Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш менән бергә тороп...
Ҡояш менән бергә тороп...Нәсибаш ауылы хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Ундағы дүрт йөҙҙән ашыу йортта 1200 самаһы кеше йәшәй. Өйҙәр араһынан Рәмилә һәм Фәрит Вәлиевтәрҙеке айырыуса күркәмлеге менән һоҡландырып, әллә ҡайҙан уҡ балҡып күренеп тора.


Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр бит. Ҡупшы итеп биҙәлгән йортта тырыш, уңған ғаилә йәшәй. Эстәге йыһаздарҙы ла хужа үҙе яһаған, улар матурлығы, заманса­лығы менән хайран ҡалдыра. Хәләл хеҙмәттең бәрәкәте был.
– Ошо ауылда биш балалы ғаилә­лә үҫтем, – ти Фәрит Рәдип улы. – Бала саҡтан ағастан ниҙер яһарға ярата торғайным. Аҙаҡ, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ошо һөнәрем төп таянысым булып ҡалды. Әле, әйткәндәй, Себергә йөрөп аҡса табырға мәжбүрмен.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Был һүҙҙәр тап Фәрит Рәдип улына төбәп әйтелгән кеүек. Уның алтын ҡулдары, гүйә, мөғжизә тыуҙыра.
– Себерҙән ялға ҡайтҡан ваҡытта бала саҡтан хыялланған уй- теләктәремде тормошҡа ашырырға тырышам, – ти оҫта. – Таштан ҡойма, юл плитәләре, өй биҙәктәре эшләйем. Уларҙың өлгөһөн үҙем уйлап табам. Шулай уҡ ағастан ҡәнәфи-бәүелсәк, өҫтәл, һандыҡ кеүек әйберҙәр яһайым. Һәр эшем, шөғөлөм күңелемә ләззәт бирә. Шөкөр, Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан ташламай. Мәғлүм ки, әҙәм балаһының яҙмышы ниәт-хыялдарына бәйле. Ниҙелер ныҡ итеп теләһәң, ул һис шикһеҙ тормошҡа аша. Кем ҡояш менән бергә уяна, шуға уңыш йылмая, тиҙәр. Ошо һүҙҙәр тормош ҡағиҙәмә әйләнгән: таң һарыһынан оҫтаханамдамын.
Башҡаларҙың рәхмәтен тойоп, ишетеп йәшәүем менән бәхетлемен. Ҡәнәғәтлек – байлыҡ һәм азатлыҡ, ә ҡәнәғәтһеҙлек – фәҡирлек, ҡоллоҡ. Минең хеҙмәт емештәремде өйөмдән үк килеп алып китәләр, күпләп мөрәжәғәт итәләр. Эшкә башкөллө сумып, ҡайһы саҡта хатта ашарға ла онотоп ебәрәм. Клиенттарыма оҙаҡ көттөрмәҫкә һүҙ бирәм бит. Ә мосолман әйткәнен үтәргә тейеш: вәғәҙә – иман. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә һүҙен тотмағандар ҙа осрай. Ҡулыңдан эш килмәй икән, кешене ышандырма, “булдыра алмайым” тиген. Ә инде вәғәҙә бирһәң – үтә.
Фәрит Рәдип улы ғаиләһе менән дә бәхетле. Ун биш йыл элек ошо райондың Торналы ауылы ҡыҙы Рәмиләгә өйләнеп, өс балаға ғүмер биргән улар.
– Фәрит яғымлылығы, йор һүҙлелеге менән йөрәгемде яуланы, – ти ҡатын. – Мосолман ирҙәренә хас булғанса, ул ҡатын-ҡыҙға оло хөрмәт менән ҡарай. Һәр нәмәне алдан күрә белә, хәстәрләй, шуға ла, әл-хәмдү лил-ләһ, ғаиләбеҙҙең бер ҡасан да мохтажлыҡ кисергәне, ауырлыҡтарға юлыҡҡаны юҡ.
Вәлиевтәр күпләп мал-тыуар аҫрай, умарта тота. Балды һатып та аҡса эшләйҙәр. Ата-әсәһенең күркәм өлгөһөндә балалар хеҙмәт яратып, һөнәр өйрәнеп үҫә. Малайҙар күберәк хужалыҡта ярҙамлашһа, ҡыҙҙары бәләкәйҙән үк аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ.
– Яҡындарымдың дөрөҫ туҡланыуына ҙур иғтибар бүләм, – ти Рәмилә ханым. – Өҫтәлдә һәр ваҡыт сифатлы хәләл ризыҡ булыуы мөһим. Ит, һөт аҙыҡтарынан, балдан, йәшелсәнән өҙөлмәйбеҙ. Мәғлүм ки, тән сәләмәтлеге менән бергә рухи паклыҡ та таҙа ризыҡтан, дөрөҫ туҡланыуҙан башлана. Ошо тәрбиәне балаларыбыҙға ла бирергә тырышабыҙ. Ашарға әҙерләүҙән тыш, сигергә, бәйләргә яратам. Балаларым матурлыҡты күреп, тойоп үҫһен, тим. Улдарыбыҙ атаһынан ирҙәр эшенә өйрәнһә, ҡыҙыбыҙға мин һәр яҡлап үрнәк булырға тырышам. Һөнәр белгән кеше аҙашмаҫ, юлдан яҙмаҫ.
Вәлиевтәрҙең өйөнөң түрендә – “Ҡөрьән Кәрим”. Йорт хужалары Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инанып йәшәй, балаларына ла шундай тәрбиә бирә. Йылына бер нисә тапҡыр Ҡөрьән мәжлесе, Ҡорбан ашы үткәреп, өйҙәрен, күңелдәрен нурландырып торалар.
– Динебеҙ ҡыйынлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, түҙемле, сабыр булырға өйрәтә, – ти Вәлиевтәр. – Ауыр мәлдәрҙә гелән Раббыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәт уҡыйбыҙ, шөкөр ҡылабыҙ.

Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511