Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыҫ – тырыш ҡулында
Ырыҫ – тырыш ҡулындаИсламдың төп нигеҙе, мәғлүм ки, сабырлыҡ һәм туҡтауһыҙ хеҙмәт. Тормош тап ошо сифат-ғәмәлдәр арҡаһында алға бара. Әҙәм балаһы, ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, сабыр булырға, ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, файҙалы хеҙмәткә бүлергә тейеш. Әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөнгө күпселек ауылдарыбыҙ халҡы ошо ҡанун-ҡағиҙәне тормош нигеҙе итеп алып, изге төйәгенең, тыуған нигеҙенең ҡотон һаҡлап, ырыҫын арттырып йәшәй.

Шундайҙарҙың береһе – мәһәҙейҙәр. Бөрйәнде республика менән бәйләп торған төп юл буйында ҡаршылаған тәүге ауылдың халҡы элек-электән уңғанлығы, берҙәмлеге менән данлы. Бәләкәй генә төйәген айырым дәүләттәй итеп тота улар. Һис ҡасан зарланғандарын, уныһы-быныһы юҡ тип көрһөнгәндәрен ишетмәҫһең, урам буйында бушты юҡҡа ауҙарып, хәбәр һатып, ваҡыт уҙғарып йөрөгәндәрен күрмәҫһең. Барыһы ла эш менән мәшғүл. Районда әйтеүҙәренсә, уҙған быуат аҙағындағы яңы иҡтисади ҡоролошҡа тәү сиратта мәһәҙейҙәр яраҡлашҡан. Был ауылдың оло юл буйында ятыуына, Бөрйәндең “ҡапҡаһы” булыуына ла бәйлелер.
Ҡапҡа тигәндән, район ҡунаҡтарын һәр саҡ ихлас ҡаршы ала мәһәҙейҙәр. Уларға айырыуса мәҙәниәт, матбуғат, мәғариф өлкәләре хеҙмәткәрҙәре йыш килә. Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы уңышлы эшләй. Халыҡ милли баҫмаларға күпләп яҙыла, йәш быуынды ла башҡортса гәзит-журнал уҡытып үҫтереүгә аҡса йәлләмәй.
Балаларҙы хәстәрләүҙең йәнә бер өлгөһө: күптән түгел “Реаль эштәр” проектына ярашлы мәктәп янында уйын майҙансығы асылған. “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысын урындағы халыҡ, етәкселек, ҡырҙа йәшәгән ауылдаштар дәррәү күтәреп алып, төҙөлөштө ғәмәлгә ашырып, йәш быуынды сикһеҙ ҡыуандырған.
Белем усағы эргәһендә шулай уҡ күптән түгел иман йорто ҡалҡып сыҡҡан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы әйтеүенсә, изге ғәмәлгә юл ярыусы – эшҡыуар, Афған һуғышы ветераны Фәнис Сәйәхов. Ул мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләп алғас, ир-ат күмәкләп бура бураған, нигеҙ ҡорған, күтәргән. Артабан тышҡы һәм эске эштәргә төрлө оҫталар йәлеп ителгән. Хәҙер инде ҡалҡыулыҡтағы мөһабәт иман йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Ҡалған бәғзе эштәр тамамланыу менән мәсетебеҙ ишеген асасаҡ, тип ашҡынып та, тулҡынланып та көтә мәһәҙейҙәр.
– Фәнис Мотаһар улы был ғәмәлгә юҡтан ғына тотонмағандыр, – ти уҡытыусы Сәйҙә Сәйәхова. – Тарихҡа күҙ һалһаҡ, борон Мәһәҙейҙә мәсет төҙөлгәс, уның олатаһы Ғөбәйҙулланы Әбйәлилдең Ҡаҙмаш ауылынан ғаиләһе менән күсереп алып килеп, указлы мулла итеп тәғәйенләйҙәр. Бик уҡымышлы кеше була ул, халыҡҡа, шул иҫәптән йәш быуынға дини тәрбиә биреүгә күп көс һала. Ошо юлды лайыҡлы дауам итеүгә, олатаһының изге уй-ниәттәрен ныҡлап бойомға ашырыуға этәргес бирҙе Фәнис Мотаһар улы.
Мәһәҙей халҡының ғына ҡыуанысы түгел был – уртаҡ шатлыҡ. Бөрйәндең “тупһаһы”нда урынлашҡан яңы мәсет оло юлдан үткән, районға ҡунаҡҡа килгән һәр кемде сәләмләп ҡаршылай, фатиха биреп оҙатып ҡала хәҙер. Иманлы ерҙә, иншаллаһ, ырыҫ-бәрәкәт тағы ла артыр.

Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598