Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡ юлды белем күрһәтә
Хаҡ юлды белем күрһәтәБик күп хәтер, ҡәҙер, иҫкә алыу кисәләрендә, исем ҡушыу, никах тантаналарында, һуңғы юлға оҙатыу, мәрхүмдәрҙең өсөн, ҡырҡын, йылын уҡытыу йыйындарында ҡатнашҡаным бар. Бик мәслихәт күренеш... Ҡан-ҡәрҙәштәр, күршеләр, таныштар йыйыла. Муллалар аяттар уҡый, өгөт-нәсихәт, изге теләктәр әйтә, күңелдәр хуш була.


Бәғзеләре сүрәләр уҡығас:
– Һорауҙарығыҙ бармы? – тип өндәшә.
– Ҡөрьәндә иң мөһиме нимә? – тип белешәм.
Белмәй. Күрәһең, Ҡөрьәнде ентекле, төплө өйрәнмәгән. Йә иһә, оятҡа ҡалмайым типтер, яңылыш яуап бирә. Йәнә бер-бер артлы һорайым:
– Аллаһ Тәғәлә ниндәй кешене үҙ итмәй, хуп күрмәй, яратмай?
– Дини ҡарашса, тереклекте, кеше­ләр­ҙе мәңге тере итә торған үлемһеҙ башланғыс?
– Раббының нисә йәннәте бар?
— Аллаһ Тәғәләне ни рәүешле күҙ алдына килтерәһегеҙ?..
Айырыуса дин әһелдәре ошо һорауға аптырап ҡала. Ҡайһылары минән үҙҙәре төпсөшә башлай:
– Йә, ни рәүешле һуң?
– Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Аллаһ – Күктең һәм Ерҙең Нурылыр. Эсендә шәм яндырылған йорт кеүек яҡты Нурҙыр Ул. Шәм иһә Шәмдәлгә ҡуйылған. Ул Шәмдәл алмас һымаҡ балҡыған йондоҙ кеүек йымылдай... Уның майы, үҙенә ут төртмә­һәләр ҙә, үҙенән-үҙе нур сәсә. Был яҡтылыҡ нур өҫтөнә нур булып яна. Аллаһ ихтыяр иткән кешеһен нурға ирештерә... Был нурлы Шәмдәл байтаҡ ҡына йорттарҙың эсен яҡтырта... Нәҡ Илаһи Нур булған өсөн дә Алла мәңге йәшәй, һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ. Ул – үлемһеҙ. Ер, Күк, тереклек – бөтә нәмә Уға мохтаж. Аллаһ нур бирмәһә, кешенең нуры булмаҫ...
– Алла Нур булғас, әҙәме НУР өсөн ғүмер итә килеп сыға.
– Тап шулай. Кеше Нурҙа үә Нур ме­нән һәм Нур өсөн йәшәй. Ҡөрьән тәғли­мәтенсә, хатта ҡиәмәт көнөндә лә мөьмин ирҙәр менән мөьмин ҡатындарҙың алды­нан да, уңынан да донъяла ҡылған изге­лектәренең нурҙары яҡтыртыр. Монафиҡ ирҙәр менән ҡатындар иһә: “Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡты­лығығыҙҙан, исмаһам, бер нур алып ҡа­ла­йыҡ”, – тип ялбарыр. Уларға: “Уҙға­ны­ғыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ”, – тиерҙәр...
– Һеҙ Бохарала, Ҡаһирәлә уҡыны­ғыҙмы? Ҡайһы мәсеттә имамһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынып һорашалар. 
Мин әлегә дин әһеле түгел, Ҡөрьәндең асылдарын өйрәнеүсе генә, шул нигеҙҙә әҫәрҙәр яҙыусы ғына, – тиһәм, ғәжәпләнәләр.
Аяттан һуң һөйләшеп ултырғанда, мин уларға дин менән фән аһәңдәшлеге юҫығында бығаса белмәгәндәрен, ишетмәгәндәрен, уйҙарына ла килтермәгәндәрен дә еткерәм.
– Фәндең бөтә тармаҡтары буйынса матди донъяны тикшергән йөҙәрләгән атаҡ­лы ғалим Аллаһ Тәғәләнең барлығын, Ғаләм, физик донъя, тәбиғәт Юғары Аҡыл мөғжизәһе икәнен, бөтә донъя, мөхит Уның менән һулыш алғанын таный. Бер нисәһенең генә булһа ла әйткәне менән танышайыҡ. Атаҡлы физик-математик Исаак Ньютондың (1643 – 1727) яҙыуынса: “Йыһандың ғәжәйеп төҙөлөшөн һәм аһәңдәшлеген фәҡәт барыһын да алып барыусы сикһеҙ ҡөҙрәт­ле Заттың планы буйынса төҙөлөүе ме­нән генә аңлатырға мөмкин. Был – минең беренсе һәм һуңғы һүҙем”. Физик Альберт Эйнштейн иһә: “Бөйөк шәхескә кеүек мин Аллаға ышанам һәм намыҫым ҡушҡанса әйтәм – тормошомдоң бер генә минутында ла атеист булманым”, – тигән.
— Ҡара әле, ҡара, Эйнштейн да Аллаға ышанған икән...
— Бельгиялағы Льежск универси­те­тының атом молекуляр физикаһы департаменты рәйесе Жюль С. белде­ре­үенсә: “Фән менән диндең беҙҙең за­ман­дағы кеүек бер ҡасан да шундай яҡын һәм тығыҙ бәйләнештә торғаны юҡ ине. Йыһан киңлеген өйрәнеүсе ғалимдар шул тиклем хозур һәм көтөлмәгән күре­неш­тәрҙе асты, уларға инде Алла юҡлы­ғын әйтеүе лә ҡыйын. Был мәсьәләлә башҡа ике төрлө фекер булыуы мөмкин түгел”. Астроном Гершель ошолай ти: “Фәндең офоҡтары киңәйгән һайын Мәңгелек Ижадсының һәм Ҡөҙрәтле Аҡылдың барлығын раҫлауҙар арта бара”. Электрондарҙы асҡан бөйөк физик Томсондың һығымтаһы ла фәһемле: “Бойондороҡһоҙ фекер эйәләре булыуҙан ҡурҡмағыҙ! Әгәр һеҙ шаҡтай аҡыллы фекер йөрөтһәгеҙ, фән ҡотолғоһоҙ рәүештә Аллаға ышаныуға килтерәсәк. Һеҙ фәндең дингә дошман түгел, ә ярҙамсы икәнен күрерһегеҙ”.
– Собханалла!.. Ысынлап та шулай тигәндәрме? Белмәгән инек.
– Был хаҡта минең “Башҡа донъялар, нур һәм йән” тигән тикшеренеүемдә ентеклерәк яҙылған. “Башҡортостан” гәзитендә баҫылды. “Йәшә әле, йәшә” тигән китабыма ла ингән. Алып уҡығыҙ! Мулла кеше белемле булырға тейеш.
Белеүемсә, күреүемсә, бихисап муллалар – әүәл юғары, махсус урта белеме лә булмаған ҡәрҙәштәр. Ятлап алған сүрәләрҙе теҙәләр, бер үк нәсихәттәрҙе, теләктәрҙе әйтәләр, догматик ҡарашҡа бирелеп, үҙҙәренекен туҡыйҙар... Серле, тылсымлы, иғтибарҙы йәлеп итерлек нәсихәт аҙ. Аяттары моңһоҙ тауыш менән күңелдәргә үтеп инмәй, үтә лә ҡоро ишетелә, өндәр хаталы... Бәғзеләре оҙаҡ йылдар гонаһ һаҙлығында булып, инде тәүбәгә килгән.
— Тәүбәгә килеүе ҡыуаныс, Хоҙай ярлыҡай, – тим. 
Ихтирамлы, абруйлы дин әһеле булыу өсөн белемле лә, иманлы ла, кешелекле лә, яғымлы тауышлы ла булыу зарурҙыр. Әбйәлил районы Өскүл ауылынан бер мулла шундай ҡөҙрәткә эйә ине, ул йәсин уҡығанда тән тетрәй ине. Вәт, исмаһам, уҡый, моңло тауышлы йырсы ла шул... Ул минең “Һүҙ тылсымы” тигән эссемда ла телгә алына. Ғәрәп Иле дин әһелдәре Ҡөрьәнде йәндәргә үтерлек итеп уҡый. Интернеттан һоҡланып, хатта ки күҙҙәрем йәшләнеп тыңлайым. Әбү Бәкер Әш Шәт­ри шул тиклем хис-кисерештәргә бирелә, ҡайһы бер урында үкһеп, илап ала...
“Рух үлмәһә – ил үлмәҫ”, тиҙәр. Шулай итеп, Рух – йәшәйештең нигеҙе, асылы, йүнәлеше. Хәмер иһә асыл, рухи баш­ланғыс түгел! Ҡыйынлыҡтарға, бәлә-ҡаза­ға тарыған, эшһеҙ ҡалған, ғаиләһе тарҡалған, йәшәү йәмен юғалтҡан, рухы һынған кешеләр эскегә бирелә. Кешеләргә Рух өрөү үтә лә мөһим, иң изге, иң сауаплы ғәмәл! ҺҮҘ, ТЕЛ – Илаһ тыуҙырған күренеш, үтә лә изге, ғәзиз. Рәсәй милләте яһайбыҙ тип, милли телдәрҙе власть, шовинизм менән ағыу­ланған баштар киҫеп ташламаҡсы. Бик яман булһа ла, хәмер телде телә алмай. Эскелекте Илаһ бар ҡылмаған, ул көнитмеш, ижтимағи тормош тыуҙырған бәлә, тамуҡ.
Тел һаҡлау бөтөнләй башҡа ғәмәл. Кешене, халыҡты РУХ, АҠЫЛ, АҢ-БЕЛЕМ, МӘҘӘНИӘТ, СӘНҒӘТ, ХЕҘМӘТ, ӘХ­ЛАҠ, ӘҘӘП, ИЗГЕЛЕК, ЯҠШЫЛЫҠ, ТЕЛ йәшәтә. Шул ғәмәлдәргә, сифаттарға эйә ҡәүем юғалмай, һис ваҡытта тотошлай эскегә һабышмай. Әммә, халыҡ әйт­мешләй, ғаилә ғәрипһеҙ булмай. “Ил тигән­дең кеме юҡ” ҡобайырында һамаҡланыуынса:
Ил тигәндең кеме юҡ,
Кеме юҡ та, ние юҡ...
Туғы ла бар был илдең,
Асы ла бар был илдең...
Уның батыры ла, бахыры ла, йүнлеһе-йүнһеҙе лә, эскәне-эсмәгәне лә булған һәм буласаҡ. Был – тормош ҡануны!
Шуныһы ҡыҙғаныс, намыҫлы, бөтә булмышы менән Ҡөрьән тәғлимәтен үтәгән дин әһелдәре менән йәнәш бол йомған, кеҫәләрен ҡалынайтҡан, намыҫтарын юйған, халыҡтан оялмаған, Алланан ҡурҡмаған, судҡа ҡалған ике йөҙлө муллаларҙың мулла-монтағайҙары, йәғни рухи ғәриптәре бар әле. Ҡөрьән тотоп, намаҙ, аяттар, өгөт-нәсихәттәр уҡып йөрөгән бәғзе муллалар дин тарафынан тыйылған хәрәм, гонаһ ғәмәл ҡыла, көс түгеп табылмаған хәрәм мөлкәт, аҡса үҙләштерә. Улар берәү, икәү генә түгел. Муллаларҙың муллаһына, мөриттәрҙе уҡытҡан һәм тәрбиәләгән ишан-шәйехтәргә, дәрәжәле тигән мөфти хәҙрәттәренә был – гонаһ шомлоғо төшөр ҡот осҡос яҙыҡ, ер күтәрмәҫлек, ғәйеп! Ә беҙ, “Мосолман диненә хеҙмәт иткән кеше, уҡымышлы, иманлы кеше!” тип, шундайҙарға бит һыйпап ултырабыҙ...
Эйе, Ҡөрьәндең күрһәтмәләрен, кәңәш­тәрен, өгөт-нәсихәттәрен йәшәйештә ҡулланыу — ифрат та сауаплы ғәмәл. Дин әһеле мотлаҡ Ислам тәғлимәте буйынса йәшәргә тейеш. Саф, мосаддиҡ мосолман аҡылы, йөрәге, йәне, теле, эш-ҡылыҡтары, ғөмүмән, бөтә булмышы менән Аллаһ Тәғәләне һәр саҡ иҫендә тота. Аллаһына ысын күңеленән инаныу­сы бирелгәнгә, хәләлгә шөкөр итеп, уны Илаһ юлында фиҙа ҡылырға, ҡорбан итергә әҙер, ә йәмәғәт, донъя байлығына ҡыҙыҡмай. Байлыҡ – Бар Ҡылыусының бәндәһен һынауының бер алымы ғына. Мосолманға кәрәгенән артыҡ, саманан тыш байлыҡҡа ымһыныу, мал-мөлкәт туп­лау тыйыла. Динле кеше Ҡөрьәнде күберәк уҡыған, тыңлаған, аяттарҙың асылына төплөрәк төшөнгән һайын Аллаһына нығыраҡ һыйына. Әлбиттә, уҡып, тыңлап ҡына ҡалмай, Раббыһының изге әмерҙәрен көн һайын тормошонда ҡуллана. Шулай итеп, дин әһеле – иман әһеле. Күңелендә – таҙа, саф иман, күҙҙәрендә – хаҡлыҡ нуры!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521