ эшләргә, яуаплы булырға, киләсәкте даими хәстәрләргә, үҙе һәр яҡлап үрнәк күрһәтергә бурыслы. Үҫентегә һыу, ҡояш кәрәккән кеүек, сабыйҙың күңеле тәү сиратта һөйөүгә, иғтибарға мохтаж.
Хәҙистәрҙең береһендә шулай тиелә: “Баҡыйлыҡҡа күскән әҙәм балаһына фанилыҡта ҡылған ете изге ғәмәленән – башҡаларға өйрәткән ғилеменән, ҡаҙған ҡоҙоғонан, юл ярған йылғаһынан, ултыртҡан ағасынан, төҙөгән мәсетенән, мираҫҡа ҡалдырған Ҡөрьән китабынан, тәрбиәле, иманлы балаларынан – рәхмәт барып торасаҡ”. Беренсеһе – белем – башҡаларға файҙа килтерергә тейеш. Бында тәү сиратта дини ғилем күҙ уңында тотола. Ҡөрьән, фиҡ, тәүхид, тәфсир һәм хәҙистәр әҙәм балаһына дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Донъяуи ғилем дә – математика, медицина, физика, химия һ.б. – тормошта үтә мөһим. Өйрәткәнең башҡаларға файҙалы булғанда ғына бәрәкәтле.
Был хәҙистә иҫкә алынған йылға, ҡоҙоҡ, ағас – именлекте һаҡлау, йәшәйеште дауам итеү билдәһе. Уларһыҙ тормош юҡ. Донъя буйынса эсәр һыуға йылдан-йыл нығыраҡ ҡытлыҡ була барғанда, экология мәсьәләләре көнүҙәккә әйләнгәндә, балаларға тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеген аңлатып, күрһәтеп үҫтереү, әлбиттә, үтә мөһим.
Мәсет төҙөү, мираҫҡа Ҡөрьән ҡалдырыу бурысы хаҡындағы һүҙ иһә дини тәрбиәнең мәңгелек булыуын, хаҡ юлдан тайпылмау зарурлығын тәҡрарлай. Был йәһәттән бар ғилемебеҙҙе балаларға түкмәй-сәсмәй тапшырырға тейешбеҙ. Һис шикһеҙ, улар үҙҙәре белемен даими камиллаштырырға, заманға ярашлы нығыта барырға бурыслы – быға өйрәтеү ҙә тәү сиратта атай-әсәйгә ҡайтып ҡала.
Һанап үтелгән ғәмәлдәр – яҡшы, файҙалы белем алып, башҡаларға таратыу, экология мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бүлеү, тирә-йүндең именлеген хәстәрләү, мәсет төҙөү, Ҡөрьәнде таратыу, иманлы балалар үҫтереү – ҙур байлыҡ нигеҙе. Уларҙы үтәгән әҙәм балаһы, Аллаһ ҡушҡанын башҡарыусы булараҡ, алдағы быуындары өсөн дә ырыҫ-бәрәкәт туплар, тип тәҡрарлай диндарҙар.
Ата-бабаларыбыҙ шуны яҡшы белгән: баланы эшкә, һөнәргә өйрәтеп үҫтереү ҙә – “янмай” торған байлыҡ. Ул-ҡыҙына шундай тәрбиә биргәндәрҙең күңеле бөтөн, ҡартлығы тыныс була. Ислам – хеҙмәт дине. Эшһөйәрлек – яҡшы, мул, татыу йәшәү нигеҙе. Фәҡирлек иһә, мәғлүм ки, динһеҙлеккә яҡын – быны Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509