Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Гәүһәр туйыбыҙ ҙа еттеме ни?”
“Гәүһәр туйыбыҙ ҙа еттеме ни?”Районыбыҙҙың Ҡыҙылбай ауылында күптән түгел дан ғаиләләрҙең береһе – Рәйсә менән Риза Насретдиновтар гәүһәр туйын билдәләне.

Бына уларҙың күркәм йорто. Беҙҙе Риза бабай ихлас ҡаршы­ла­ны. Ниндәй йомош менән йөрөгәнде әйткәс, күршеләренә ингән Рәйсә инәйҙе саҡырып ҡайтарҙы. Урамдан йәнәш атлап, көлөшә-көлөшә килгән өлкәндәрҙе 60 йыл бергә йәшәгән пар тип уйламаҫһың да. Йәштәрме ни! Бер-береһенә ҡарата йылы хистәрен һаҡлай алыуҙары төҫ-ҡиәфәттәренән, нурлы йөҙҙәренән сағылып тора.
– Ҡартайыу тураһында уйлаған да юҡ әле ул! – тип егеттәрсә шаяртыу ҡатыш һүҙ башланы бабай. – Гәүһәр туйыбыҙ ҙа килеп еттеме ни? Бындай бәхеттең сере ниҙә, тиһегеҙме? Иң мөһиме – бер-береңде аңлап, тыңлап, кәңәшләшеп йәшәргә кәрәк.
Туҡһанды ваҡлауҙарына ҡара­маҫ­тан, инәй-бабайҙың хәтере шәп, зиһене салт. Район, республика яңы­лыҡтары менән дә даими ҡыҙыҡ­һынып баралар. Үҙҙәре ошо ауылдан.
– Туйыбыҙ бөгөнгөләй иҫтә, – тип йылмайып хәтергә алды өлкән­дәр. – Ҡыңғыраулы аттар егеп, ауыл буйлап гармун уйнап йөрөнөк. Их, ул саҡтар... Хәҙер иһә йәштәр машинаға инеп ултыра ла, кем өйләнешкәнен күрмәй ҙә ҡалаһың...
Насретдиновтар ғүмер буйы колхозда бил бөккән. Икеһе лә – хеҙмәт ветераны. Рәйсә инәй тәүҙә хужалыҡта төрлө эш башҡарған, унан 25 йылдан ашыу һауынсы булған. Ә Риза бабай – 43 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә тракторсы. Бихисап маҡтау грамотаһына, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙа­лына, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ булған ул.
Насретдиновтар өс балаға ғүмер биреп, уҡытып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Хәҙер инде алты ейән-ейәнсәрен, биш бүлә-бүләсәрен һөйөү бәхетенә эйә улар.
– Балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, шул ҡәҙәр хәстәрлекле, иғтибарлы, иманлы, – тип һөйөнә өлкәндәр. – Һәр ваҡыт уларҙың ярҙамына таянып, ҡәҙер-хөрмәтенән көс алып йәшәйбеҙ.
Рәйсә инәй менән Риза бабай ғүмер буйы күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған. Хәҙер ҙә, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса­ларында йәшелсә-емеш үҫтереп, донъяларын гөлгә күмеп йәшәй улар. Күҙҙәре яҡшы күргән инәй һаман да бәйләм бәйләй. Йәш сағында төндәрен, колхоз эшенән бушағас, ауылдаштарына күлдәк тегеүен дә иҫкә алып китте ул.
– Эйе, төрлөһөн кисерҙек, әммә, татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти өлкәндәр. – Йәшәү нигеҙе – өҙлөкһөҙ хеҙмәт, бер-береңә, шулай уҡ башҡаларға ҡарата ихтирам-хөрмәт, күңел таҙалығы. Беҙ ҡулыбыҙҙан килгән­дең барыһын да эшләргә, балала­рыбыҙға үҙ өлгөбөҙҙә яҡшы тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Ауылдашта­рыбыҙ менән һәр саҡ татыу йәшәнек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғы­ларҙы ла бергә кисерҙек, яман уйҙа булманыҡ, көнләшмәнек, бер-бере­беҙгә аяҡ салманыҡ, һүҙ йөрөтмәнек. Ауыл бит – үҙе бер дәүләт. Уның һәр яҡлап именлегенә һәр беребеҙ өлөш индерергә бурыслы. Һөҙөм­тәлә, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән, үҙеңдең тормошоңда ла бәрәкәт, нур, иман артыр.

Мәсетле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512