Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беләм” тиергә иртә түгелме?
– Һуңғы йылдарҙа төрлө сығанаҡтарҙан динебеҙгә бәйле мәғлүмәттәрҙе өйрәндем, күп китап уҡыным. Ислам нигеҙҙәрен ныҡлы беләм. Тик тормош икенсе шул: дин ҡанундары буйынса йәшәү ауыр. Мәҫәлән, әллә күпме кешегә изгелек эшләһәм дә, күбеһенән кире “яуап” алдым...
Ә.Б.
Хәйбулла районы.


Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рах­мә­нир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрә­кәтүһ, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр! Иң тәүҙә ҡәҙерле ҡа­тын-ҡыҙҙарыбыҙҙы етеп килгән күркәм байрамдары менән тәбрик­ләп үтәйек. Йәшәйештең нигеҙе булған, халҡыбыҙҙың, милләтебеҙ­ҙең, өммәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләгән, нәҫел ебен дауам иткән, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған гүзәл зат вәкилдәренә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иншаллаһ, улар үҙенә ҡарата һөйөү-ихтирамды, иғтибарҙы яҙ башында ғына түгел, йылдың һәр көнөндә тойһон ине. Пәйғәмбәребеҙҙең “Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”, “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!” тигән мәңгелек аманатын бер ҡасан да иҫтән сығармайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Һорауға килгәндә, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына яҡынайғандарҙың арта барыуы ифрат һөйөнөслө. Барыһы ла һүҙҙән башлана: әлеге ҡәрҙәшебеҙ ҙә иң тәүҙә ғилем инешенә – яҙмаларға, китаптарға мөрәжәғәт иткән. Ошо урында шуны әйтеп үтергә кәрәк: бөгөн дингә бәйле мәғлүмәт ифрат күп, уларҙың ышаныслы сығанаҡтарҙан алынғанмы-юҡмы икәнен белеү мөһим. Айырыуса Интернет селтәрендәге бәғзе хәбәрҙәрҙең “аҙаштырыуы” ихтимал. Шуға ла һыналған кешеләрҙең, урындағы имамдарҙың кәңәшенән айырылмау, һөйләгәндәренән ситкә китмәү зарур. Ниҙер аңлашылмай икән, үҙегеҙҙәге рәсми тәғәйенләнгән диндарҙарға мөрәжәғәт итегеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Виртуаль донъялағы белмәгән-күрмәгән яттарҙың, хаҡ динебеҙгә ҡаршы ағымдарҙың бөтөнләй ситкә ҡайырып алып китеүе бар – уларҙан һаҡ булайыҡ.
Әлеге ҡәрҙәшебеҙ “Ислам нигеҙҙәрен ныҡлы беләм” тип ышаныслы белдергән. Бер нисә йыл эсендә ундай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинме икән? Ғилем бит ул, элекке вәғәздәремдә әйткәнемсә, даръя кеүек, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ шикелле. Көн, сәғәт һайын туплаһаң да, белемде алып бөтөү мөмкин түгел. Әгәр ҙә ки бәғзе берәү ныҡлы ғилемле булыуы тураһында белдерә икән, тимәк, ул үҫеүҙән, камиллашыуҙан туҡтап ҡалған тигән һүҙ. Бындай белдереүҙәрҙә, күренеүенсә, тәкәбберлек тә сағыла. Ә мосолманға бындай һыҙаттар бөтөнләй хас түгел.
Ҡәрҙәшебеҙ шулай уҡ яҡшылыҡ эшләһә лә, күптәрҙең үҙенә ошондай уҡ мөнәсәбәт күрһәтмәүенә зарлана. Барыһы ла ниәткә бәйле, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әҙәм балаһы изгелекте башҡалар күрһен, баһалаһын өсөн түгел, ә ихлас күңелдән ҡылырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул йөрәктәргә барып етә, “емеш” бирә, үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайта. Ошоға бәйле хикәйәттәрҙең береһен йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Пәй­ғәмбәребеҙ ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт ҙур ихласлыҡ менән мөлкәтенән өлөш бүлгән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Пәйғәмбәребеҙ оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахыры” тигән уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе” тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Бар ғәмәлдәребеҙ ихлас булһа, “беләм” тиергә ашыҡмай, даими ғилемгә ынтылһаҡ, өлгө күрһәтеп, башҡаларҙы ла хаҡ юлға әйҙәй алырбыҙ, иншаллаһ. Ҡөрьәндәге “Изгелек эшләүҙә бер-берегеҙ менән уҙышы­ғыҙ, ярышып йәшәгеҙ!” тигән бойороҡто онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599