Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өммәтемдең ишлелеге менән ғорурланырмын”
Башҡортостан мосолман­дары­ның Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ағымдағы йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүен һәр кем хуплап ҡабул ҡылғандыр. Был сара, ин­шаллаһ, дәүләттең, өммәттең нигеҙен нығытыуға тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыр.

Йәшәйештең төп сығанағы – ғаилә. “Өйләнегеҙ, балалар үҫте­ре­геҙ – ҡиәмәт көнөндә өммәтем­дең ишлелеге менән ғорурланыр­мын”, “Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өм­мәт­тән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғаилә – диндең дә, дәүләттең дә төп нигеҙе, шуға күрә уға һәр яҡлап иғти­бар бүленергә тейеш. Ҡөрьәндә ғаиләне һаҡлауға, яҡлауға ҙур урын бирелһә, дәүләт тарафынан да был йәһәттән бихисап закон булдырылған. Ҡанундарҙы тотоу – һәр кем­дең изге бурысы.
Ғаилә ҡороуға килгәндә, билдәле ки, ул еңел-елпе башҡарыла торған эш түгел. Был йәһәттән борон өлкән­дәрҙең фекере иң ҙур урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл тап ошо­ға бәйле әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең риза­лығынан тыш башҡарылырға тейеш түгел. Был динебеҙгә тап килмәй. Шул уҡ мәлдә мөнәсәбәт мотлаҡ рәсми­ләш­терелергә тейеш. “Ғаиләһенең нигеҙен ошолай нығытҡан кеше минең юлға тоғро”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Өҫтәүенә ул ҡыҙ­ҙың динлеһен һайларға ҡушҡан. “Һөҙөмтәлә ҡулың тупраҡ­ҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”, – тигән.
Өйләнешер алдынан бер-береңдең ғаилә тәрбиәһенә, холоҡ-фиғеленә иғтибар итеү мөһим. Яратам тип, һөйгән кешеңдең башҡа етешһеҙлектәренә күҙ йомоу, үҙгәрер әле тип уйлау дөрөҫ түгел. Пәйғәмбәребеҙ әйтмешләй, никах – ғүмерлек, шуға ла донъя көтөрҙәй, үҙеңде аңлаған, ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт иткән ышаныслы кешене юлдаш итеү – мең бәрәкәткә нигеҙ. Һәр кемдең яҙмышында ата-әсәһенән алған тәрбиә ҙур урын биләй. Әгәр ҙә бәғзе ғаиләлә ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, изге төшөнсәләрҙе һанламаһа, быны күреп үҫкән балаларына киләсәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. Шуға ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын һайла”, “Атанан күр­гән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” кеүек мәҡәлдәрен һис ҡасан иҫтән сығармаһаҡ ине. Ата-бабаларыбыҙ йәш­тәрҙе өйләндереү мәсьәләһендә тап ошо аҡылға таянған.
Әлбиттә, тормош булғас, ғаиләнең кәмәһе ҡомға терәлгән саҡтар ҙа осрап ҡуя. Бындай хәлдә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, ир менән ҡатынды яраштырырға ынтылырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау мөһим. Алда әйтелгәнсә, ул илебеҙҙең, милләтебеҙҙең, өммәте­беҙҙең ныҡлығын тәьмин итә.
Ата-әсәнең иң ҙур бурыстарының береһе – яҡшы балалар тәрбиәләү. Үҙенә күркәм холоҡло алмаш үҫтергән әҙәм балаһы фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була, тиелә динебеҙҙә. Һәр сабый йортҡа ҡот-бәрәкәт өҫтәй. Ата-әсә иһә ошо нурҙы һүрелтмәҫкә, балаға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, уны һәр яҡлап камил, бөтөн күңелле итеп үҫтереүгә бар көсөн һалырға тейеш. Был йәһәттән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо – оло үрнәк. Пәйғәмбәребеҙ балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынған, уйнаған, шаярған. “Балаларға бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән ул. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.
Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптыраған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һорай. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждәнән оҙаҡ торманым”, – тип яуаплай Пәйғәмбәребеҙ.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер мәл яңы уңыштың тәүге емештәрен алып киләләр. “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, Пәйғәмбәребеҙ емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға бирә.
Ошо бөйөк тәрбиә өлгөләренә таянып, ғаиләбеҙгә, уның төп маҡсаты булған балаларға иғтибарҙы йәлләмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта тормошобоҙ ҡот-бәрәкәтле, өммәтебеҙ, милләтебеҙ ныҡлы тамырлы, ырыҫлы, илебеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булыр, иншаллаһ. Ғаилә йылы иң изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуға этәргес бирһен, кешелектең мәңгелек ҡиммәттәренә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт артһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518